Бөтә яңылыҡтар
7 Сентябрь 2020, 16:52

Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһын тапшырыуға номинанттарҙың исемлеге билдәле булды

.

Башҡортостанда 2020 йылда әҙәбиәт, сәнғәт һәм архитектура өлкәһендә Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһын тапшырыуға номинанттарҙың исемлеге билдәле булды

Сибай концерт-театр берекмәһе тарафынан «Эйәрле ат беҙ менгәндәр...» театрлаштырылған концерт программаһының сценарий авторы Миләүшә Сәйғәфәр ҡыҙы Хәбилова (Ҡаһарманова), ҡуйыусы режиссеры, балетмейстеры Фәнил Шәйхислам улы Әсәҙуллин, театрлаштырылған сәхнәләр режиссеры Минзилә Марат ҡыҙы Ҡотошова, композиторы Рәмил Париж улы Туйсин тәҡдим ителделәр.
Был программа Миңлеғәле Шайморатовтың тыуыуына 120 йыл тулыуына һәм Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына арналған.
Тамаша тәүге тапҡыр 2020 йылдың март айында Сибай сәхнәһендә ҡуйылды. 9 май көндө Сибай концерт-театр берекмәһенең Бәйләнештә (Вконтакте) төркөмөндә тамашасыларға онлайн тәҡдим ителде. «Башҡортостан» дәүләт концерт залында төшөрөлгән яҙма «БСТ», «Ҡурай» телеканалдарында күрһәтелде.

Бөгөнгө көндә «Эйәрле ат беҙ менгәндәр...» театрлаштырылған концерт программаһын берекмәнең ютуб каналында ( https://www.youtube.com/channel/UClf30BWZ7nW14fnx4wLqiIQ/videos ) ҡарарға мөмкин.
Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһына дәғүә итеүсе кандидаттарҙың исемлеге 28 августа Башҡортостан Республика башлығы ҡатнашлығында комиссия ултырышында раҫланды. 2020 йылда премияға шулай уҡ «Беренсе республика» нәфис фильмының режиссеры Булат Йосопов һәм сценарий авторы Гөлсәсәк Саламатова, «Зөләйха күҙҙәрен аса», «Ҡара йөҙҙәр» спектаклдәре режиссеры Айрат Абушахманов, рәссамы Альберт Нестеров, «Тәбиғәт һыны: йолалар һәм рух» рәсемдәр шәлкеме авторы рәссам Хәтип Фазылов, «Туған ер хаҡында хикәйәт» циклы авторы композитор Урал Иҙелбаев, шиғри йыйынтыҡтар авторы, Башҡортостандың халыҡ шағирәһе Тамара Ғәниева, «Саҡыр мине зәңгәр киңлектәргә» повесы авторы, «Атайсал» гәзитенең баш мөхәррире Хәйҙәр Тапаҡов, «Зәйнулла ишан. Хәҡиҡәт юлынан —мәңгелеккә» китабы авторы Лира Яҡшыбаева, «Көҙгө алмалар» йыйынтығы авторы, шағирә һәм драматург Танзилә Дәүләтбирҙина, «Ҡәбиләләр алышы» симфоник оркестрҙар өсөн концерт авторы, композитор Рәшит Йыһанов дәғүә итә.
БӨТӘ ДОНЪЯ БАШҠОРТТАРЫ ҠОРОЛТАЙЫ.
Читайте нас: