Бөтә яңылыҡтар
1 Сентябрь 2020, 18:19

ҺАРЫ МӘТРҮШКӘ

.

Разинә Зайнетдинова

Эс борғанда эмалле һауытҡа ҡалаҡ ярым һары мәтрүшкә сәскәһен бер стакан ҡайнар һыуға һалып 20 – 30 минут талғын утта тоторға. Һыуынып, һөҙөп алғас, ҡалаҡлап, хәл һәйбәтләнгәнсе көн дауамында эсергә.
Иммунитетты көсәйтеү өсөн бер ҡалаҡ һары мәтрүшкә сәскәһен бер стакан ҡайнар һыуға һалып төнәтергә. Был сәйгә шулай уҡ йүкә сәскәһен ҡушырға ла мөмкин.
Бит тиреһе майланғанда ике ҡалаҡ һары мәтрүшкә сәскәһен бер стакан ҡайнар һыуға һалып ун минут талғын утта тоторға. Һыуытып, һөҙөп алғандан һуң, мамыҡ менән таҙа биткә һөртөргә. 10 – 15 минуттан һуң һалҡынса һыу менән йыуырға.
Читайте нас: