Бөтә яңылыҡтар
15 Октябрь 2020, 21:24

Дәүләт хеҙмәткәрҙәре башҡорт телен өйрәнә

1 октябрҙә Башҡортостан Республикаһы Башлығы Хакимиәте, Башҡортостан Хөкүмәте, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай хеҙмәткәрҙәре өсөн онлайн-курстар башланды.

Быйыл сентябрь айында Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды “Эшлекле башҡорт теле” йыйынтығын киң йәмәғәтселеккә тәҡдим итте. Китапта теоретик һәм ғәмәли материалдар тупланған.
Баҫманың беренсе өлөшө уҡыу әсбабы рәүешендә эшләнгән, унда эшлекле башҡорт теле менән таныштырыла, мәҙәни аралашыу буйынса мәғлүмәттәр бирелә. Ошонда уҡ “Русса-башҡортса рәсми-эшлекле лексиканың ҡыҫҡа һүҙлек-һөйләше” һәм теоретик белемде нығытыу өсөн күнегеүҙәр бирелгән. Йыйынтыҡтың икенсе өлөшө “Эш ҡағыҙҙары өлгөләре” баҫмаһының яңыртылған варианты булараҡ нәшер ителгән.
Ошо йыйынтыҡ нигеҙендә 1 октябрҙә Башҡортостан Республикаһы Башлығы Хакимиәте, Башҡортостан Хөкүмәте, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай хеҙмәткәрҙәре өсөн онлайн-курстар башланды. Дәрестәрҙе Башҡорт дәүләт университеты профессоры, филология фәндәре докторы Гөлфирә Абдуллина алып бара. 15 октябрҙә тағы бер төркөм эшкә ҡушылды. Был төркөмдө Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды белгесе Рита Аҡбулатова уҡытасаҡ. Күнекмәләр Zoom программаһында үтә.
Әлеге ваҡытта башҡорт телен башланғыс кимәлдә белгән дәүләт хеҙмәткәрҙәре өсөн тәғәйенләнгән онлайн-курстарға төркөмдәр туплана. Был уҡытыу алымы муниципаль кимәлдә ойошторола, ошоғаса Шаран һәм Баҡалы райондары хеҙмәткәрҙәре уны уңышлы үткән.
“Эшлекле башҡорт теле” йыйынтығының беренсе һәм икенсе өлөштәре 1,5 мең тираж менән нәшер ителгән. Улар республика муниципалитеттары хакимиәттәренә таратыла. Әлеге көнгә 51 район хакимиәте йыйынтыҡты алған да инде.
Фото: Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды.
Автор: Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас: