Бөтә яңылыҡтар
18 Октябрь 2020, 09:51

Ҡандракүлдә – Шәжәрә байрамы

"Ағайым шәжәрәбеҙҙе өйрәнеп, “Беҙ – башҡорттар”, – тине. Бының шулай булыуын ул хатта ДНК-тест ярҙамында ла раҫлатты”.

Туймазы районында шәжәрәләрҙе өйрәнеү йәһәтенән ҙур эштәр алып барылыуы хаҡында быға тиклем дә һөйләгәнебеҙ бар.
Ошо көндәрҙә Ҡандракүл ауылы мәҙәниәт йортонда VI Бөтә донъя Фольклориадаһына әҙерлек, шулай уҡ Туймазы ҡалаһының һәм районының юбилейы сиктәрендә "Шәжәрәм минең – ҡәлғәм минең” халыҡ байрамы үтте. Мәҙәниәт йортоноң фойеһында биҙәү-һынлы сәнғәт оҫталарының һәм ауылдың алты нәҫеленең шәжәрәләренән торған күргәҙмә ойошторолдо.
Ҡандракүл ауылы халҡын Туймазы районы хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге начальнигы Рәмзин Әбсәләмов, Биләмә-ара клуб селтәрҙәре директоры Гөлнар Сабирова, Туймазы районы буйынса “Шәжәрә” рәсми төбәк вәкилдәре Альберт Исмаил һәм Марат Ғәйнетдинов, “Тамға” ижади берләшмәһе етәксеһе Зөлфиә Краснова сәләмләне. Сараны Ҡандракүл мәҙәниәт йортоноң ижади коллективтары, йырсылары сағыу сығыштары менән биҙәне. Шуныһы ҡыуаныслы: йылдан-йыл был төбәк халҡы араһында тарихи тамырҙары менән ҡыҙыҡһыныусылар, шәжәрәһен өйрәнеүселәр арта бара.
Мәҫәлән, Ҡандракүл ауылында тыуып үҫкән Бибинур Сафина бөгөн Яр Саллы ҡалаһында йәшәй. Ул ошондай сара буласағы тураһында ишеткәс, ҙур теләк менән тыуған яғына юлланған. Уларҙың шәжәрәһе бик ҙур һәм бай. “Шәжәрәбеҙ бабабыҙ Теләштән башлана. Уны өйрәнеүгә Ирек ағайыбыҙ ҙур көс һалды. Ул атайым яҡлап шәжәрәбеҙҙе өйрәнеп, “Беҙ – башҡорттар”, – тине. Бының шулай булыуын ул хатта ДНК-тест ярҙамында ла раҫлатты”, – тип һөйләй Бибинур апай.
Байрам барышында райондың Биләмә-ара клуб селтәрҙәренең иң әүҙем хеҙмәткәрҙәренә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Рәхмәт хаттары тапшырылды. Улар араһында Биләмә-ара клуб селтәрҙәре директоры Г.З. Сабирова, Төмәнәк ауылынан Р.Ф. Зарипова, Ҡандракүлдән А.Т. Сәғитова менән А.Р. Ғәлимова, Кендектамаҡ ауылынан Р.Ш. Нәғимова бар ине.
Сара һуңында Шәжәрә байрамында ҡатнашыусылар Ҡандракүл ауылында йәшәгән Раян Баһауетдинов ойошторған “Ҡыҙыл балыҡсы” музейы менән танышты.
Фотолар: Туймазы районы хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге.
Автор: Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас: