Кәрәк: 1,5 килограмм баклажан, 1,5 килограмм помидор, 0,5 килограмм татлы борос, 1 баш һарымһаҡ, 1 әсе ҡыҙыл борос, 1 стакан шәкәр, 50 грамм тоҙ, 50 грамм 6 процентлы аш һеркәһе, ярты стакан үҫемлек майы.
Помидорҙы, татлы һәм әсе боросто, һарымһаҡты ит турағыстан үткәрәбеҙ. Шәкәр, тоҙ, үҫемлек майы һалып бутайбыҙ ҙа утҡа ҡуябыҙ. Ҡайнап сыҡҡас, аш һеркәһе ҡушабыҙ.
Баклажанды түңәрәкләп ҡырҡабыҙ ҙа ҡайнап торған иҙелмәгә һалабыҙ. Көслө булмаған утта 20 минут ҡайнатабыҙ. Эҫе килеш банкаға тултырып, яҡшылап ҡаплап ҡуябыҙ.