Бөтә яңылыҡтар
1 Октябрь 2020, 15:32

“Урал батыр” йәнһүрәте сыҡты

Ул киләсәктә башҡорт балаларында туған телдәрендә аралашыуға булышлыҡ итер, юғиһә...

Өфөнөң башҡорт мәктәптәрендә “Урал батыр” анимациялы фильмдың исем туйы үтте. Ниһайәт, башҡорт балалары өсөн лайыҡлы йәнһүрәт бар, тип әйтә алабыҙ хәҙер.

Уның тарихы бынан ике йыл элек “Аҡбуҙат” журналының “Урал батыр” эпосы буйынса комикстар һәм йәнһүрәттәр ярҙамында Башҡортостандағы дәүләт телдәрен һәм республикала йәшәгән халыҡ телдәрен һаҡлау буйынса Башҡортостан Башлығы грантына лайыҡ булыуына барып тоташа.

2018 йылдан алып “Урал батыр” эпосы буйынса эшләнгән комикстар журналды биҙәп кенә ҡалмай, айырым китап булып та баҫылып сыға.

Ике йыл эсендә рәссам Дамир Мөхәмәтйәров етәкселегендәге ижади төркөм “Урал батыр” йәнһүрәте өҫтөндә эшләй, фильмды музыкаль яҡтан йәштәр араһында киң танылыу алған билдәле йырсы РНТ (Ринат Ниғмәтуллин) биҙәй. Ринатты телгә алып үтеүем осраҡлы түгел – йәнһүрәттәге музыка башҡорт халыҡ көйҙәре үҙенсәлеген дә, заманса яңғырашты ла үҙ эсенә алған.

Өфө ҡалаһының Фатима Мостафина исемендәге 20-се башҡорт гимназияһында “Ниңә йәнһүрәт шулай ҡыҫҡа ғына? Артабан нимә булған?” тип һорау бирҙе балалар экранда һуңғы кадрҙар балҡығас.

Баҡтиһәң, йәнһүрәт күп серияларға бүленгән, исем туйында шуларҙың берәүһе генә күрһәтелгән икән. Ысынлап та 4000 юллыҡ эпосты бер сәғәтлек йәнһүрәткә һыйҙырып бөтөү мөмкин түгел, уны сериал рәүешендә балаларға тәҡдим итеүе күпкә отошлораҡ бит.

Балаларҙан тыш, өлкәндәр ҙә бирелеп китеп ҡараны йәнһүрәтте. Исем туйында Башҡортостан Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе Зәки Әлибаев, Башҡортостан халыҡтар дуҫлығы йорто директоры Илгиз Солтанморатов, билдәле режиссер Булат Йосопов, “Тамыр” балалар телеканалы директоры Гөлназ Ҡолһарина һәм башҡа мәртәбәле ҡунаҡтар ҡатнашты. Әйткәндәй, Гөлназ Фәрит ҡыҙы “Урал батыр” йәнһүрәтенең мөхәррире лә.

Йәнһүрәт күрһәтелеп бөтөп ижади төркөм сәхнәгә күтәрелеү менән, балалар шуны ғына көтөп ултырғандай, уларға һорауҙар яуҙырҙы.

Урал батырҙың ниңә ҡылысы ялтырай?”, “Дейеүҙәр ниңә уларға һөжүм итә?”, “Аҡбуҙат ниңә шундай етди?”, “Һомай ниңә йәшел сәсле?”, “Урал батыр ниңә буйға бәләкәй?”

Һуңғы һорауға яуапты “Аҡбуҙат” журналының баш мөхәррире Лариса Абдуллина ҡайтарҙы: “Урал бит һеҙҙең тиҫтерегеҙ, ул да һеҙҙең кеүек шуҡ бала!”

Был йәһәттән Уралдың, Шүлгәндең, Һомайҙың, Айһылыуҙың һәм башҡа персонаждарҙың бала сүрәтендә күрһәтелеүе уңышлы, ниндәй кескәйҙең ололар хаҡында йәнһүрәт ҡарап ултырғыһы килһен? Мәшһүр “Урал батыр” эпосын йәш быуын араһында популярлаштырыу, ғөмүмән башҡорт халыҡ ижады аша башҡорт теленә, мәҙәниәтенә һөйөү уятыу өсөн был алым бик уңышлы һайланған. Малайҙарға Уралды, ҡыҙҙарға Һомайҙы үҙ тиҫтере итеп күреүе ҡыҙыҡ.

Йәнһүрәттең исем туйынан тыш сарала балаларҙың үҙҙәренә лә һүҙ бирелде: шағир Шәйехзада Бабичтың тыуыуына 125 йыл тулыуға арналған, балалар араһында ойошторолған “Бабич һүҙе” шиғриәт бәйгеһе ҡатнашыусылары сығыш яһаны, уларға иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды. Йәрмәкәй районынан килеп еткән Эвелина Тимербулатова Шәйехзада Бабичтың “Башҡортостан-гөлбостан” шиғырын төньяҡ-көнбайыш диалектында ятлап ишеттерҙе, Фатима Мостафина исемендәге 20-се башҡорт гимназияһы уҡыусылары Наҙгөл Ғәбитова менән Азамат Абдуллин да Бабич шиғырҙарын яттан һөйләнеләр.

Аҡбуҙат” журналы тарафынан ҡыҙыҡлы викторина ла ойошторолдо. Дөрөҫ яуап биргән һәр уҡыусыға иҫтәлекле бүләктәр тапшырыла барҙы. Балаларҙың әүҙем, дөрөҫ яуап биреүҙәре, күккә сөйөлгән ҡулдары күңелгә май булып яғыла – улар телен, тарихын белә, ҡыҙыҡһына тигән һүҙ был.

Шул уҡ көндө “Урал батыр” йәнһүрәте Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика гимназия-интернатында ла күрһәтелде. Залға гимназияға быйыл ғына уҡырға ингән балалар йыйылғайны. Улар ҙа викторинала ихлас ҡатнаштылар, йәнһүрәт һуңынан ижади төркөмгә һорауҙар яуҙырҙылар.

Башҡорт телен һаҡлауға һәм үҫтереүгә йүнәлтелгән проекттар даими рәүештә Башҡортостан Башлығы грантына лайыҡ була. Улар төрлө мөхиттә төрлө аудитория менән эш алып бара: кемдер тауыш яҙҙырыу студияһы аса, ошонда уҡ видеоклиптар, инстасериалдар (Инстаграм селтәрендәге бер минутлыҡ сериялар) сығарыу менән шөғөлләнә, яңыраҡ бер төркөм тел белгестәре ошо уҡ грант ярҙамында “Эшлекле башҡорт теле” уҡыу әсбаптарын сығарыуға өлгәште.

Урал батыр” йәнһүрәте иһә, киләсәктә башҡорт балаларында туған телдәрендә аралашыуға булышлыҡ итер, юғиһә “Ниңә бала туған телен белмәй?” тигән һорауға “Башҡортса йәнһүрәттәр юҡ, улар хәҙер бар нәмәне русса ҡарап үҫә” тип яуапларға күнеккәнбеҙ.

Автор фотолары.

Автор: Айгөл Йәмилева
Читайте нас: