Бөтә яңылыҡтар
19 Август 2020, 11:17

"Август" салаты

.

Йәйге йомарт бүләктәрҙән эшләнгән был турама – витаминдар сығанағы, унда шәкәр ҙә, майҙар ҙа, тоҙ ҙа юҡ, сөнки уға алма һуты, бөтнөк һәм бальзамико ғына һалына. Тағы бер үҙенсәлеге: унда еләк-емештәр менән бергә йәшелсәләр ҙә ҡушыла.
Ә ниңә аптырайһығыҙ? Был ваҡытҡа инде тамам өлгөрөп еткән черри помидоры, кишер, болгар боросо бер аҙ шәрбәтле тойолмаймы ни һеҙгә? Ә помидор менән ҡыяр, ғөмүмән, нейтраль тәмле йәшелсәләр, уларҙы ниндәй ризыҡҡа ҡушһаң да ярай кеүек. Һәр хәлдә, рецепты уҡып ҡарағас, үҙегеҙгә ниндәй компоненттар оҡшай һәм оҡшамай икәнлеген билдәләп, турамаға ҡушмаһағыҙ ҙа була. Шулай ҙа тәжрибә үткәреп ҡарарға саҡырыр инек, сөнки “Август” турамаһының мәғәнәһе шунда: тап ошо айҙа өлгөргән емеш-еләктәрҙе һәм йәшелсәләрҙе ҡулланыу.

Шулай итеп, берешәр алма, груша, сливаларҙың орлоҡ өлөшөн, төшөн алабыҙ, турайбыҙ, шунда уҡ ике сәй ҡалағы алма һуты һибәбеҙ: был әсеү процесын яйлатасаҡ.

Бер кишерҙе таҙартабыҙ, ҡыяр менән икеһен ваҡ түңәрәктәргә, ә ваҡ помидорҙы һәм 20 грамм ҡыҙыл паприканы ваҡ шаҡмаҡтарға турайбыҙ.
Бөтнөктө ваҡлайбыҙ. Үрҙә телгә алынған барлыҡ ризыҡтарҙы бутайбыҙ һәм матур һауытҡа һалғас, бер сәй ҡалағы бальзамико һибәбеҙ һәм ҡурай еләге менән биҙәйбеҙ. Үҙенсәлекле турама әҙер! Ашығыҙ тәмле булһын!
Автор: Гүзәлиә БАЛТАБАЕВА
Сығанаҡ: bash.rbsmi.ru
Автор: Ирина Вильданова
Читайте нас: