Туң ерҙә алыҫлаша барған итек шаҡылдауы әрнеү-шаңдау булып оҙаҡ яңғыраны. Нисәмә йылдар йөрәкте өйкәгән үҙ-ара мөнәсәбәт бына шулай көтмәгәндә хәл ителде. Һәм Сәйҙә, ниһайәт, тәүге тапҡыр тынысланып еңел һулап ҡуйҙы.
…Барыһы ла бынан ун дүрт йыл элек башланды. Күршеләрендә генә йәшәгән Тәғзимә апай, оҙаҡ ауырығандан һуң, ҡыштың сатлама бер һыуыҡ төнөндә яман шеш ауырыуынан донъя ҡуйҙы. Уның тормош иптәше, электән үк эсергә яратҡан Ғәлиулла ағай, ҡайғы һылтауы менән бөтөнләй айыҡманы. Улдары Юлай оҙон аҡса артынан Себер тарафтарына китеп олағыу сәбәпле, әсәһен ерләшергә ҡайта алманы. Хәйер, уға был хаҡта хәбәр итеүсе лә булмағандыр, сөнки бер кем дә аныҡ ҡына адресын белмәй ине. Ҡыҙҙары Гөлнараның мәктәпте тамамлап, медучилищела уҡып йөрөгән сағы.
Күрше булараҡ, ерләү мәшәҡәттәре тулыһынса Зөлфәт менән Сәйҙәнең өҫтөнә төштө лә ҡуйҙы. Аҡсаға ҡытлыҡ кисергән туғандары илашып оҙатыуҙа ғына ҡатнашты. Иҫерек атаһы менән бер өйҙә ҡалмаҫ өсөн, Гөлнара уларҙа ҡунырға рөхсәт һораны. Сәйҙә, әлбиттә, ҡыҙҙы йәлләп уның теләгенә ҡаршы килмәне. Ҡабат уҡырға киткәнендә лә ярҙам иттеләр. Артабан Гөлнараның каникул ваҡыттарын күберәк күршеләрендә үткәреүе ғәҙәти күренешкә әйләнде. Ғәлиулла ағайҙың айыҡ көндәре һирәк булғанға күрә, ҡыҙы ҡайтҡан араларҙа ул уны күрмәне тиерлек.
Уҡып бөтөп, күрше ауылға эшкә урынлашҡас та, ялдарында төп өйө итеп Сәйҙәләргә ҡайтты. Бер көндө “кәңәш тоҡсайы” тип ҡушамат тағылған Дилбәр исемле ҡарсыҡ ҡатынды ҡарауыллап тороп йәнәшә атланы.
- Ҡыҙым, Гөлнараға ярҙам итеүегеҙ сауаплы эш, ләкин өйөңә бик йыш юлатма. Йәш булһа ла, күҙе-ҡашы уйнап тора, бәлә булмағайы.
- Юҡҡа борсолаһығыҙ, Дилбәр апай, – тине Сәйҙә. – Зөлфәт уны һылыуы кеүек күрә.
- Һине яратып, яҡын күреп кенә әйтеүем. Ир-ат ҡатын-ҡыҙ үргән ауға йыш эләгеүсән, ҡалғанын үҙең ҡара, – тине әбей ҡоро ғына.
Был һүҙҙәрҙе ысынға алмаһа ла, Сәйҙәнең күңелендә юшҡын ҡалды. Бынан ары ул Гөлнара ингән ваҡыттарҙа һалҡынлыҡ күрһәтте. Зөлфәт тә, ҡыҙ йорттарына килеп инеү менән, һылтау табып сығып китеү яғын ҡараны. Тиҙҙән был сәйер ҡылыҡҡа яуап табылды.
Ямғырҙар йышайыу сәбәпле, картуф алырға һуңлап киттеләр. Шуға күрә лә ял көнөнөң матур тороуынан файҙаланып, иртә менән картуф яланына килделәр. Зөлфәт ҡаҙа барҙы, ә Сәйҙә менән Гөлнара картуфты биҙрәләп ташып, таратып һалды. Ярты баҡсаны үткәйнеләр, көтмәгәндә ҡыҙ эсен тотоп ергә сүгәләне.
Гөлнара хафаланып Сәйҙәгә ҡараны, унан ҡарашын Зөлфәткә күсерҙе. Зөлфәт көрәген ташланы ла тоҡ артынан китте.
Сәйҙә ағарынып китте. Дуҫлашып йөрөгән егете лә юҡ кеүек ине лә баһа. Әллә көсләнеләрме икән?.. Юҡ, юҡ булмаҫ.
- Кем ул? – тип һораны Сәйҙә үҙ тауышын үҙе танымай.
Әйтергә теләмәүен күргәс, ҡатын был турала башҡаса һүҙ ҡуҙғатманы. Ләкин ауылда бындай хәлде йәшереп буламы ни? Табырға етәрәк Гөлнараның ҡапыл тигәндәй эсе ҡалҡып сығыуын күргән ҡатын-ҡыҙ араһында шыш-быш башланды. Тиҙҙән ҡолаҡтан-ҡолаҡҡа күсеүсе ҡотһоҙ хәбәр Сәйҙәгә лә килеп ишетелде: буласаҡ баланың атаһы – Зөлфәт.
Киске аштан һуң һауыт-һабаны йыуғас, ҡатын иренә табан боролоп:
- Дөрөҫмө ошо хәбәр? – тип һораны. Тормош иптәшенең бер генә һүҙе бөтә имеш-мимештәрҙе туҡтатыр, ялған ғәйбәткә сик ҡуйыр, тигән өмөт йәшәй ине уның күңелендә. Әммә Зөлфәттең яуабы Сәйҙәнең бөтә ышанысын селпәрәмә килтерҙе.
- Дөрөҫ, Сәйҙә. Минең яҡтан хата булды.
Зөлфәт ҡарашын иҙәнгә төбәне. Ҡатын башына һуҡҡандай иҫәңгерәп, урындыҡҡа сүкте. Уның Зөлфәте? Гөлнара менән? Ҡасан? Нисек? Ни өсөн ул белмәгән? Ул устары менән йөҙөн ҡаплаған килеш байтаҡ бәүелеп ултырҙы. Ире ниндәй генә һүҙҙәр әйтһә лә, ҡатынының үҙен ғәфү итә алмауына төшөндө. Сәйҙә уны ҡыуманы. Тик ике арала күҙгә күренмәҫ быяла барлыҡҡа килде.
Зөлфәт китмәне. Ҡатынының ғәфү итеүен һораны, тик уның ялбарыу һүҙҙәре һалҡын, нәфрәт тулы ҡарашҡа осрап, кире ҡаҡлыҡты. Сәйҙә бер һүҙ ҙә ишетергә теләмәне. Урамда уларҙы ғәйепләп йәки яманлап һүҙ йөрөтмәне. Кемдәрҙеңдер үҙен йәлләп башлаған йыуатыу хәбәрҙәрен дә ҡырҡа туҡтатты.
Гөлнараның ҡыҙы донъяға килгәс, Сәйҙә ире менән бөтөнләй һөйләшмәҫ булды, хатта Зөлфәттең бер-ике мәртәбә ҡыҙмаса ҡайтыуын да күрмәмешкә һалышты. Ошоғаса бер ҡыйыҡ аҫтында йәшәгән, бер-береһе өсөн йөрәктәрен ярып бирергә әҙер ике йән ят кешеләргә әүерелде.
…Тәүге ике көндә Зөлфәт Гөлнараларҙың өйөнән сыҡманы. Сәйҙә, нисек кенә йөрәге әрнемәһен, һыр бирмәҫкә тырышты. Ире кис һуң ғына ҡайтып диванға ауҙы, ә иртәгеһен таң менән сығып китте.
Сәйҙә йоҡо бүлмәһенән иҙән таҡталарының шығырлауын, Зөлфәттең ауыр һулап ҡуйыуын тыңлап байтаҡ ятты. Күңелен бушлыҡ солғап алды. Ирекһеҙҙән күҙҙәрен йәш томаланы, ул мендәргә ҡапланып оҙаҡ иланы. Үҙенең әсә бәхетенән мәхрүм булыуын, ә Зөлфәттең үҙ балаһын һөйөргә теләүен аңлай ине. Артабан нисек йәшәргә? Ул үҙен Зөлфәттең тормошонда артыҡ итеп тойҙо.
Сәйҙә күп илауҙан шешеп ҡыҙарған күҙҙәренә услап ҡар алып терәне. Көндәге күнегелгән хәрәкәт менән өй эштәрен башҡарҙы. Тамағына аш бармаһа ла, көсләп тигәндәй үҙен сәй эсергә мәжбүр итте. Унан кер йыуыу машинаһында йыйылған керҙәргә ҡарап торҙо ла, Зөлфәттең кейемдәрен айырып иҙәнгә ырғытты. Был ҡыланышынан үҙенә ҡыйын булып китте.
- Булһын, – тине ул тамағындағы төйөрҙө йотоп. – Минең өсөн ул хәҙер сит кеше. – Ҡатындың йөрәге һыҙланы. Сәйҙә бер нисә йыл элек булған ваҡиғаны иҫләне.
…Ҡыштың матур бер көнө ине. Ул, шатлығын тиҙерәк Зөлфәткә еткерергә теләп, атламай, оса ғына. Тормош ниндәй матур! Ҡояшта йым-йым килгән ҡар бөртөктәре донъяға сафлыҡ бөркә, атлаған һайын шығырлаған ҡар үҙенә генә хас көй сығарып йәнгә моң өләшә.
Сәйҙә әсә буласаҡ! Ошонан да ҙур бәхет бармы икән донъяла?! Ул Зөлфәттең ҡыуаныстан уны күтәреп алып, бүлмә буйлап өйрөлтәсәген, шашып биттәренән, күҙҙәренән үбәсәген алдан уҡ белеп тора, шуға ла ирекһеҙҙән йылмая ине.
Шул уҡ төндө күп ҡан юғалтыуҙан хәлһеҙләнгән Сәйҙәне “тиҙ ярҙам” машинаһы дауаханаға алып китте. Зөлфәткә баланы һаҡлап ҡалыу мөмкин түгел, әсәнең ғүмере ҡыл өҫтөндә, тинеләр. Бүтәнсә балаға уҙа алмаясағын раҫланылар.
– Яҙмыш беҙгә шундай һынау биргән икән, тимәк бер-беребеҙ өсөн йәшәрбеҙ, – тип тынысландырырға тырышҡайны ул саҡ ҡатынын Зөлфәт… Бөтәһе лә һин уйлағанса килеп сыҡмай икән. Ул ирендәрен ҡымтып тешләне лә, иренең кейемдәрен ҡабаттан кер йыйыу машинаһына ташланы.
…Йоҡларға йыйынған Сәйҙәне Зөлфәттең ишек шаҡыуы тертләтте. Ошо хәлдәрҙән һуң нисек уның янына инергә баҙнат итәлер?! Ул йән асыуы менән ишекте асып, уға нәфрәтле ҡарашын төбәне:
Зөлфәт уға тилмереп ҡараны.
- Һинең менән һөйләшергә ине.
- Һөйләшеүҙең хәҙер кәрәге юҡ. – Сәйҙә йоҡо бүлмәһенә йүнәлгән иренең юлына арҡыры төштө.
- Зөлфәт ҡарашын ҡайҙа төбәргә белмәй, ҡулын ҡаушырҙы.
- Сәйҙә… Тыңла мине… Үҙемде аҡламайым. Беҙҙең арала һөйөү хисе юҡ. Яңылыштым. Ғәфү ит.
Сәйҙә, ҡалтыраныуын һиҙҙермәҫкә тырышып, тәҙрә янына килде. Зөлфәт һөйләүен дауам итте:- Беләм, һиңә еңел түгел. Һуңғы ваҡытта ғәйбәт менән ауыл тулды. Беләһеңме, Гөлнара ҡаты ауырый. Табиптар баланан һуң өҙлөккән, тиҙәр. Уны дауаханаға һалалар, әммә баланы ҡалдырырға урын юҡ. Ярҙам ит, зинһар… Ун биш көнгә генә.
Сәйҙә ғәжәпләнеүҙән дуғаланған ҡашын яҙып иренә ҡараны.
- Гөлнара ауырый тиһеңме?
- Эйе. Ошоғаса баланы мин ҡараным, тик ҡулымдан килерҙәй түгел. Етмәһә, Ғәлиулла ағай иҫерек.
Сәйҙә Зөлфәткә бер һүҙ ҙә өндәшмәйенсә үҙ бүлмәһенә инеп китте.
Иртәгеһен ул күршеләренең өйөнә килде. Ярты бүлмәне биләгән урындыҡ өҫтөндә сәңгелдәк элеүле тора. Бер яҡ мөйөштә Гөлнара ята. Ул тағы ла нығыраҡ ябыҡҡан. Йонсоған күҙҙәре эскә батып һүрәнләнгән йәш әсә ҡаушауҙан, ҡурҡыуҙан ҡалтыранған тәнен ҡуҙғатып, хәлһеҙ генә урындыҡтан ҡалҡынды. Сәйҙә уны йыуатыуҙан тыйылды. Ул берсә ятһынып, берсә ҡыҙыҡһынып сәңгелдәккә яҡынлашты. Бала ҡул-аяҡтарын туҡтауһыҙ сәбәләндереп имергә эҙләй ине. Сәйҙәгә ошо кескәй генә яҡлаусыһыҙ йән эйәһе сикһеҙ йәл тойолдо. Баланың уның алдында ниндәй ғәйебе бар?
…Гөлнараны дауахананан ике аҙнанан һуң да сығарманылар. Сәйҙә эшенә барып отпускыһын оҙайтыуҙарын һораны. Тәүге көндәрҙә бик ауырға тура килһә лә, ул аҡрынлап бала ҡарау серҙәренә төшөнә барҙы. Үҙен кеше һүҙенән аралап, бер кемдән дә кәңәш һораманы. Гөлназ илаһа, уның менән бергә иланы, йоҡлаған мәлендә эшен бөтөрөп ҡалырға тырышты. Ҡыҙға тамам эйәләшкән ҡатын уны ҡосағына ҡыҫып бәүелткәндә: “Ниңә мин һинең әсәйең түгел икән?” – тип бышылданы.
Зөлфәт тә ҡатынында булған үҙгәреште күрмәй ҡалманы. Уның сабый янында булышыуын ҡырҙан ғына күҙәтте. Ярҙам кәрәк саҡта эргәһендә булды. Ләкин үҙ-ара һөйләшмәнеләр.
Тиҙҙән Гөлнара дауахананан ҡайтты һәм ҡыҙын алырға килде. Сәйҙә, ниндәйҙер өмөт менән хәлһеҙлеге йөҙөнә бәреп сыҡҡан йәш ҡатынға төбәлде.
- Әле нығынып бөтмәгәнһең бит. Бала миндә ҡалһын.
Гөлнара тупаҫ тауыш менән:
- Атаһы ҡарашыр, – тине. Шул саҡта ғына Сәйҙә Гөлнараның Зөлфәтте нисек тә булһа үҙе янында тоторға тырышыуын аңланы. Бына уның күршеһенең мәрхәмәтлек, изгелектәренә рәхмәте! Ләкин Зөлфәт башҡаса күршегә инмәҫ булды. Уның ҡарауы, Сәйҙә үҙенә урын таба алманы. Уға бер туҡтауһыҙ Гөлназ илай кеүек тойолдо. Көнөнә әллә нисә тапҡыр ишек алдына сығып тыңлап та ҡараны. Шәмбегә ҡараған төн яҡынлашыуға бала илауы айырым-асыҡ ишетелде. Сәйҙә йоҡлай алмай туҡтауһыҙ бүлмәнең иҙәнен тапаны. Ахырҙа түҙмәй ал яҡҡа сыҡты. Зөлфәт өнһөҙ ҡараш менән ҡатынын күҙәтте. Сәйҙәнең күңелендә ниндәй ҡойон уйнағанын аңлай ине ул. Ҡатын уңлы-һуллы бәргеләнде лә, шәп-шәп аҙымдар менән Гөлнараларҙың өйөнә табан атланы. Бала илап, ярһыуҙан ҡып-ҡыҙыл булып, тимгел таптар менән ҡапланғайны. Сәйҙә Гөлназды тынысландырырға тырышып, күкрәгенә ҡыҫып:
Гөлнара һыңҡып илап ебәрҙе.
- Мин яңғыҙым ғына яфаланырға тейешме ни?
Икенсе бүлмәнән Ғәлиулла ағайҙың асыулы тауышы ишетелде.
- Ә кем өсөн таптың һуң? Зөлфәтте Сәйҙәнән айыртып алыр өсөнмө?
- Атай, ҡыҫылма! Һинән бер ни ҙә һорамайҙар бит.
Сәйҙә аптырап Гөлнараға ҡараны.
- Ысынлап та, бары тик шуның өсөн генә таптыңмы?
Тағы ла аҙна-ун көндәй ваҡыт үтте. Бер көндө Зөлфәт иртәләп ҡайтты ла, Сәйҙәне алғы яҡҡа саҡырып сығарҙы.
- Гөлнара баланы йәтимдәр йортона бирергә ниәтләй, – тине ул. –Эшкә сығам, ти.
Сәйҙә уға моңһоу ҡарашын төбәне. Ир үҙенең иң яҡын, иң ҡәҙерле кешеһенә күпме ғазаптар килтереүенә, әрнеү уттарында янырға мәжбүр итеүенә әсенде. Шундай саҡта ла Сәйҙәнең кешелекле булып ҡала белеүенә һоҡланды. Уны ҡосағына ҡыҫып йыуатҡыһы, ғәфү үтенгеһе килде.
Һүҙһеҙ ҡараштарҙа тойғолар тәрәнлеген аңлатҡан һағыш ята ине.
- Баланы әгәр ҙә минеке итеп юллай алһаң, барыһына ла ризамын, – тине Сәйҙә тынлыҡты боҙоп. – Һин уның атаһы, хаҡың бар, тик мин бында ҡала алмайым.
Зөлфәт менән Гөлнара араһында ниндәй һөйләшеү булғандыр – билдәһеҙ, ләкин улар ике аҙна эсендә йорт-йыһаздарын һатып, ауылдағы ғәйбәткә һуңғы нөктә ҡуйып, күсеп китте. Сәйҙә үҙе өсөн иң ҡәҙерле йәнгә әйләнгән сабыйҙы күкрәгенә ҡыҫып, артабанғы яҙмыштарын Зөлфәткә тапшырып, һуңғы мәртәбә үҙҙәренең өйөнә боролоп ҡараны ла, йәшле күҙҙәрен йүргәк араһына йәшерҙе.
…Зөлфәт иртә менән урман эше буйынса сығып китте, Гөлназ әле мәктәптән ҡайтмаған. Ҡыйыуһыҙ ғына ишек ҡағыуға туҡмас йәйеп торған Сәйҙә:
- Инегеҙ, асыҡ, – тип саҡырҙы. Үҙе инеүсене сәләмләргә тип боролдо ла, көтөлмәгән ҡунаҡты күреүҙән, уҡлауын төшөрөп ебәрҙе. Гөлнара! Гөлнара нимәнән һүҙ башларға белмәй, ә Сәйҙә осрашыуҙы яҡшыға-яманға юрарғамы тип, бер нисә минутҡа һүҙһеҙ ҡалдылар.
Ахыр, Сәйҙә үҙен ҡулға алды.
- Уҙ әйҙә, – тине ул ҡоро ғына.
Үҙе иҙәнгә төшкән уҡлауҙы эйелеп алды ла табаҡтағы һыуҙа сайҡатты. Ҡоро сепрәк менән ҡоротҡансы һөртөп, он менән һыпырҙы. Гөлнара аяҡ кейемдәрен сисеп, өҫтөн һалғас, тәҙрә янындағы ултырғысҡа яҡынланы.
- Нисек йәшәйһегеҙ, Сәйҙә апай, – тине ул өй эсен күҙҙән үткәреп.
- Аллаға шөкөр, зарланмайым. – Ҡатын ҡабаланып туҡмасын йәйеп бөттө лә ашъяулыҡҡа киптерергә һалды. Сәйгүнгә һыу тултырып газға ҡуйҙы. Үҙе эске ҡалтыраныу менән Гөлнараның сираттағы һорауын көттө.
- Мин һеҙгә яуызлыҡ теләп килмәнем. – Тыныс ҡына әйтелгән әлеге һүҙҙәрҙән һуң Сәйҙәнең өҫтөнән ауыр йөк төшкәндәй булды. Ул, ниһайәт, күршеһенең йөҙөнә күтәрелеп ҡараны.
Ҡыҙҙың биттәре түңәрәкләнеп, ҡулбаштары, кәүҙәһе тулыланып матурланған, һылыу ҡатынға әүерелгән. Күҙ ҡараштарының Гөлназдыҡына оҡшаш булыуына Сәйҙә тертләп ҡуйҙы.
- Гөлназ мәктәптә, йәмғиәт эштәре буйынса йөрөй, – тине ул.
Гөлнара ҡарашын һыуытҡыс башындағы фотоһүрәткә күсерҙе. Ҡара диңгеҙгә барған саҡта өсәүләп төшкәйнеләр.
- Ҡайһылай ҙурайған, – тине ул көнсөл тауыш менән. – Урамда күрһәм, танымаҫ инем.
Сәйҙә өндәшмәй генә өҫтәл әҙерләне, үҙе йәш ҡатындан күҙен алманы. Ниндәй маҡсат менән килгән? Гөлназ ҡайтһа, кем тип таныштырыр? Башында бер-бер артлы һорауҙар ҡайнаны. Ул Гөлнараны өҫтәл янына саҡырҙы.
- Һеҙҙән һуң мин дә ауылды ташлап сығып киттем, – тип һүҙ башланы Гөлнара ҡайнар сәйгә өрә-өрә. – Ҡалала эшкә урынлаштым, кейәүгә сыҡтым. Улыма алты йәш була инде. Ирем һәйбәт, тик ғәрсел кеше. Гөлназ тураһында белмәй. Өс йыл элек атайым да донъя ҡуйҙы. Себерҙәге Юлай ағайым ҡайтып китте. Уның да үҙ ғаиләһе, үҙ тормошо. Ауылдағы өй буш тора хәҙер. Ә һеҙҙең йортто ҙурайтҡандар, ҡырҙан ғына ҡарап уҙҙым.
Гөлнараның һүҙҙәре элекке ваҡиғаларҙы хәтерләтте, күңелен һыҙлатты. Ул ваҡытта Зөлфәт ғаиләһен ауылдағы ғәйбәттән, мыҫҡыллы ҡараштан һаҡлап ҡалыр өсөн ҡабалан ғына өйөн һатты ла, яңы адресты иң яҡын кешеләренә генә әйтеп, ауылдан сығып киткәйнеләр шул.
- Беҙҙең адресты кем бирҙе?
- Журналда һине маҡтап яҙған мәҡәләне уҡыным. Унда райондың да, ауылдың да исеме яҙылған.
Ысынлап та, бынан ике ай самаһы элек Уның хаҡында журналға яҙғайнылар. Урман хужалығында эшләүсе Сәйҙәгә күптәр шылтыратып ҡотлау һүҙҙәре еткерҙе.
- Ошонан һуң үҙемә урын таба алмайым. Тәүәккәлләнем дә юлға сыҡтым. Иремә өй тураһындағы мәсьәлә менән үҙ ауылыма барам, тип ялғанланым.
- Гөлназды көтмәйһеңме ни?
- Юҡ. Бәлки беҙгә осрашырға яҙмағандыр. Күрһәм, тыйыла алмам, илармын.
Гөлнара кейемен алды ла Сәйҙәгә табан боролдо.
- Сәйҙә апай, мин үҙем ғаиләле булғас ҡына, һиңә ни тиклем ғазап килтергәнемде аңланым. Ғәфү ит мине, зинһар өсөн.
Уның күҙҙәрендә эркелгән йәштәргә ҡарап, Сәйҙә түҙмәне, ҡатынды ҡосаҡлап алды.
- Гөлназ ҡыҙым өсөн рәхмәтлемен һиңә. Мин һине күптән кисергәнмен.
Гөлнара күҙ йәштәре аша күңелһеҙ генә йылмайҙы.
- Борсолмағыҙ, нисек кенә йөрәгем әрнеһә лә, мин башҡаса һеҙҙең тыныслығығыҙҙы боҙоп йөрөмәйәсәкмен. Хуш, һау бул, Сәйҙә апай. Рәхмәт һиңә барыһы өсөн дә.
Сәйҙә Гөлнараны оҙата сыҡты ла, ул күҙҙән юғалғансы ҡарап торҙо.
- Әсәй, ниңә урамға сығып көтөп тораһың? Һуңлабыраҡ ҡайтам, тип әйттем дә инде.
Гөлназ әсәһен ҡосаҡлап битенән үпте.
- Киләһе аҙнала әҙәби кисә була. Миңә “Кеше тормошонда изгелектең әһәмиәте” темаһы эләкте.Ул хәбәрен һөйләй-һөйләй әсәһен өй яғына ыңғайлатты. Сәйҙә ҡыҙының ҡыуаныслы-көйөнөслө һүҙҙәрен тыңлаған һайын, бөгөнгө көнгә тиклем оҙата килгән борсоулы уйҙарының аҡрынлап таралыуын, ҡурҡыу тойғоһоноң юғалыуын тойҙо. Гөлназ хаҡына ул Зөлфәтте кисерҙе, тыуған төйәген ташлап, бөтөнләй ят ергә килеп йәшәй башланы, барлыҡ туғандарынан, дуҫтарынан ваз кисте.Дөрөҫ эшләнеме? Был һорау уны оҙаҡ яфаланы. Баланы әсәһенән айырып, үҙенә гонаһ ҡына алды түгелме?Әммә Сәйҙә бөтә һөйөүен, әсәлек наҙын Зөлфәттең икенсе ҡатындан тыуған балаһына бүләк итте. Бер ҡасан да иренә үткән ваҡиғалар тураһында һөйләмәне, үпкә һүҙҙәрен әйтмәне.
“Әсәй!” тигән һүҙҙе ишетеү өсөн уға күпме хурлыҡ, кәмһетелеүҙәр аша үтергә тура килде. Бөгөн Сәйҙә үҙенең ошо бәхеткә лайыҡлы булыуына инанды.
Ниндәй бөйөк көс икән ул – Әсәлек.