Бөтә яңылыҡтар
26 Август 2020, 11:22

БАЛА МИНЕКЕ ТҮГЕЛ!

.

Разинә Зайнетдинова

  • Беләһеңме, шундай күренеш шаһиты булырлыҡ. Хут ултырып ила, хут көл, тигәндәй, - тип әхирәтем алдына ҡуйылған сәйҙе лә эсмәй хәбәрен теҙҙе. – Эштән һуң тура һеҙгә юл тоттом...
  • Автобуста янына бер егет ҡунаҡлай. Унан һуң яндарына йөклө ҡатын килеп баҫа. Теге егет, әлбиттә, беҙгә маршрутта көн дә осраған башҡа ир заттары кеүек урынын биреү тураһында уйламай ҙа. Ҡолаҡсындарын кейеп, йоҡлағанға һалыша һала. Был күренешкә тыныс ҡына ҡарай алмаған әхирәтем тегеңә урын биреүен үтенә. Егет иһә: “Минән балаға уҙмаған бит. Кемдән таба шул бирһен!” – тип яуаплый иҫе китмәй генә. “Бындай яуапты ишетермен бер ваҡытта ла башыма ла килтергәнем юҡ ине. Теге ҡатын менән бер-беребеҙгә ҡараштыҡ та бер мәлгә шаҡ ҡаттыҡ. Һуңынан, “Ҡана, улайһа, тороп тор ҙа үҙең минең урынға (төпкә), ә ул һинекенә ултырһын”, - тип үҙемә баҫыуҙан башҡа сара ҡалманы”, - ти ул.
    Читайте нас: