Бөтә яңылыҡтар
15 Август 2020, 11:07

"Йәйләү" онлайн сменаһында хәйбуллалар һынатманы

Еңеүсе - Әбүбәкер мәктәбе уҡыусыһы Әминә Билалова, 3-сө урында - Һамар мәктәбе уҡыусыһы Йәнгүзәл Байғужина менән Подольск мәктәбенән Рәлинә Хәсәнова. Афарин!!!

20 йылдан ашыу тарихы булған республика “Йәйләү” профилле сменаһы быйыл да уҡыу алдынғыларын, башкорт теле һәм әҙәбиәте буйынса төбәк-ара олимпиада, Башҡортостан тарихы һәм мәҙәниәтенән республика олимпиадаһы һәм төрлө конкурстар еңеүселәрен, призерҙарын һәм башҡа уҡыусыларҙы йыйҙы. Уның эшмәкәрлеге тураһында район мәғариф идаралығы белгесе Ғәни Бикбаев мәғлүмәт бирҙе.
–Яңы форматта эшләүенә ҡарамаҫтан “Йәйләү” республика онлайн-профилле сменаһында ҡатнашыусыларҙың һаны артҡан. Быйыл бында Башҡортостандан ғына түгел, Рәсәйҙең башҡа төбәктәренән, хатта сит илдәрҙән дә балалар бар.
12 авгусҡа тиклем дауам итәсәк онлайн-сменаның эш программаһы бик мауыҡтырғыс: смена ҡатнашыусыларын төрлө интеллектуаль конкурстар, викториналар, милли мәҙәниәт буйынса мастер-кластар, билдәле сәхнә әһелдәре, күренекле шағирҙар, яҙыусылар, популяр артистар менән онлайн-осрашыуҙар көтә.
Беҙҙең район уҡыусылары лагерҙың тәүге көндәренән үк төрлө конкурстарҙа әүҙем ҡатнашып, уңышлы һөҙөмтәләргә өлгәштеләр. Мәҫәлән, Подольск урта мәктәбе уҡыусылары Башҡортостандың халыҡ шағиры Мәжит Ғафуриҙың тыуыуына 140 йыл тулыуға һәм Башҡортостан Республикаһының Милли музейы буйынса арналған конкурстарҙа призлы урындар яулап, ҡиммәтле бүләктәргә эйә булдылар.
"Йәйләү" республика онлайн сменаһы еңеүсеһе, Әбүбәкер урта мәктәбе уҡыусыһы Билалова Әминәне (төп приз - планшет), шулай уҡ 3-сө урын яулаусы Һамар мәктәбе уҡыусыһы Байғужина Йәнгүзәл менән Подольск мәктәбенән Хәсәнова Рәлинәне (аулиоколонкалар) һәм уларҙың уҡытыусыларын ҡайнар ҡотлайбыҙ!!!! Афарин!!!!
Райондың Башҡортостан тарихын һәм мәҙәниәтен тағы ла тулыраҡ итеп өйрәнергә теләгән әүҙем уҡыусыларын Интернет селтәрендәге https://vk.com/yaylau2020 Йәйләү онлайн сменаһы битенә теркәлергә саҡырабыҙ.
Читайте нас: