Һәр ваҡыт умартасыларға һоҡланам. Сөнки бал ҡорттарынан ҡурҡыу түгел, уларҙы яратҡан кешеләргә һоҡланыуҙан ҡала ниндәй хис булһын инде? Умартасы йәй көнө генә эшләй тип уйлаһағыҙ, яңылышаһығыҙ. Уларҙың йыл дауамында барған эштәре менән беҙҙе Йәнтеш ауылынан Рәфҡәт Моталов таныштырҙа. Әйткәндәй, ул1995 йылдан умартасылыҡ менән шөғөлләнә.
Иртәнге сәғәт туғыҙ... Көн эҫе... ҡояш нурҙары машина тәҙрәһенән үтеп инеп, күҙҙәрҙе сағылдыра. Умарталар Йәнтеш ауылынан 15 саҡрым алыҫлыҡта урынлашҡан. Беҙ килгәндә бал ҡорттары мәж киләләр ине. “Эш бара...” тип уйлап ҡуйҙым эстән генә. Ҡоштар һайрай, тирә-яҡ йәм-йәшел, ә аҡланда төрлө төҫкә буялған умарта оялары теҙелеп киткән.
Беҙ эштең иң мауыҡтырғыс өлөшөнә тура килдек, Рәфҡәт Йәмил улы бал айыртып, ҡорттарҙы ҡарап йөрөй ине. Балсы әйтеүенсә, хәҙер бал айыртыу өсөн иң ҡулай ваҡыт. Июль айынан ҡарағанда, августа бал тулыһынса өлгөрөп еткән була.
-Ҡортсолоҡ менән ике тиҫтәнән ашыу алып шөғөлләнәм. Был эште бик яратам. Элек күпләп ҡорт тота торған инем, хәҙер етмеште үткәс, умарта ояларын кәметтем. Быйыл һауа торошо эҫе торғас, бал ул хәтлем булманы. Урмандар япраҡһыҙ ҡалды, йүкә хатта сәскә атып та өлгөрмәне, ҡарышлауыҡтар уны юҡ итергә өлгөрҙө. Шуға ла умарталарын ялан-баҫыуҙарға алып сығып, күстәрен бер урындан икенсе урынға күсереп йөрөтөп бал йыйҙырҙым. Аҡнаҙар яғында 3 умартаны айыу һуғып, балын ашап китте. Йәнтештә быйыл бал йүнләп булманы. Быйыл ике умартанан бер феләк бал сыҡты. Шуға күрә умарталарҙы арбала сәскәле, матур ергә алып барырға тырыштым. Умартасының эше һауа торошона бәйле. Игенсе өсөн ямғырҙың ваҡытында яуып, елдең ваҡытында иҫеүе кәрәк, тигәндәй, балдың сифаты ла күп ваҡыт яҡшы һауа шарттарына, йылдың нисек килеүенә бәйле. Эше ауыр булһа ла, был эш мине үҙенә тарта. Ауырыу һымаҡ, бер башлаһаң, уларҙа ҡарағы килеп кенә тора,-ти умартасы.
Колхозда 26 йыл тракторсы, 15 йыл урмансы булып эшләп, хәҙерге 70 йәше менән барған олатай тик ултыра белмәй. Ул балта оҫтаһы ла, ағас эше менән булыша. “Ҡышҡыһын да тик ултыра белмәйем, умратаға рамдар яһайым, балауыҙ иретәһең. Умартаның төп нигеҙе-рам. Ҡорттар унда бал да йыя, ҡышын да сыға. Рам-уларға йорт йыһазы кеүек”,-ти
Мәшәҡәтле лә, яуаплы ла был эште яңғыҙ ғына алып барыу бик ауырға тура киләлер тигән һорауыма, төп ярҙамсым ҡатыным, тип яуапланы ул. Балды һығып алыу менән Мәҙинә Ғәббәс ҡыҙы шөғөлләнә. Хужабикә хаҡлы ялға еткәнсе мәктәптә математика уҡытыусыһы булып эшләй. Хәҙерге көндә тормош иптәшенә ярҙам итеп, шәп баҡса үҫтереп, мал-тыуар тотоп, ҡош-ҡорт аҫрап көн күрә. “Бергәләп эшләгән эш ырамлы була” тип юҡҡа әйтмәйҙәр. Моталовтар нәҡ бал ҡорттары кеүек, тик тора торғандарҙан түгел. Беҙҙең менән аралашҡанда ла үҙҙәре һөйләшә, үҙҙәре йүгереп эш менән булышалар. Өйҙəре әкиәт һарайы кеүек, бөтә ерҙә сәскә, ағас, баҡсаны күреп, хайран ҡалдыҡ. Мəҙинə апай бəйлəмгə лə, аш-һыуға ла оҫта.
Бал ҡортоноң балы бар, балға хәтлем наҙы бар, тип юҡҡа ғына әйтмәгәндер халыҡ, уларҙы ҡарауҙың байтаҡ серҙәренә лә төшөнөргә тура килә умарта тотоусыларға. Күстәрҙе дөрөҫ тәрбиәләү, ҡышҡылыҡҡа ябыу, ауырыуҙарын дауалау кеүек мәшәҡәттәрҙе дөрөҫ атҡарып сығыу фарыз.
Нәҙекәйбилдәре хаҡында сәғәттәр буйына һөйләргә әҙер Рәфҡәт ағайға бындай эшкә тотоноу өсөн нимә кәрәк, тигән һорауҙы бирмәй булдыра алманым. Сөнки бал ҡорттары тотоу бизнесҡа әйләнеп киткән, конкуренция көслө заманда, уның балын һатыу ҙа ҡыйынлыҡтар тыуҙыралыр тигән фекерҙәмен үҙем. Ҡортсолоҡтоң уңғанлыҡ, унан да бигерәк сабырлыҡ талап иткән шөғөл икәнен дә яҡшы беләм.
Бары тик теләк кәрәк, ти ул, һис икеләнеүһеҙ. Әлеге ауырыраҡ заманда күптәр оҙон аҡса, табыш эҙләп сит тарафҡа юлланғанда, үҙебеҙҙә лә килем килтерерҙәй шөғөлдәр табырға була, эш юҡ, тип ҡул ҡаушарып ултырған кешегә аптырайым мин, тигән фекерҙе яҡлай.
Рәфҡәт ағай бал ҡорттары хаҡында көндәр буйы һөйләй ала. Хеҙмәттәрен шул ҡәҙәр яратып, барлыҡ нескәлектәрен белеп башҡаралар. Бергәләшеп яңы айыртылҡан балдан да ауыҙ иттек. Ай-яй уның тәмлелеге! Шулай булмайынса, күпме хеҙмәт ингән уға.