Бөтә яңылыҡтар
21 Август 2020, 12:14

ВАҠ ХИКӘЙӘЛӘР

.

ҒӘЙЕПҺЕҘҘӘН-ҒӘЙЕПЛЕ
“Быйыл утын етмәҫ ахырыһы, ҡыш һалҡын булды шул. Бына бөгөн генә аҙыраҡ йылытҡандай. Тағы утын һатып алырға тура килерме икән?” Ошондай уйҙар уйлай-уйлай Сәрби әбей тыштан утын ташыны. Инеп сисенде лә, утынды мейес башына һала башланы. Бесәй сыйылдап ебәрҙе. Ҡараһа: бесәй төпкә, йылыға һыйынған да һис төшөргә теләмәй. Сәрби әбейҙең “Көн һыуытыр булһа бесәйҙәр йылыға, мейес башына һыйыналар икән” тигәндәрен ишеткәне бар ине. Был юлы ул бөтә асыуын бесәйгә һалып:
- Нимә! Тағы көндө һыуытырға итәһеңме? Былай ҙа утын аҙ! – тип, бесәйен мейес башынан алып осорҙо.
СӘЙ ЭСКӘНДӘ
Өс ҡатын сәй эсеп ултыралар. Беренсе ҡатын әйтә:
- Мин Әхмәтте яратам! – ти. Икенсеһе:
- Мин Нурыйҙы яратам! – тип әйтә икән. Ә өсөнсөһө:
- Мин Сөләймәнде яратам! Әхмәт ҡыйбат, Нурыйҙың тәме тәмһеҙ, ҡап-ҡара булып сыға ти. Ә Сөләймән ҡыйбат та түгел, тәмле лә.
Был ҡатындар ни тураһында гәп һата икән?!
ШИФАЛЫ ҺЫУ
Элек Красноусольскийҙан Өфөгә запчастар артынан йөрөйҙәр ине. Зөфәр ағай механик булғас, йыш ҡына барырға тура килгән. Ул ваҡыта “Красноусольск” һыуын шешәләргә тултырып һатмағандар. Шунан файҙаланып Зөфәр ағай феләккә тултырып, шифалы һыу алып бара торған булған. Бер ваҡыт Өфөгә барырға Ағиҙел күперенә килеп ингәс, Зөфәр ағайҙың һыу алмағаны иҫенә төшә. Ул аптырап тормай, күпер аҫтынан Ағиҙел һыуын тултыра ла Өфөгә алып бара. Унда барғас “быныһы бигерәк тәмле булды!” – тип, маҡтай-маҡтай эскәндәр, - ти.
“РУЛДЕ БИР!”
Ауыл урамы буйлап киләм. Урам буйы буп-буш. Боролоштан ғына егеүле ат килә ята.
Бер аҙҙан арттан тауыштар ишетелә башланы:
-Рулде бир, тим! Бир рулде!
- Һин кисә рулить иттең!
- Юҡ! Хәҙер минең сират.!
- Рулгә ултырырға бәләкәйһең әле! Башың йәш.
- Булһын! Үҙем ултырам!
“Велосипед йөрөткән малайҙар ҙа күренмәй ине, әллә берәйһенең ишек алдынан ишетеләме икән? Машина руле өсөн талашаларҙыр, ахырыһы”– тип уйлап, тирә-яғыма ҡарандым. Велосипедлы малайҙар ҙа, машиналы ирҙәр ҙә күренмәне. Тик, егеүле атта ҡыҙмаса булып алған ике ир дилбегә өсөн тартышалар ине.
Рәйлә НӘҘЕРҒОЛОВА.
Автор: Роза Сафина
Читайте нас: