“Айыҡ ауыл” республика конкурсы старт алды. Быйыл иһә тағы ла күберәк ауылдарҙы йәлеп итеү планлаштырылған — һәр райондан ауылдарҙың кәмендә 50 проценты ҡатнашырға тейеш. Бөгөнгә 1500 заявка ҡабул ителгән, был эш әле дауам итә.
Конкурстың маҡсаты - ауыл халҡын айыҡ һәм сәләмәт тормошҡа йәлеп итеү, йәш быуынды традицияларға ярашлы дөрөҫ тәрбиәләү һәм эскелек, тәмәке тартыу, наркотиктар тәьҫиренән ҡурсалау.
Тәүге (район) этап 2020 йылдың 10 авгусынан 19 ноябренә тиклем Башҡортостан Республикаһының муниципаль райондары ауылдары араһында уҙа. Ә икенсе (республика) этап 2020 йылдың 1 декабренән 2021 йылдың 25 мартына тиклем район кимәлендә еңеүселәре араһында үтәсәк.
Райондан был конкурста ҡатнашырға 17 ауыл теләк белдерҙе: Степной, Ивановка, Әбүбәкер, Атингән, Йәнтеш, Оло Әбеш, Оло Арыҫланғол, Урыҫбай, Аҡнаҙар, Яковлевка, Юлбарыҫ, Әбделнасир, Әҙел, Иләс, Беренсе Мырҙа, Мәмбәт һәм Сәғит ауылдары.
Тулыраҡ мәҡәләне "Хәйбулла хәбәрҙәре" гәзитенең 66-сы һанында уҡығыҙ.