Бөтә яңылыҡтар
26 Август 2020, 22:32
Победа 1945-2020

Еңеүселәр араһында – беҙҙекеләр!

"Һуғыш йылдары йырҙары" хәрби-патриотик конкурс һөҙөмтәләре билдәле булды.

“Беҙ Бөйөк Держава өсөн!” Бөтә Рәсәй музыкаль проектына ярашлы, Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына арналған “Һуғыш йылдары йырҙары” хәрби-патриотик йыр конкурсы үтте. Ул, бөгөнгө көн талаптарына ярашлы, ситтән тороп ойошторолдо.

Конкурста өс йәштән алып ҡатнаштылар. Яңыраҡ сараның һөҙөмтәләре асыҡланды. Еңеүселәр араһында Башҡортостан вәкилдәре лә бар. Мәҫәлән, “Нәфис һүҙ” номинацияһында Өфө ҡалаһынан Полина Дудко – II, “Вокал” номинацияһында Күгәрсен районынан Евгения һәм Виталий Усовтар дуэты I урын алды. Шулай уҡ Мәсетле районынан “Елань” рус йыры халыҡ ансамбле – I, Сабина Ахьямова III урын яуланы.

Фото: Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығы сайты.

Автор: Рәмилә Мусина
Читайте нас: