Бөтә яңылыҡтар
17 Октябрь 2020, 11:54

Күп ҡатлы йортта - Салауат Юлаев һыны

Граффитиның авторҙары - рәссам Фәнис Ҡурмашев һәм рәссам-алпинист Альберт Сәйетҡолов.

Республикала иғлан ителгән Зауыҡлы биләмәләр йылы уңайынан Баймаҡ районы һәм ҡалаһында бик күп эштәр башҡарыла. Шуларҙың береһе - Баймаҡ ҡалаһының күп ҡатлы йорттар фасадына граффити төшөрөү.
Ошоға тиклем ҡаланың ике йорто фасадын Рәсәй геройы, башҡорт халҡының бөйөк улы - генерал-майор Миңлеғәле Шайморатов менән "Дан" орденының тулы кавалеры Әҙеһәм Әлибаевтың һындары биҙәһә, ошо көндәрҙә милли геройыбыҙ Салауат Юлаевтың мөһабәт һыны һәм уның "Тыуған илем" шиғырынан өҙөк яҙылған граффити ҡуйылды. Милли геройыбыҙың һынын Салауат Юлаев проспектының 27-се йортонда күрергә мөмкин.
Граффитиның авторҙары - рәссам Фәнис Ҡурмашев һәм рәссам-алпинист Альберт Сәйетҡолов.
Фото: Баймаҡ районы хакимиәте сайтынан.
Автор: Карима Усманова
Читайте нас: