Бөтә яңылыҡтар
26 Август 2020, 12:49

Тәүге гөлләмә.

.

Миңзифа Ҡашҡарова.
Тәүге гөлләмә.

Беҙ ғаиләлә ике ҡыҙ һәм биш малай үҫтек. Мин һуңлап ҡына , атай әсәй ҡартайып барғанда , яңылыш ҡына тыуған ҡыҙ баламын . Мин тыуғанда апай , ағайҙарым ҙурайышып үҙ аллы булып бөткәндәр ине инде . Кинйәбикә булһам да , иркәләп ҡотороп йөрөү эләкмәне . Өлкәнәйеп барған атай әсәйгә ярҙам итеү минең елкәгә һалынды.
Берҙән бер иң өлкән апайым Хәлимә , үзбәк.кә кейәүгә сығып Үзбәкстанға сығып киткән ине. Бик һирәк ҡайтты . Дүрт ағайым да ситкә сығып киттеләр. Икәүһенеке еңгәйҙәр мәрйә. Икәүһенеке татар. Улар хатта үҙҙәренең тыуған яҡтарында атай әсәһе , бәләкәс кенә һеңлеләре бар икәнен иҫләмәгәндәрҙер ҙә әле . Мин , йәғни Нәзирә исемле ҡыҙыҡай ,ағайҙарымды фотонан ғына ҡарап белә инем .
Иң өлкән ағайым Ибраһим ғына ауылда йәшәне . Ғүмерем буйына ошо ағайым миңә терәк булды .

Тормошҡа сыҡҡас та ағайым менән ҡатнашып йәшәнек . Улар мине бер ҡунаҡтан , бер байрамдан ҡалдырманы . Күстәнәстән өҙмәнеләр .

Анда бында тормош мәшәҡәттәренән арынып , еңгәмә барып өсәр сәғәтләп ултырып ҡайтырға яратам мин . Минең башым ишектән күренеү менән , еңгәм сәйнүгенә йәбешә һала . Сәй ҡайнағансы ,бешергән ризығын йылыта , өҫтәлгә сәй ултырта . Хәбәрен һөйләп йөрөй .
Эй, яратам да инде , ошо Ғилминур еңгәмде ! Көлөп кенә , көйләп кенә хәбәр һөйләүен иҙерәп тыңлап ултырам .
Бөгөн дә , барып еңгәмдә сәй эсеп , һөйләшеп ултырып ҡайтайым әле тип ниәтләнем . Иртәнсәк кенә бешергән еләк пирогын һалып алдым , бер ҡап ҙур сәйҙе ҡуштым . Күстәнәскә тип . Ғилминур еңгәм ярата мин бешергән пирогтарҙы . Маҡтай маҡтай ҡырҡып сәйгә ултыртасаҡ , ә сәйҙе кире сумкама тығып ҡайтара ул . Кәнфит мәнфит алып барһаң да шулайта .
- Барлы юҡлы аҡсаңды әрәм итеп күстәнәс әпкилгеләмә , балаларға апҡайт , тип сумкаға кире тыға ҡайтыр саҡта .
Бына шул еңгәмә килдем сәйҙәр эсеп , күгәрсендәй гөрөлдәгән тауышын тыңлап , ял итеп ҡайтайым тип .
Еңгәм ней , һәр ваҡыттағыса ҡоласын йәйеп ҡаршы алды.
- Нәзирәм инеп килә , үт , үт әйҙә , бикәс .
Өйҙөң түрендәге һый тулы өҫтәлде күргәс , ишек төбөндә тапанып тора бирҙем .
- Еңгәй , әллә ваҡытһыҙ килеп индемме ? Ҡунаҡ саҡырҙыңмы әллә ?
- Хатта ваҡытлы . Әйҙүк , түргә үт . Еңгәм мине этеп тигәндәй төпкә үткәрҙе .
Ул арала ишек шар асылып китте лә , тәүҙә бер ҡосаҡ роза сәскәләре күренде , шунан Ибраһим ағайымдың башы күренде . Былай ҙа ҙур ауыҙы ҡолағына тиклем йырылған . Аллтмышты ҡыуалаған ағайым сәбәбе булһа ла , булмаһа ла Ғилминур еңгәмә сәскәләр ҡосаҡлап ҡайта ул . Урманға барһа урмандан , ҡалаға барһа магазиндан . Әле Себерҙән вахтанан ҡайтып килеүе уның . Ҡайтҡан һайын тере баҙлап торған ҡып - ҡыҙыл розалар гөлләмәһе алып ҡайта . Әлбиттә , еңгәм менән ағамды шул тиклем яратам . Ләкин , барыбер ҙә күңел төбөн әллә ниндәй сысҡан кимереп ҡуя шул . Еңгәм дә килешкән , йыуан кәүҙәһен мыймылдатып атлап барып ағайымды ҡосаҡлап алған була ла , битенән суп иттереп үпәс иткән була . Мин ней инде ғүмерҙә лә сөсөләшеүҙе лә белмәнем бит инде.Үҙемм дә ҡорораҡмын , Фирғәтем дә туң йөрәк . Төндә генә , балалар йоҡлап бөткәс кенә , таш шикелле ҡаты ҡулы менән ҡосаҡлаған була шунда . Мин ней , ғүмер буйы оялған булам . Уй, кеше алдында үпәс итешеп тороу ҡайҙа ул ! Сәскәне ғүмеремдә лә , берәү ҙә бүләк итмәне .
Ағайым менән еңгәмә көнләшеп ҡарайым үҙем . Әллә нисек килешеп кенә , матур итеп йәшәйҙәр ул .Еңгәмдәрҙән ҡайтҡас , бар асыуымды иремә төшөрҙөм .
- Ҡартайып бөткән әбейгә бабайы розалар ғына ҡосаҡлап ҡайта .Һин эшкинмәгән , ғүмер буйы йәшәп , бер ыштан да бүләк иткәнең юҡ !
- Ыштанһыҙһыңмы әллә , шифанир тулы сепрәк . Сәскәгә аҡса әрәм иткәнсе , тракторыма запчасть алам мин, минең игәүгә өйрәнеп бөткән иремдең иҫе лә китмәне .Пыр туҙып һөйләнеп йөрөй торғас , мышҡылдауға күстем . Ғүмерем үтте бит заяға , кеше бисәләре һымаҡ ҡуҡырайып та йөрөп булманы .. . Мышҡылдау сеңләүгә шунан үкһеп илауға әүерелгәс кенә , Фирғәтем ятҡан урынынан тороп яныма килде , таштай ҡулдары менән арҡамдан туп туп бер икене һөйгән булды ла , ярар бисәкәй , ярар. Илле йәшеңә алтын алҡа әпирермен.Валлаһи , әпирәм .
- Эйе һиңә ! Әпирерһең әпирмәйҙә ! Ҡарун .Ул илле йәш ҡасан була ул әле , өс йыл көтөр кәрәк . Һиии . . . Ҡулымды һелтәйем дә , нисек тиҙ енләнгән булһам шулай тиҙ һүреләм дә ,өйҙәге ваҡ төйәк эшемә әүрәйем.Холҡом шулайыраҡ минең. Тиҙ ярһый , тиҙ һүрелә торған . Илле йәшкә лә оҙаҡ әле.Егерме биш йыл ғүмер итеп , ғүмерҙә лә бүләк бирә белмәгән иремә лә күнгәнмен инде .Ә шулай ҙа , уй йүгерек бит .Үҙем эш менән булам , үҙем уйға ҡалдым . Ағайымдың еңгәмә сәскә алып ҡайтыуы йөрәгемде ҡуҙғатты ла баһа ! Был доньяға ҡатын ҡыҙ булып тыуыуымдан ни фәтеүә ? Ғүмеремдә бер тапҡыр ҙа , ир егет заты бер бөртөк сәскә биргәне юҡ . Бына әхирәттәрем ул яҡтан уңдылар тиһәң дә була . Күрше Фаягөлдө ире әпәүләп кенә тора . Батша бисәһеме ней инде . Алтын алҡаһы утыҙға тулғандыр инде . Китсе , уны ҡасан тағып бөтөрҙер . Сәскәне әйтеп тә тормайым . Әллә көн һайын апҡайта инде . Күрше йәшәгәс күреп торам бит инде .Бер ерҙән ҡайтһа , машинаһын пипелдәткән була оҙон итеп , тегенеһе сығып торған була тупһаһында , ауыҙы ҡолағына етеп . Үҙенең ике күҙе беҙҙең яҡта . Эй , бахыр Нәзирүш , күр мине , тигән һымаҡ ҡайҡайып торған була. Иренең ингәнен тыныс ҡына өйөндә көтөп ултырһа ла булыр ине инде . Күрһәм дә күрмәмешкә һалышам . Артыҡ иҫем китмәгән һымаҡ булһа ла , эс көтөрләп ҡуя шул , ҡалайтаһың инде , һәр кемдең дә бер насар яғы була бит . Мин дә шул әхирәттәрем тормошона күҙем ҡыҙып бер булам инде .Был ир булған кешемә лә аптырап ҡуям мин .Әллә моңһоҙ , әллә белдекһеҙ , әллә һаран . Ғүмер буйы йәшәп , сәскә түгел бүләк тә әпиргәне юҡ бит ул . Әрләп тә , илап та тулап та ҡараным . Булмағас булмай инде , ҡалайтаһың .
- Ана , шуның ире ҡатынына тун әпиргән , тиһәң , шуның иренә барыр кәрәк ине , була яуап . Шундай ҡоро яуаптан һуң , ни әйтергә белмәй , шып туҡтайым мин дә .Әхирәттәр алдында байғош булғы ла килмәй бит әле ул . Үҙемдең башым шәп тә ул! Бирешмәнем барыбер . Ҡалаға барғанда берәй нәмә һатып алам да , Фирғәтем әпирҙе тип маҡтанам . Үҙемә үҙем ике меңлек балдаҡ һатып алып кейҙем . Әхирәттәргә , Фирғәтем тыуған көнөмә бүләк итте тинем . Тора бара был алдашыу ҙа ялҡытты . Башҡалар маҡтанышҡанда мин өндәшмәй генә ултырыуҙы хуп күрә башланым . Минең ауыртҡан ерҙе белгән Фаягөл күршем , Нәзирә һиңә Фирғәт байрамға нимә бүләк итте , тип һорау бирһә , баҫалҡы ғына яуапларға өйрәнеп алдым .
- Бүләк бирешеүҙә эш тормай . Эсмәй ,болармай, аҡсаһын апҡайтып биреүе үҙе бүләк . Әхирәтем шыма . Инде мин уның сей еренә тейҙем ахры . Уның Зәкирйәне эсеп болара шул . Миңә тимәһә миллион роза апҡайтһын , Фаягөлөнөң күҙенән күк китмәй . Аҡсаны үҙем тотам , ни теләйем шуны кейәм , ризыҡ мул , ҡайҙа теләйем шунда барам . Ирем мыжып ултырмай .Үҙем баш , үҙем түш .Тормошом башҡаларҙыҡынан һис кәм түгел . Ә шулай ҙа , ҡатындарына гөлләмәләр ҡосаҡлап ҡайтҡан ирҙәрҙе күрһәм йөрәгем урынынан ҡуба ла ҡуя бит . Ҡай саҡта хыялланып алам .Бына ирем яландан бер ҡосаҡ сәскәләр ҡосаҡлап ҡайтҡан икән тип . Ҡаршыһына йүгереп барып битенән әп итеп алам икән тием . Уйҙарыма батып ята торғас , йәшлегемә әйләнеп ҡайттым . Ғүмерҙә лә сәскә бүләк итмәнеләр тип зарланамсы . Ах , күҙ алдыма бер ҡосаҡ сәскәләр ҡосаҡлаған егет һыны пәйҙә булды . Һиҙмәй ҙә ҡалдым , үткәндәргә йәшлеккә илтте мине уйҙарым .
Читайте нас: