Бөтә яңылыҡтар
8 Октябрь 2020, 19:38

Төньяҡ зонала кем еңде?

“Йәшлек шоу”ҙың сираттағы һайлап алыу турында Тәтешле, Асҡын, Балтас, Борай, Мишкә районы таланттары ҡатнашты.

Кисә Башҡортостандың төньяҡ зонаһында “Йәшлек шоу” Бөтә Рәсәй йәштәр фестиваленә сираттағы һайлап алыу туры үтте. Конкурста Тәтешле, Асҡын, Балтас, Борай, Мишкә районы таланттары ҡатнашты. Сара Асҡын районының Урмияҙ ауылында булды.
Алдан хәбәр итеүебеҙсә, быйыл фестиваль бар республика һәм Рәсәй буйынса үтәсәк. Унда 16 - 30 йәшлектәр ҡатнаша ала, мотлаҡ талап – йырҙар тере тауыш менән һәм башҡортса башҡарылырға тейеш.
Проекттың продюсеры - Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Рөстәм Ғиззәтуллин. Жюри рәйесе булып та ул тора. Йәш артистарҙың сығышын шулай уҡ “Йәшлек шоу-2020” проектының башҡарма директоры Гөлнара Юрина, йырсы Раил Өмөтбаев, Асҡын районының балалар сәнғәт мәктәбе уҡытыусыһы Марина Накарякова баһаланы.
Конкурс һөҙөмтәһе буйынса урындар түбәндәгесә билдәләнде:
1 урын – Камила Усманова (Балтас районы);
2 урын – Ратмир Нуретдинов (Ҡариҙел районы);
3 урын – Рөстәм Ғәлиев (Тәтешле районы).
Ярышта ҡатнашҡан бөтә кешеләргә лә иҫтәлекле бүләктәр, ә еңеүселәргә биш мең һумдан ун мең һумға тиклем сертификаттар тапшырылды. Бынан тыш, улар 10 октябрҙә Асҡын ауылында үтәсәк open-air сәхнәһендә сығыш яһау мөмкинлеген алды. Унда башҡорт эстрадаһының билдәле артистары ла йырлаясаҡ.
Киләһе һайлап алыу туры 13 октябрҙә Ағиҙел ҡалаһында буласаҡ. Унда төньяҡ-көнбайыш зона – Ағиҙел, Нефтекама ҡалалары, Яңауыл, Ҡалтасы, Краснокама, Илеш, Дүртөйлө райондары башҡарыусылары көс һынашасаҡ.
Ҡатнашыусыларҙы теркәү http://yashlek-show.ru – “Йәшлек шоу” бәйгеһенең рәсми сайтында бара. Ошонда уҡ һайлап алыу турҙарының тура трансляцияларын ҡарарға була.
Быйыл конкурстың приздары бик шәп: беренсе урынға – 300 мең, икенсегә – 200 һум һәм өсөнсөгә 100 мең һум буласаҡ.
Гала-концерт 20 ноябрҙә “Башҡортостан” дәүләт концерт залында үтә. Унда билдәле артистар менән бер рәттән һайлап алыу туры еңеүселәре лә йырлаясаҡ.
Фото: kulturarb.ru
Автор: Альфия Мингалиева
Читайте нас: