Бөтә яңылыҡтар
4 Сентябрь 2020, 11:57

ҠАСАН ЙЫЛЫ БИРӘЛӘР?

.

Нэркэс Валиуллина

Баш ҡала хакимиәтендә ҡаланың социаль учреждениеларына ҡасан йылы бирәсәктәре тураһында хәбәр иттеләр.
Өлфәт Мостафин һүҙҙәре буйынса, быйыл коронавирус пандемияһы һәм сезонлы киҫкен респиратор ауырыуҙар таралыу арҡаһында сентябрь урталарында уҡ йылы бирә алалар.
“15 сентябргә йылылыҡ бирер өсөн барыһы ла әҙер булырға тейеш. Беренсе сиратта социаль учреждениелар тора, әлбиттә. Шулай уҡ һауа торошо ниндәй булыуы ла мөһим”, – тине хакимиәт башлығы. Ул шулай уҡ ҡайһы бер медицина учреждениелары урынлашҡан тораҡ йорттарҙы контролгә алырға йөкләмә бирҙе. Был йорттарға йылылыҡ сроктан алда килергә тейеш.
Оператив кәңәшмә барышында ҡала башлығы ресурстар менән тәьмин итеүсе ойошмалар етәкселәренә мөрәжәғәт итте. Эҫе һыу менән бәйле мәсьәләне иҫтәренә төшөрҙө ул.
“Пандемия менән бәйле ремонт эштәре сроктарын күсеүен аңлайым, әммә 1 сентябргә барлыҡ торлаҡ йорттарҙа һәм белем биреү учреждениеларында эҫе һыу булырға тейеш. Эште көсәйтегеҙ”, - тине Өлфәт Мансур улы.
Читайте нас: