Бөтә яңылыҡтар
4 Сентябрь 2020, 11:58

Өфөлә фронтҡа киткән уҡытыусылар һәм уҡыусылар иҫәтәлегенә арналған стела төҙөкләндерелде

Яңыртылған хәтер. Архитектур ҡоролма үткән быуаттың алтмышынсы йылдарында урындағы халыҡ көсө менән төҙөлгән. Ул һуғыш йылдарында хәрби госпиталь итеп үҙгәртелгән 12-се мәктәп ихатаһында урынлашҡан. Тап ошо белем усағынан Бөйөк Ватан һуғышының тәүге көндәренән үк уҡытыусылар һәм уҡыусылар фронтҡа китә. Уларҙың ике тиҫтәнән ашыуы бөгөнгө тыныс тормош өсөн яуҙа башын һала. Әле был бинала йәштәр үҙәге, хәрби-патриотик клубтар урынлашҡан. Стеланың төҙөкләндерелеүе киләсәк быуынды тәрбиәләүҙә ҙур роль уйнай.Таушала башлаған стела эшҡыуарҙар ярҙамында төҙөкләндерелгән. Уның тап бөгөн, икенсе бөтә донъя һуғышы тамамланған көндә асылыуы ла быуаттар бәйләнешен, хәтерҙе тергеҙә. Үҫеп килгән быуын Еңеүҙең ниндәй ҡорбандар менән бирелеүен белергә тейеш, ти эшҡыуарҙар.

Яңыртылған хәтер. Архитектур ҡоролма үткән быуаттың алтмышынсы йылдарында урындағы халыҡ көсө менән төҙөлгән.
Ул һуғыш йылдарында хәрби госпиталь итеп үҙгәртелгән 12-се мәктәп ихатаһында урынлашҡан. Тап ошо белем усағынан Бөйөк Ватан һуғышының тәүге көндәренән үк уҡытыусылар һәм уҡыусылар фронтҡа китә. Уларҙың ике тиҫтәнән ашыуы бөгөнгө тыныс тормош өсөн яуҙа башын һала. Әле был бинала йәштәр үҙәге, хәрби-патриотик клубтар урынлашҡан. Стеланың төҙөкләндерелеүе киләсәк быуынды тәрбиәләүҙә ҙур роль уйнай.
Таушала башлаған стела эшҡыуарҙар ярҙамында төҙөкләндерелгән. Уның тап бөгөн, икенсе бөтә донъя һуғышы тамамланған көндә асылыуы ла быуаттар бәйләнешен, хәтерҙе тергеҙә. Үҫеп килгән быуын Еңеүҙең ниндәй ҡорбандар менән бирелеүен белергә тейеш, ти эшҡыуарҙар.
Читайте нас: