Бөтә яңылыҡтар
6 Октябрь 2020, 19:26

Сибайҙа «Һылыуҡай-2020» матурлыҡ конкурсына кастинг уҙҙы

*

Көньяҡ-көнсығыш зонала «Һылыуҡай-2020» Бөтә Рәсәй башҡорт һылыуҡайҙары конкурсына кастинг үтте. Уҙғарыу урыны итеп Сибай ҡалаһы һайланды.
Һайлап алыу турында Баймаҡ, Йылайыр, Ейәнсура, Күгәрсен, Хәйбулла райондары һәм Сибай ҡыҙҙары ҡатнашты. Уның һөҙөмтәләре буйынса Гран-приҙы Сибайҙан Шәүрә Яхина яуланы. Беренсе урынды Зөһрә Хайсарова (Күгәрсен районы) алды. Икенсе урынды Гөлдәр Һабаншина (Йылайыр районы) менән Юлиә Мөхәмәтйәнова (Сибай) бүлеште. Өсөнсө урында – Наҙгөл Байғотлина (Баймаҡ районы) һәм Айзилә Солтанова (Йылайыр районы).
Аҙаҡҡы һайлап алыу туры 2020 йылдың 7 ноябрендә Өфөлә була. Конкурстың икенсе этабында ҡатнашыу өсөн ғаризалар 2020 йылдың 1 ноябренә тиклем ҡабул ителә. Беренсе һәм икенсе турҙа ҡатнашыусылар конкурс номерҙарын әҙерләргә тейеш:
— визитка (башҡорт телендә ҡыҫҡаса үҙең менән таныштырыу). Жюри ағзалары ҡатнашыусыларға өҫтәмә һорауҙар бирергә хоҡуҡлы, ижади конкурс (башҡорт бейеүе, йыр/таҡмаҡ), дефиле.
Уҙған аҙнала кастинг Ҡазанда ойошторолдо. 9 октябрҙә – Санкт-Петербургта, 11 октябрҙә Мәскәүҙә һайлап алыу турҙары була. Эпидемиологик хәлгә бәйле онлайн үткәрергә мөмкин, тип белдерҙе ойоштороусылар.
Читайте нас: