...Бынан 30-33 йылдар самаһы элек, ахыры, студент сағымда, Бөрйәнгә ҡайтырға сыҡҡас, юлда бер райондаш ҡыҙыҡай минән 10 һум аҡса һорап торҙо. Бөтөнләй таныш түгел, аралашҡан кешем дә түгел. Шулай ҙа үтенеп-ялбарып һорағас, ныҡ кәрәктер, тип кәшилүктән ҡыҙыл унлыҡты һурҙым да бирҙем.
Олораҡтар беләлер, ул ваҡытта ҡыҙыл унлыҡ ҙур ғына аҡса ине. Был аҡсаға студент хатта ярты ай самаһы йәшәй ала ине.
“Тиҙ арала кире ҡайтарам, әлбиттә, ныҡ кәрәк ине”, тип ҡыҙыл теленән ҡырҡылған ҡыҙға ҡыҙыл унлыҡты тотторғас, район үҙәгендә ике апайым йәшәй, мине тап итә алмаһаң, уларға бирерһең, тинем.
Таныш булмаған кеше ҡыҙыл унлыҡ һонған саҡта аптырап ҡалмаһындар, тип, йәнәһе, апайымдарҙы иҫкәртеп ҡуйырға ла онотманым...
Йылдар үтте. Ҡыҙыл унлыҡтың да эҙе зым-зыя юғалды. Юллап та йөрөмәнем. Әсәйемдән аҡса һорамауҙы ла уйлап, тырышып, 75 һумлыҡ юғары стипендияға өлгәшеп уҡығас, теге ҡыҙыл унлыҡтың юҡлығын кеҫәм артыҡ тойманы ла, шикелле, ул мәлдә.
...Эшләп йөрөгән сағым. Теге аҡса алып торған ҡыҙҙы ла онотҡан инем инде.
Эш урынында кеше аҡсаһын тотонған бер хеҙмәткәр тураһында хәбәр ишетеп, уй, нисек ҡулы барҙы икән, тип ҡуйғаныма, апайым, теге һинең унлыҡты кире ҡайтарып бирмәгән ҡыҙ шул бит инде, тип ҡуймаһынмы...
Эйе, ҡырын тейәлгән йөк ҡырҡ йылдан һуң булһа ла ауа икән шул... Ҡомарлы уйын ҡомға ултырта, тиҙәр бит. Кеше хаҡы ебәрмәй икән ул барыбер...