Бөтә яңылыҡтар
4 Сентябрь 2020, 12:10

ЭШЛӘП ЙӨРӨҮЕН КҮРЕП ҺӨЙӨНГӘЙНЕК...

.

Венер Исхаков


Ошо хәлдә күргән һайын йөрәгем әрней. Күршемде. Бөгөн тағы. Үлгәнсе эсә тип уның һымаҡтар хаҡында әйтәләр. Көс-хәл менән әсәһе, ҡустыһы подъезға һөйрәп индерҙе. Ишек тотошоп торорға тура килде... Әсәһе менән йәшәй, уны һөйрәп алып ҡайталар, подъезда ятҡан мәлдәре йыш. Ошонда йәшәүселәр, балалалар ашатланып үтергә күнегеп бөттө... Һүгенмәй, тауышланмай, иҫен юғалтҡансы эсә. Әсәһе улын индермәгән сағы була, ныҡ тауышланып әрләгәне, бәргеләп алғаны ла ишетелеп ҡуя.
Өмөтһөҙлөктән. Ә ир үҙе бер тауыш күтәрмәй, яҡындары нисек кенә әрләһә лә. Өс ҡатлы йортта барыһы ла ишетелеп тора, бар хәл күршеләрҙең күҙ алдында. Ҡырҡ йәштәр тирәһелер был бисараға, водитель, бер нисә ай элек пассажирҙар ташыу буйынса ойошмаға эшкә кереүен, һин дә мин эшләп йөрөүен күреп һөйөнгәйнек.
Төҙәтеп булмаҫ ахырыһы... Әсәһенең күршеләрҙең күҙенә ҡарамай ғына һөйләшеүен күреү - үҙе бер йән ғазабы. Арыған. Төңөлгән. Ғәзиз балаһын эскенән арындырыу өсөн ниндәй генә сараһын, юлын ҡулланып ҡарамаған. Инде нисәнсе ҡат дауалап, ҙур танышлыҡ менән эшкә урынлаштырғайны. Әлдә генә тағы бер улы, таянысы бар. Бер үк тәрбиә биргән, яратып, ҡәҙерләп үҫтергән. Хоҙай күрһәтмәһен...
С. ҒӘЛИНА.
Читайте нас: