Атингән ауылында ҡул эшенә оҫта ҡатын-ҡыҙҙар шаҡтай. Ҡатын-ҡыҙ бит ул тегергә лә, бәйләргә лә, сигеү эшен дә белергә тейеш. Ә бына Роза Байғабулова, 80 йәш булыуына ҡарамаҫтан, был эштәрҙең барыһын да булдыра. Ул эшләгән ҡул эштәре күҙҙең яуын ала.
1940 йылда Аҡъяр ауылында туғыҙ балалы ғаиләлә өсөнсө бала булып донъяға килә Роза инәй. Район үҙәгендә 17 йыл йәшәгәс, атаһы Урыҫбай ауылына ғаиләһен күсереп алып ҡайта. Был ваҡытта Аҡъяр ауылында инкубаторҙа оператор булып эшләп йөрөүсе Роза инәйгә лә Урыҫбай ауылына ҡайтыуҙан башҡа сара ҡалмай. Уңған ҡыҙҙы унан да, бынан да һоратып яусылар килә башлай. Күп тә үтмәй, Аҡйегет ауылынан Әүхәҙей Алтынғужа улы менән тормош ҡороп, шул ауылда төпләнәләр. Йәштәрҙең мөхәббәт емеше булып, ете балаһы донъяға килә.
-Юҡсылыҡ ваҡыт ине, балалар яңы-яңы күтәрелеп килә ине. Бәләкәй генә өйҙә ҡәйнәм һәм беҙ. Ҡайһы саҡта ашарға ла юҡ ине. Тырышып, төрлө эштә эшләнек,-тип хәтер ебен һүтте ағинәй.
Бергә иңгә-иң терәп йәшәгән мәлдәре лә ирле-ҡатынлы Байғабуловтарҙың ғүмерлек булмай. Ғаиләһен бөтмәҫ-төкәнмәҫ ҡайғыларға һалып, 15 йылдан һуң Әүхәҙей олатай фажиғәле һәләк була. 34 йәшлек Роза инәй ете бала менән янғыҙ тороп ҡала.
Балаларҙы үҫтереп, уларҙы кеше итәм тип, Роза инәй Урыҫбай ауылында магазинға һатыусы булып эшкә урынлаша. Аҡъегеттән Урыҫбай ауылына көндә йәйәү йөрөп эшләй башлай. Йәшәй торғас, ағаһы Атингән ауылына күсеп килергә саҡыра. Күп тә үтмәй, Роза инәй, балалары менән Атингән ауылына күсеп килә. Ҡәйнәһен дә ҡалдырмай, үҙҙәре менән ала. Бында ул оҙаҡ йылдар һауынсы булып эшләй, шулай уҡ бейә лә һауа, һарыҡ та ҡырҡа, һөт тә ташый. Тағы ла тормошҡа сығып, бер балаға ғүмер бирәләр.
Ҡыйынлыҡтарға бирешмәй, Роза ҡыҙы йәшәүгә үҙендә көс таба. Балаларына лайыҡлы тәрбиә биреп, уларҙы эйәле-башлы итеп, оло тормош юлына оҙата. Бөгөн уларҙың һәр ҡайһыһының һайлаған һөнәре буйынса тырышып эшләп йөрөүе уның өсөн оло ҡыуаныс. Балалары, ейән-ейәнсәрҙәре, бүлә-бүләсәрҙәре лә инәйгә һәр саҡ килеп йөрөй.
Әйләнеп ҡараһаң, ғүмер үткән дә киткән. Быйыл Роза инәйгә 80 йәш тулған. Ғүмеренең бер көнө, бер сәғәте, бер төнө бушҡа уҙмаған. Инәй бәйләм дә бәйләй, сигеүҙә сигә, ҡорама ла ҡорай. Бынан тыш матур-матур сәскәләр сигә, ултырғыс ябыуҙары бәйләй. Өйҙәренең ҡайһы мөйөшөнә ҡараһаң да, хужабикәнең хеҙмәт емештәре сағыла.
-Бәйләү эшен бик яратам, күңел биреп эшләһәң, матур килеп сыға, ваҡыт та уҙа, тынысландыра. Ауыл мәҙәниәт йортонда эшләп килгән түңәрәккә йөрөйөм. Унда һәр төрлө ҡул эштәре менән уртаҡлашып, бер-беребеҙгә өйрәтәбеҙ, әле күптән түгел ҡорама ла ҡорай башланым. Ҡорама ҡорау – халҡыбыҙҙың борондан килгән матур шөғөлдәренең береһе ул. Шулай уҡ ҡул эштәренә бәйле конкурстарҙа ҡатнашам,-ти Роза Байғабулова.
Инәйҙең зиһене теүәл, хәтере шәп. Әлеге көндә балаларының матур итеп донъя ҡороуҙарына, үҙҙәре олатай-өләсәй булыуҙары өсөн сикһеҙ шат ул.