Хөрмәтле хужабикәләр, һеҙгә сираттағы еңел генә салат рецебы тәҡдим итәбеҙ!
Кәрәк була:
- сей сөгөлдөр – 3 кг (ҡырғыс аша үткәрергә);
- ҡабаҡ – 3 кг (ҡырғыс аша үткәрергә);
- һуған – 1,5 кг (ҡулсалап турарға);
- 3 аш ҡалағы тоҙ;
- 300 г шәкәр;
- 100 г аш һеркәһе;
- 0,5 стакан үҫемлек майы.
Әҙерләү:
Ингредиенттарҙы яҡшылап болғатып, 30 минутҡа ултыртып торорға. Унан табаҡта 40 минут быҡтырырға ла стерилләнгән банкаларға һалып, ҡапҡасларға. Яйлап һыуынһын өсөн берәй йылы әйбергә урап торорға кәрәк.
+1 °С
Болотло