Бөтә яңылыҡтар
18 Октябрь 2020, 09:56

Ғәйнә башҡорттарына китаптар тапшырылды

Улар араһында - башҡорт теленең ғәйнә диалекты һүҙлеге, шағир Наил Ғәбдүшевтең ошо диалектта яҙылған шиғырҙар йыйынтығы, башҡорт телен республиканан ситтә уҡытҡан педагогтар өсөн методик әсбаптар, уҡыусылар өсөн башҡорт теленән эш дәфтәрҙәре.

Пермь крайында «Ғәйнә башҡорттары: телем, тарихым, халҡым» проекты тормошҡа ашырыла. Ул Башҡортостан Республикаһы Башлығының сит төбәктәрҙә башҡорт телен үҫтереүгә йүнәлтелгән гранты ярҙамында ойошторола.
Пермь крайы башҡорттары ҡоролтайы тарафынан туған телдә бер нисә китап баҫтырылды. Улар араһында - башҡорт теленең ғәйнә диалекты һүҙлеге, шағир Наил Ғәбдүшевтең ошо диалектта яҙылған шиғырҙар йыйынтығы, башҡорт телен республиканан ситтә уҡытҡан педагогтар өсөн методик әсбаптар, уҡыусылар өсөн башҡорт теленән эш дәфтәрҙәре. Ошо китаптар Пермь крайының Ҡуян һәм Башҡултай ауылдарына тапшырылды.
«Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Пермь крайындағы бүлексәһе әүҙемселәре был ауылдарға үҙҙәре барҙы. Китап тапшырып ҡына ҡалманыҡ, уларҙың эстәлеген, проекттың маҡсатын аңлаттыҡ. Ауылдарҙың мәҙәниәт йорттарында башҡорт телен уҡытыуға бәйле осрашыуҙар ҙа уҙҙы. Шулай уҡ яҡынлашып килгән халыҡ иҫәбен алыуға ҡарата һорауҙарға яуап бирҙек, урында ирекмәндәр һайлап, уларға был сарала эшләр өсөн йүнәлеш бирҙек»,тип белдерҙе Пермь крайы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Рәсил Мөхәмәтйәнов.
Башҡорт телендә китаптар төбәктең 52 китапханаһына тапшырыласаҡ. Был эш менән урындағы ҡоролтай йәмәғәтселәре лә, Пермь өлкәһенең үҙәк китапханаһы ла шөғөлләнә.
«Үҙәк китапхана хеҙмәткәрҙәре беҙ килтергән китаптарға бик шатланды. Баҡһаң, бында китап фондының күптән яңырғаны юҡ икән. Беҙ үҙебеҙ киләһе көндәрҙә Чернушка районының Сулмаш ауылына, Аша ҡалаһына, Уй һәм Көйәҙе райондарына ошо баҫмаларҙы тапшырасаҡбыҙ», - тип ниәттәре менән уртаҡлашты Рәсим Тимерғәзи улы.
Фото: vk.com/kurultaibashkir
Автор: Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас: