Бөтә яңылыҡтар
16 Август 2020, 18:18

ОЛИВЬE ӨСӨН ҠЫШҠЫЛЫҠҠА ҠЫЯР МЕНӘН ЙӘШЕЛ БОРСАҠ

.

1 литрлы бaнкаға мaринaд: 350 гр һыу, 1 аш ҡалағы тоҙ, 2 аш ҡалағы шәкәр ҡомо, 1 аш ҡалағы 9 процентлы аш һеркәһе, 2 тырнаҡ һарымһаҡ, 1 укроп зонтигы, тәмләткестәр. Йәшел борсаҡты 15-20 минут һыуҙа бешерәбеҙ. Ҡыярҙарҙы 3-4 сәғәт һалҡын һыуҙа тотабыҙ ҙа яҡшылап йыуабыҙ. Борсаҡ менән ҡыярҙы банкаға тултырабыҙ, төбөнә укроп менән һарымһаҡ ҡуйып ҡалдырабыҙ һәм ҡайнаған һыу ағыҙабыҙ. 5 минут торғас, һыуын түгәбеҙ. Тағы таҙа ҡайнаған һыу һалабыҙ. Ҡабат 5 минут тотҡас, һыуын кәстрүлгә бушатабыҙ. Һыуға тоҙ, шәкәр ҡомо, аш һеркәһе, тәмләткестәр һалабыҙ һәм ҡайнап сыҡҡас, ҡыяр менән борсаҡ өҫтөнә ағыҙабыҙ. Ҡапҡас менән ябып, банканың аҫтын өҫкә ҡаратып, одеял менән ҡаплайбыҙ.
Фото:1000.menu
Читайте нас: