Бөтә яңылыҡтар
18 Август 2020, 12:02

ТАШБУЛАТТА КҮРКӘМ ПАРК ТӨҘӨЛӘ

.

Гульшат Кагарманова

“Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекты сиктәрендә республикала “Ҡалала уңайлы мөхит формалаштырыу” төбәк проекты тормошҡа ашырыла. Ошоға ярашлы быйыл Әбйәлил районының Ташбулат ауылы төҙөкләндерелә. “Строймонтаж” подряд ойошмаһы эшселәре парк буласаҡ майҙансыҡ әҙерләгән. Биләмә бер нисә зонаға бүленгән. Төп зонала фонарҙар ҡуйыласаҡ, скамейкалар, сүп һауыттары урынлаштырыласаҡ. Балалар майҙансығы буласаҡ зонала ла эштәр бара. Йәнә бер зона автомобиль ҡуйыу өсөн тәғәйенләнәсәк. Парк тирәләй ағастар ултыртыласаҡ. Эштәрҙе ай аҙағына тамамларға уйлайҙар. Парк ауылдың уртаһында урынлашҡан. Ул ял һәм спорт менән шөғөлләнеү өсөн күркәм, уңайлы биләмәгә әүерәләсәк.
#Национальныепроекты
#Миллипроекттар
Читайте нас: