Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты Ханты-Манси автономиялы округында барған Башҡорт мәҙәниәте һәм мәғрифәте көндәре сиктәрендә "Башҡорттар Юграның этномәҙәни төрлөлөгөндә" темаһына “түңәрәк өҫтәл” артында һөйләшеү ойошторҙо. Донъялағы һәм илдәге хәл-торош арҡаһында фекер алышыу онлайн-алымда үтте.
Сарала Башҡортостан Республикаһының ведомство һәм ойошмалар етәкселәре, Ханты-Манси автономиялы округында эшләп килгән башҡорт йәмәғәт ойошмаларының етәкселәре һәм әүҙемселәре, шулай уҡ Рәсәй төбәктәрендәге башҡорт ҡоролтайҙары вәкилдәре ҡатнашты.
Иң тәүҙә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе Ғәлим Миңлеғәле улы Яҡуповтың сығышы тыңланды. Ул ҡоролтай тарафынан алып барылған эштәр, Башҡорт теле йылының барышы, ошоға ярашлы башҡорттар күпләп йәшәгән сит төбәктәрҙә тормошҡа ашырылған проекттар тураһында ентекле һөйләп үтте.
Ханты-Манси автономиялы округы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Рәүҙәт Абдулхаҡ улы Ҡолмәнбәтов бөгөн округта 35 меңдән ашыу башҡорт йәшәүен, башҡорт халҡының Себер киңлектәрен үҙләштереүгә, нефть сәнәғәтен үҫтереүгә ҙур өлөш индереүен билдәләне һәм милләттәштәребеҙҙең сит тарафтарҙа милли рухты юғалтмай, традицияларға тоғролоҡ һаҡлап йәшәүе, был йәһәттән матур эштәр башҡарыуы хаҡында әйтеп үтте. Рәүҙәт Абдулхаҡ улы Сорғот, Лянтор ҡалаларында, Түбәнге Сартым эшселәр ҡасабаһында башҡорт кластары эшләүе, балаларҙың “Шатлыҡ”, “Задоринка”, “Нур” кеүек милли ансамблдәрҙә, ҡурай, вокал буйынса түңәрәктәрҙә ҙур теләк менән шөғөлләнеүе, округтың ҡалалары һәм райондары менән Башҡортостандың Ишембай, Баймаҡ райондары, Сибай ҡалаһы араһында хеҙмәттәшлектең әүҙем дауам итеүе хаҡында ла һөйләне. Шулай уҡ ул башҡорт йәмәғәт ойошмаларына, башҡорт ҡоролтайына Ханты-Манси автономиялы округы етәкселеге, хөкүмәте тарафынан ҙур ярҙам күрһәтелеүен билдәләне. “Һуңғы бер нисә йылда Башҡортостан етәкселеге тарафынан да иғтибар-хәстәрҙең артыуын тоябыҙ, был беҙҙең эшебеҙгә дәрт һәм көс өҫтәй”, - тине ул.
Сорғот ҡалаһының Башҡорт милли-мәҙәни үҙәге рәйесе Зөлфирә Тимерхан ҡыҙы Италмасова, ХМАО-Югра Башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәгенең баш белгесе Динә Фәнил ҡыҙы Бүләкова, Нижневартовск районының башҡорт-татар “Ҡурай” йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе Рина Сәрүәр ҡыҙы Йәлилова, “Югра башҡорттары” төбәк йәштәр йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе Илфат Әмир улы Кинйәбаев һәм башҡалар Ханты-Манси автономиялы округында эшләп килгән башҡорт ойошмаларының эшмәкәрлеге менән яҡындан таныштырҙы, шулай уҡ бергәләп хәл итәһе мәсьәләләргә лә туҡталды.
“Түңәрәк өҫтәл”дә ҡатнашҡан Башҡортостан Республикаһы вәкилдәре – Мәғариф һәм фән министрлығының Милли мәғариф идаралығы начальнигы Булат Илшад улы Зинуров, Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Республика Милли китапханаһы директоры Юлдаш Зиннур улы Ураҡсин беҙҙең тарафтан сит өлкәләрҙә йәшәгән милләттәштәребеҙ мәнфәғәтендә башҡарылған маҡсатлы эштәр менән таныштырҙы. Был йәһәттән эштәр яйға һалына, йылдан-йыл һөҙөмтәлерәк була бара. Бының өсөн бер-ике миҫал килтереү ҙә етә. Башҡорттар күпләп йәшәгән төбәктәрҙең китапханалары фондын башҡорт китаптары, мәктәптәрҙе башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәреслектәре менән тәьмин итеү, уҡытыусыларҙың квалификацияһын күтәреү, башҡорт уҡыусыларын олимпиадаларға, гимназия-интернаттарға йәлеп итеү йәһәтенән бихисап эштәр башҡарыла. Мәҫәлән, былтыр милләттәштәребеҙ йәшәгән төбәктәргә 4680 китап тапшырылһа, быйыл был һан 18353 дана тәшкил иткән. Онлайн-алымда ойошторолған “Йәйләү” лагерында Рәсәй ҡалаларынан һәм төбәктәренән 235 бала ҡатнашҡан. Бөгөн республиканың инновацион белем биреү ойошмаларында (лицей һәм гимназияларҙа) сит төбәктәрҙән 208 бала белем ала, шуларҙың 121-е – башҡорт милләтенән (уларҙың 47-һе – Ырымбур, 58-е Силәбе өлкәһенән, 9-ы ХМАО-Югранан).
Белеүебеҙсә, быйыл февраль айында Башҡортостан Хөкүмәте милләттәштәребеҙ күпләп йәшәгән Рәсәй төбәктәрендә Башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәктәре асыу тураһында ҡарар ҡабул итте. Был үҙәктәрҙең ойошторолоу маҡсаты һәм бурыстары тураһында БР Халыҡтар дуҫлығы йорто директоры Илгиз Замфир улы Солтанморатов әйтеп үтте.
Бөгөнгө “түңәрәк өҫтәл” артындағы Һөйләшеүҙең төп мәғәнәһе милли асылыбыҙҙы һаҡлау өсөн берҙәм булыу, һәр эште уртаға һалып һөйләшеп, кәңәшләшеп башҡарыу, хеҙмәттәшлек даирәләрен арттырыу зарурлығына ҡайтып ҡалды.
Фото: Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты.