Бөтә яңылыҡтар
25 Август 2020, 13:42

Рәнйемә миңә, әхирәт...

.

Миңзәлә Сирғәлина
Рәнйемә миңә, әхирәт...

Йоҡларға урын йәйеп, ғәҙәттәгесә аяҡ- ҡулдарын шифалы сирен төнәтмәһе менән ыуырға ынтылғанда ғына Мәйсәрә уң беләгенең буш булыуын шәйләп ҡалды. Әй әттәгенәһе! Ҡайҙа ғына төшөрҙө икән беләҙеген? Ябай ғына, шәләй- вәләй тимерҙән булһа бер хәл, алтын ғына бит ул! Етмәһә ҡыҙҙарының илле йәшенә тип алып биргән бүләктәре ине.
Ыуанас, суҡынғырың!
Улай тиһәң, Мәйсәрә бөгөн тупһа ашаҡлап бер ҡайҙа ла барманы ла инде? Ишек алдындағы ҡоҙоҡтан бер биҙерә һыу индерҙе лә, шуның менән эше лә бөттө, вәссәләм! Көнө көнмө һуң әле! Йөрөрлөк түгел! Әүәле йнле әҙәм этен дә сығармаҫ бындай көндә ти торғайнылар бөгөнгөләй пагуҙала. Тыммаҫ шыңшыу быҫҡаҡ ямғыр ҡоя ла ҡоя бит. Етмәһә өшәнес һыуыҡ үҙе.
Шуға эш юҡта эш табып, өй эсендә генә булды Мәйсәрә. Ситке өйөнөң шифонеры башының саңын соҡоп һөртөп ташлаған булды. Аҡ селтәр япмаһы көңгөрт төҫкә инеп саң һырыған яҫтыҡ ябыуын ҡаҡҡылап ҡына ябырға уйлағайны ла, эре биҙәк төшкән сәтин тышлы яҫтыҡтарын ҡосағына алып ҡыҫып, берыңғайҙа күк еҫе килмәйме тип танауына терәп алды ла, булмаһа бер ыңғай ҡуҙғатып, һуҡҡылап-ҡаҡҡылап алырға булып, иҙәнгә этеп төшөрҙө лә һалды шуларҙы. Эйй, улары ни шуны ғына көткән ме ни! Гөп итеп иҙәнгә төшөүгә һәр ҡайһыһы тиерлек бер - ике урынынан пырх итеп йыртылып та китте.
Әттәгенәһе!
Серерлеге лә бар шул, ни замандан бирле яталар хәҙер улар түрҙә. Туҙһа туҙып та киткәндәрҙер инде, сепрәк түгел тимер тутығып эшлектән сыға. Һөйләнә - һөйләнә, өй тулып йөн туҙғымаҫ борон тип, Мәйсәрә һандығы төбөнән өр-яңы кәпрәндәр сығарып, ауыҙ - мороно менән тиерлек ҡаҙ йөнөнә шөңгөп эшкә сумды.
Шул булды эше бөгөн уның. Көнө буйы яҫтыҡтар менән "ҡосаҡлашып" тик ултырҙы. Һуң, атыу ҡайҙа ысҡынып төштө икән беләҙеге? Тауышланып төшөр ине ябай беләҙек кеүек булһа, был бит сылбырлы (колье).
Моғайын да ситке өйҙөң диваны тирәһендә, йә өҫтәл аҫтындараҡ яталыр әле, Мәйсәрә свит яҡтыһында ғына, күҙе үтә етә күрмәһә лә, усы менән ек - йоҡто һәрмәп-һыйпап, тубыҡланып вис иҙәнде тентеп эҙләп сыҡты. Бет-һеркә эҙләй ме ни как будты!. Юҡ та юҡ!
Әллә энә һабаҡтағанда сисеп һалып оноттоммо тип сынаяҡ сәйнүк араларын да ҡараштырҙы. Унда ла бер ни тапманы. Боронғолар алтын - көмөш юғалыусан ти ҙә һөйләй торғайнылар, әллә ысынлап та шул хәбәр ысынмы икән, тип уйлап та бөттө. Улай тиһәң, ҡаптырмаһы ла ныҡ ҡына ине, күһәктәй Мәйсәрәнең йыуан беләгенән ысҡынырҙыҡ та бушаҡ булманы... Эй, уҙа бара өйҙән сығып уҡ китергә ул затлы сылбырҙың аяғы бармы ни?!
Күп булһа иҙән егенә ҡыҫылып торалыр әле, ойоҡ энәһе алып, бар иҙән ярығын буйлатып һөҙөп сыҡты Мәйсәрә. Ҡый-һай, еп- маҙарҙан башҡа бер нәмә лә эләкмәне энәгә. Арманһыҙ булып сәғәттән ашыу эҙләнде шулай, тик барыһы ла бушҡа ғына булды.
Дауна уҡ юғалтҡан тиер инең, бөгөн иртән генә ҡулйыуғаста ышҡып шуны һөрткәнен асыҡ иҫләй. Әллә берәйһе... урланымы икән, тигән уй сыуалды башында.
Хөкүмәттең ҡыпшырҙап торған аҡлы-күкле гатауай кәпрәненә дүрт яҫтыҡты биш башҡа итеп ҡойоп, мамығы унан - бынан ҡупырайып сығып, этләндереп -мәсендереп замогын саҡ шыйҙатып ябыуына ғына әхирәте Вәлимә ишек ҡаҡҡайны бөгөн.
Әллә...
Әллә шул шымтояҡ шылдырҙымы Мәйсәрәнең алтын сылбырын?
Улай тиһәң, бығаса уның улай- былай бер шиге лә һиҙелмәй ине лә. Кем белә инде кешене?.
Уйлап ҡараһаң Вәлимә Мәйсәрәгә нимә өсөн килә? Тиңе лә түгел дә, әҡрәбә тиҙәрме шул шундайҙарҙы. Йөрөй инде эткән-төрткән, төшкән эште эшләшеп.

Мәйсәрә үҙе ғүмере буйы колхозда хисапсы булды. Эшенә етди ҡарап, теүәл атҡарҙы Мәйсәрә. Шуға һис "елкәһенә" сығарып, исемгә ҡалғаны булманы. Ә Вәлимә? Вәлимә ней прастуй ғына быҙау ҡараусы! Унан ҡала сменщица. Кемдең балаһы ауырыған, йә эсеп эшкә сыҡмаған, ул шунда. Йыртыҡҡа ямау тиһәң дә була.
Ныу үҙе эшкә әрһеҙ! Уныһына һүҙ юҡ! Шуға ла Мәйсәрә үҙенә яҡынлатты бит уны. Колхоз эше менән булып, өй тирәһендәге әкен-сөкөн эшкә өлгөрмәй китһә, шундуҡ яйын табып таҫма телен эшкә егеп Вәлимәне саҡырып та алыр ине. Һарыҡ ҡырҡыу булһынмы, аласыҡ-өй йыуыу эштәре лә, урам тирәһен буяу аҡлау ҙа Вәлимә ҡулына ҡарап торҙо.
Айҙаҡай ғына ул үҙе. Һис ауырһынып, арыным, йә үҙемдең эшем күп, тип инәлтеүҙе белмәҫ йән булды. Мәйсәрәнең эшенә әжер итеп балларының кейгәндән ҡалған кейем һалымын, хатта ҡунаҡ фәләндән ҡалған аш-тәғәмен биреүенә лә һис ытырғанмай риза булып ҡайта ине. Мәйсәрә ише ҡутарғансы расчет алып эшләмәгәс бала сағаһының кейем һалымы ла тартынҡы булғандыр инде.
Хәҙер Мәйсәрә күптән хаҡлы ялда. Шулай ҙа өй тирәһендәге эш өсөн барыбер ҙә Вәлимәгә өндәшә. Артыҡ ҡалынайып киткән биле , аяҡ ҡулы ла ғүмеренең буйы ручка тотоп төймә генә тартып ултырһа ла, көс түгеп таш тумырған әҙәмдекеләй итеп һыҙлап яфалай.
Бөгөн дә шул Вәлимә генә инде өйөнә. Һыйыры быҙаулаған да, Мәйсәрәгә ыуыҙ ҡоймағынан ауы иттерәм тип ҡоймаҡ тотоп ингән ине. Мәйсәрәнең күпсеп мамыҡ араһында ултырыуын күргәс, ауыҙы йырылып эшкә зар йөрөгән әҙәмдәй ярҙамға ынтылды. Вәлимә килеп ингәс ней Мәйсәрә бөтөнләй "иркәләп" китте. Тыш-пыш итеп дарыу төймәсектәрен ҡабып ебәрҙе, диван ситенә бер яҫтығын бырғай һалып "ауып" та китте. Дәвлинйәһе ҡалҡты йәнәһе лә!
Ғүмер буйы өй тирәһендә вис эш-көшөн эшләшкән Вәлимә ни, шундуҡ дыһырлатып аяҡ теген машинкаһын һөйрәп сығарып, сүре- кәтүген еп менән тултырып, Мәйсәрәнең күрһәтмәһе менән дауарҙы үлсәп бесеп, шыҡылдатып яңы яҫтыҡ тыштарын тегеп тә һалды. Мәйсәрә эстән генә : ялҡауҙың бәхете алдынан йөрөй ти торғайнылар, алай ҙа Вәлимә килеп инеп эшемде һалдырҙы, көнө буйына етер ине аниһа был мәшәҡәт, тип уйлап ҡыуанып та алды.

Эш бөткәс сөкөрләшеп һөйләшеп сәй эстеләр. Вәлимә ҡайтып китте, Мәйсәрә гәзит-журнал ҡосаҡлап төпкө бүлмәнең диванына шөңгөнө. Битенә гәзит ябынып арыуыҡ йоҡлап алған. Һыуыҡһып уянмаһа бәлки оҙағыраҡ та ятыр ине әле.
Оҙаҡ яттың тип кемдер әрләр, һүҙ итер тийәһе юҡ, ятһа-торһа бер үҙе хәҙер Мәйсәрә. Ҡыҙҙары дауна эшкинеп, башлы-күҙле булып "осоп" китеп бөттөләр. Ҡыҙҙары китеүе етмәгән, уҙған йыл Ғәлеһе үлеп ҡалды. Бар ғүмеренә алдынғы комбайнер-тракторсы булғайны ире, йүнләп пенсияһын да ашай алманы, яман сир аяҡтан йығып та һалды.
Яманһыу ошондай һөмһөҙ көндәрҙә Мәйсәрәгә. Күңелен бүлмә гөлдәрен тәрбиәләп үҫтереүгә лә һалып ҡарай, ғүмерҙә тотмаған ҡул эштәре менән булышып ҡарай, барыбер эсе бошоп балауыҙ һыға ла ҡуя. Был кистә лә оҙаҡ ҡына илаулап ятты ул.

Былай ҙа китек күңелен бынау алтын сылбыр беләҙегенең юҡ булыуы бөтөнләй уйып соҡоно.
Ҡайҙа булырға мөмкин һуң был сылбыр тағы? Әсәй, нишләп беҙҙең бүләкте таҡмайһың, оҡшамай мәллә, тиһә ҡыҙҙары ни тиер икән? Юғалттым тип тә булмай, сисеп торҙом әле, тыным тарығасы, тиер микән?
Улай тиһәң...

Керпек ҡаҡмай уҙған көнөнөң һәр минут секундын теүәлләргә тырышып уяу уҙғарҙы төндө Мәйсәрә. Бөтә шиге тик Вәлимәгә төштө лә торҙо.
Үртәлде, көйҙө-янды Мәйсәрә.
Ах, һин ҡара йылан!
Ух, һин шыйтыҡ!
Мин һиҙмәгән әллә нимәләремде ипләп кенә шылдыраһыңдыр әле!
Мәйсәрә үҙ вүлеңә эш ҡушҡас та, күҙең төшкән һәр нәмә һинеке тиһең мәллә?!
Беләгеңә таҡҡаныңды күреп кенә ҡалайым әле, прәме ҡулыңды шундуҡ сылбыры ние менән һындыра һуғам! Күреп тор, фашламаһаммы, исемем Мәйсәрә әле!

Теш шығырлатып күҙе алдына Вәлимәнең ғәйепле йөҙҙә баҫтырып улай ҙа, былай ҙа ҡаҡҡылап һуҡҡылап ҡамсыланы ла ярғыланы яттан Мәйсәрә. Тик нишләптер Вәлимә уның әр - битәренә йылмайып ауыҙ йырып ҡарап тик торғандай күренде. Әллә юрамал үртәр өсөн шулай күренәме, Мәйсәрә аңламаны.

*****
Икенсе көн иртүк һыҙлаған аяҡ быуындарын да иҫләп тормаҫтан һикертә баҫып тороп, урын ерен дә йыйыштырмай, йәһәтләп бер сынаяҡ сәй һемерҙе лә, ҡултыҡ аҫтына бер прастуй яулығын ҡыҫтырып Мәйсәрә ноҡотсо Хәтижә ҡарсыҡ йәшәгән йортҡа табан йүгерәнләне. Йорт тиһәң хәтер ҡалыр, тауыҡ кетәгенән саҡ ҡына оло булған, балсыҡлап һылаулы, ул-был мөйөшө аҡлы өйҙә йәшәй ул ҡарсыҡ. Мәйсәрәнең оло кәүҙәһе бер ишек булып өйгә ҡапланғас, урындыҡлы ишек төбө ҡараңғырып киткәндәй тойолдо.
Балауай таҡтанан эшләнгән артһыҙ эскәмйәгә һығылдыра барып артын терәгән ҡатынға һораулы тексәйеп яҡынайҙы Хәтижә әбей. Кем килһә лә, ҡасан килһә лә, шул бер үтенестәре инде уға. Ноҡот һал әле инәй, бигерәк тә хаҡ әйтәң тиҙәр бит һеҙҙе, ти ҙә торалар. Ышанғаны ышанып киләлер инде, ышанмағаны юҡтың көнөнәндер бәлки, ҡайҙа барып, кемгә өндәшеп ҡарарға белмәй аптыранып киләлер тип йәлләп бүлә шуға әбей ноҡотто. Әгәр ауырыҡһынып торһа, ҡыйын булһа ла йомошсоһоноң үтенесен кире бора.
Бөгөн ул яҡшы тоя ине үҙен. Мәйсәрәнең үтенесе буйынса буй юрғандар ябыулы урындыҡ өҫтөнә ҡырҡ бер ташлы ноҡотон һибеп, болғап болғап тартып та ебәрҙе серле таштарын.

— Ээй, ҡыҙым! Бер ҡайҙа ла китмәгән бит эҙләгәнең. Мына, нигеҙеңдә төшөп тик тора. Йөрәгең уйҙы, юл да төшмәй үҙеңә.Өйөңдә ул, яҡшылап эҙлә. Табаһың!
— Һуң, инәй! Эҙләнем бит! Юҡ! Ай - һай берәйһе...
— Мәйсәрә ҡыҙым! Аҫтындағын алты ай эҙләгән, тигән мәҡәл бар беҙҙең халыҡта. Кешенән күрерҙән алда вис өйөңдө тентеп ҡарап сыҡ. Ғәйеп тағыуы ҡыйын булмаҫ ул, ә бына бинахаҡты күтәреп йөрөгәнгә ауыр булыр. Язаһы ла үҙеңә була бит ул саҡта...

Бына, өс тапҡыр ҙа бер иш төшә. Өйөңдә ул, өйөңдә...

Йәмшәйеп бөткән әбейҙең өйөңдә ул өйөңдә тип кенә әйтеүен яратмайыраҡ ҡайтты Мәйсәрә. Анһат та инде өйөңдә тип әүрәтеү, шәп булғас әйтергә ине өйҙөң ҡайһы ерендә икәнен дә.
Вәт анда әйтер инем...

Өмөтһөҙ шайтан тиҙәр. Был көнөн дә буштан бушҡа ек-йоҡ соҡоп эҙләнеп үткәрҙе ул. Ауыҙ эсенән мөңгөрләй һөйләнә яттан Вәлимәһен әрләне.
Әәә, алтынды ҡулға төшөрҙөм тип ҡыуанып ятаңдыр әле бәлким. Тороп тор әле! Иртә ҡыуанма! Исемем Мәйсәрә булмаһын үсемде алмаһам!

Эйелеп эҙләнеүҙән ҡыҙарып биртенгән йөҙөнә тағы ла йәмһеҙлек өҫтәгән яулыҡ ситенән өтөрәйеп сыҡҡан сәстәрен дә йыймай оло кәлүешен эләктереп, күлдәге өҫтөнән еңел көпәтәй генә кейеп, кис ҡырын түбән осҡа табан йән фарман барыусы оло йәштәрҙәге ханым ул Мәйсәрә ине.
Читайте нас: