Бөтә яңылыҡтар
8 Октябрь 2020, 21:22

Ырымбур егете оҫталыҡ дәресе бирҙе

Ҡурай танылған һәм популяр башҡорт милли уйын ҡоралы ғына түгел, ә башҡорт халҡының символы һәм ғорурлығы ла...

Ырымбур өлкәһенең башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәге ҡурайҙа уйнау буйынса оҫталыҡ дәрестәрен ойошторҙо. Был юлы уны Башҡортостандың халыҡ артисы Азат Айытҡоловтың уҡыусыһы Марат Яҡшымбәтов онлайн-режимда үткәрҙе.
Ырымбур егете - әүҙем, алдынғы ҡарашлы, заманса йәштәребеҙҙең береһе. Уның Йәштәр йыйынында ҡатнашып, боронғо аһәңле башҡорт көйҙәрен ҙур оҫталыҡ менән башҡарыуын, “Тауыш” башҡорт конкурсында ҡатнашыуын моң һөйөүселәр яҡшы белә. “Йәштәр нигеҙҙә үҙ-ара рус телендә аралаша. Күптәр туған мәҙәниәтен белмәй, тарихын онота. Мин үҙемдең дуҫтарыма, таныштарыма ҡурайҙа уйнап күрһәтәм, был яңы быуын йәштәре араһында белем биреү һәм ағартыу эшмәкәрлеге лә булып тора. Ҡурайҙың сихри моңо башҡорт мәҙәниәтенең иҫ киткес матур донъяһына илтә,”- тигәйне ҡурайсы осрашыуҙарҙың береһендә.
Ҡурай танылған һәм популяр башҡорт милли уйын ҡоралы ғына түгел, ә башҡорт халҡының символы һәм ғорурлығы ла. Ҡурайҙан сыҡҡан һәр көй үҙе бер легенда, үҙе бер тарих. Ырымбурҙың йәш ҡурайсыһы Марат Яҡшымбәтовҡа оҫталыҡ дәрестәрен мауыҡтырғыс, аңлайышлы итеп үткәреүе өсөн рәхмәт әйтәбеҙ һәм ижады уңыштар телйәбеҙ!
Фото: шәхси архивтан.
Автор: Дина Арсланова
Читайте нас: