Бөтә яңылыҡтар
17 Август 2020, 13:58

ЗӘХМӘТ БАР УЛ

.

Венер Исхаков

Бер нисә йыл элек булған был хәлде иһә танышым һөйләне. Ул (исемен Нурия тип алайыҡ) ғаиләһе менән күп фатирлы йортта йәшәй. Бер осор 6-7 йәштәр тирәһендәге ҡыҙы төндә ҡурҡып уяна башлай. Әсә кеше башта уны ике йәшлек һеңлеһенән көнләшәлер, иғтибар етмәйҙер, шуға тынысһыҙланалыр, тип уйлай, аҙаҡ инде был хәл йышая башлағас, табиптарға мөрәжәғәт итә. Тик улар тәғәйенләгән тынысландырыусы дарыуҙар ҙа ярҙам итмәй, сәскә кеүек балҡып үҫеп килгән ҡыҙ бала күҙ алдында һулый.
– Әсәй, төндә минең яныма һап-һары башлы ҡурҡыныс йылан килә. Башта аяҡ осона ята, аҙаҡ шыуышып күкрәгемә менеп ята, телен сығарып ыҫылдай. Һикереп тороп утты яндырһам, шыуышып сығып китә, – ти ул.
– Бер саҡ шулай әхирәтем килеп ултырҙы. Наҙгөлдөң хәлен һөйләгәс, өшкөрөү менән шөғөлләнгән бер кешегә алып барҙы. Барып инеү менән был инәй ҡыҙымды ишектән үк етәкләп, төп яҡҡа алып инеп китте. Үҙе илай-илай “баланы үлтерә яҙғанһығыҙ бит, быға тиклем килә һалмай нимәңде ҡараның ” тип мине әрләй. Уға ҡушылып мин илайым. Шул өшкөрөүҙән һуң ҡыҙым 5-6 сәғәт иҫ белмәй йоҡланы. Бер нисә рәт барҙыҡ был инәйгә. “Ҡыҙыңа зәхмәт ҡағылған, эңерҙә сүп түккән”, – тине ул миңә. Ысынлап та, гел генә сүп-сар һауытын ҡыҙым сығарып бушата ине, бер нисә тапҡыр ҡараңғы төшөп килгәндә сығартҡайным шул. Аллаға шөкөр, Наҙгөлөм имен-аман шәбәйеп китте, – ти Нурия, – шунан һуң үҙемә һығымта яһаным: боронғоларҙың төрлө тыйыуҙарына бер ҡасан да көлөп ҡарарға ярамай!
Гөлназ СӘЙЕТБАТТАЛОВА.

Читайте нас: