Бөтә яңылыҡтар
5 Октябрь 2020, 14:09

Ашығығыҙ: дүрт көн ҡалды

Балалар, һеҙҙе матур бәйгеләрҙә ҡатнашырға саҡыралар!

Республика көнө айҡанлы Зәки Вәлиди исемендәге Милли китапхананың башҡорт әҙәбиәте һәм тыуған яҡты өйрәнеү бүлеге балалар араһында тематик конкурстар иғлан итте.
“Тыуған илем – Башҡортостан” тип аталған һүрәттәр конкурсы һәм викторина онлайн рәүештә үтәсәк. Эштәрҙе 9 октябргә тиклем ебәрергә кәрәк.
Һүрәттәр конкурсында 6 – 17 йәшлек, викторинала 12 – 17 йәшлек балалар ҡатнаша ала. Конкурсты үткәреү шарттары, эштәрҙе һәм яуаптарҙы ебәреү тәртибе менән түбәндәге һылтанма аша танышырға мөмкин: http://www.bashnl.ru/proekty/konkursy/.
Конкурс эштәрен ебәреү өсөн электрон адрес: [email protected]
Бәйгелә ҡатнашыусыларҙың барыһы ла – Рәхмәт хаты, еңеүселәр дипломдар менән бүләкләнәсәк.
Фото: pinterest
Автор: Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас: