Бөтә яңылыҡтар
14 Август 2020, 11:55

ИРЕМ ВАХТАНАН КӘЛӘШ АЛЫП ҠАЙТТЫ

.

Венер Исхаков

Күптән күрмәгән төркөмдәш ҡыҙҙың ун ике йыл буйы көтөп, ниһайәт, бәпес алып ҡайтыуҙарын ишеткәс, бик ҡыуандыҡ. Ҡыҙҙар менән йыйылышып, бәпәй күрергә лә барып ҡайттыҡ әле.
“Ирем вахтанан кәләш алып ҡайтты бит! – тип һүҙ башланы әхирәтебеҙ. – Дөрөҫөн генә әйткәндә, бәпәй алып ҡайтырға уйымда ла юҡ ине. Мин бит тик ирем өсөн генә йәшәргә, тип һүҙ биргәйнем. Ә бында хәлдәр шулайыраҡ булып китте...
Илнурҙың вахтанан ҡайтҡанын түҙемһеҙләнеп көтөп ала инем. Был юлы бер ҡатын эйәртеп ҡайтты. Минең аптырағанды күреп: “Мосолмандарҙа бер нисә кәләш алыу тыйылмай” - тип кенә яуапланы. Сығып китер ерем булһа, китер инем. Тик минең ике туған ағайымдан башҡа бер кемем дә юҡ. Нисә йыл буйы йыйған донъямды ла әллә кемгә биреп ҡуйғы килмәй бит әле. Был ҡатын килеп инеү менән аш бүлмәһен тикшереп сыҡты:
--Ирең эштән ҡайтып килә, биҙәнеп-һыланыуҙан тыш, ашарға ла бешерергә кәрәктер ул...,--тимәһенме.
--Беҙ ул ҡайтҡанда кафенан ғына алып ашайбыҙ — тип әйтеп тә өлгөрмәнем йүгереп йөрөп аш әҙерләй башланы.
Бар ҡумталарҙы асып ҡарай, һыуытҡысты тикшерә... Шулай итеп, өҫтәлгә бынамын тигән табын әҙерләп ултыртты. Мин оялышымдан, ғәрләнеүемдән бүлмәгә инеп бикләндем. Иремдең: “Бер-берегеҙгә өйрәнегеҙ, Рәлиәне ҡабул итеп ал, ул бик итәғәтле, аҡыллы ҡатын,”--тигәндәрен ишетеүе бик ауыр булды. Төшкә тиклем йоҡларға әүәҫмен бит инде мин, иртә таңдан Рәлиәнең: “Эшкә нисәгә бараһың?” –тигәненә уянып киттем. Ҡоро ғына: “Мине ирем эшләтмәй, ғүмерҙә лә эшләгәнем юҡ", — тинем дә бролоп яттым. Ә ул һағаҙаҡ кеүек баш өҫтөндә тик тора: “Тор, эш көнөң бөгөн башлана,” – тип үк ебәрҙе. Аптырап тороп ултырҙым. “Йыуын да иртәнге аш ашап алайыҡ”,--тип ипләп кенә аш бүлмәһенә инеп китте. Төнө буйы илап, күҙҙәрем шешенгән, кискеһен ашамағас, асыҡтырған да икән. Ирем йоҡлағанда етди һөйләшеп, быны ҡайтарып ебәрергә кәрәк, тигән иҫәп менән аш бүлмәһенә инеп ултырҙым һәм хуш еҫле сәй артында һүҙемде башланым. “Ирем тик мине ярата, күрҙеңме, бер ҙә йоҡларға һинең яныңа ятманы. Беҙҙең ғаиләне боҙорға хоҡуғың юҡ, ҡайтыр юлыңды уйлай башла”,--тинем. Рәлиә лә һөйләшеүгә әҙер икән: “Иреңде яратҡас, нишләп уға тамаҡ әҙерләп, һыйлап күңелен күрмәйһең, балаларығыҙ ҡайҙа? Ирең өсөн түгел, үҙең өсөн йәшәйһең шикелле. Бына минең ғаиләле булғым килә..”
Һүҙһеҙ ҡалдым. Иремдән күпкә өлкән ҡатын ғаиләле булғым килә тиме? Был бит миңә бик шәп идея бирҙе. Тиҙерәк бала табырға кәрәк. Әлбиттә, иремә ул ваҡытта артыҡ тамаҡ кәрәкмәйәсәк. Әҙерәк юхараҡ булып, үҙенән аш әҙерләргә өйрәнеп алайым да...
Шунан башланды инде беҙҙең дуҫлыҡ. Рәлиә өйрәтә, мин өйрәнәм. Аш бүлмәһендә ярайһы ғына тәжрибә тупланым. Өйҙө лә бергә йыйыштырабыҙ. Беҙҙең дуҫлыҡты күреп ирем дә ҡыуана. Шулай итеп ул сираттағы вахтаға китте.
Рәлиә ҡала буйлап йөрөп эш эҙләне, ниһайәт, эшкә сыҡты. Был ваҡыт аралығы ла минең өсөн бик файҙалы булды. Ең һыҙғанып әле быны, әле тегене бешерәм. Йоҡо ҡайғыһы китте. Һаман да Рәлиәне нисек ҡайтарып ебәрергә тигән зәһәрле хәйләләр ҡорам.
Ирем ҡайтыр алдынан һый тулы табын ҡорҙом: ул да бар тәмлекәсте тәмләп ҡарай-ҡарай Рәлиәне маҡтаны. Йәнәһе лә мине бешеренергә өйрәткән. Минең йөҙөм үҙгәргәнде күреп, икәүләшеп ысынында булған хәлде һөйләп бирҙеләр.
Рәлиәнең ике улы бар икән. Тормош иптәше бик иртә үлгән. Малайҙары өйләнешеп үҙ аллы тормош көтәләр. Кесе улы үҙе менән ҡалған. Тик килененә генә ҡәйнә менән йәшәүе оҡшамаған. Улы ла: “Ағайыма барып тор, гел беҙҙең менән йәшәргә тимәгән,” - тигәс, ғәрләнеүенән машина аҫтына ташланып үлер өсөн йүгереп ҙур юлға сыҡҡан. Тик ирем уны алыҫтан күреп, туҡтап өлгөргән. Машинаға ултыртып хәлен һорашҡас, беҙгә барып йәшәп торорға тәҡдим иткән. Минең турала ла һөйләгән икән, мине “аҡылға ултыртыу” уйын да бергә уйлап сығарғандар. Тыуған көнөмә икәүләп йөрөп матур табын әҙерләнек, ике туған ағайымды саҡырып дүртәүләп ҡунаҡ булдыҡ. Бына шулай, ағайым Рәлиәне шунда уҡ оҡшатып, кәләш итеп алды. Хәҙер бәпәйебеҙҙе алып, саф һауа һулап, ял итеп, һыйланып килергә уларға барабыҙ”.
Беҙҙең шаҡ ҡатып тыңлап ултырғанды күргәс, әхирәтебеҙ рәхәтләнеп көлдө лә: “Был турала интернетта уҡыным. Һеҙгә ҡыҙыҡ булһын, тип һөйләйем. Миңә лә ирем: "Бәпәй алып ҡайтмаһаң, мин вахтанан кәләш алып ҡайтам",--тине бит. Етмәһә интернеттан ошо хикмәтте уҡыным. Тиҙ генә ашнаҡсылар курсына яҙылып, тәмле аштар бешерергә өйрәндем. Бәпәйҙе лә ҡарарға өлгөрәм. Һеҙҙең балаларығыҙ ҙур, баланы ла ваҡытында табып, бағып ҡалырға кәрәк икән. Нисә йыл бушҡа үткән ваҡытым ғына йәл,” — тине әхирәтебеҙ.

Әлфирә Үҙәнбаева.

Читайте нас: