Бөтә яңылыҡтар
14 Август 2020, 11:58

ЕР ЕЛӘГЕ УЛТЫРТЫР МӘЛ

.

Венер Исхаков

Әгәр ҙә баҡса еләге ултыртырға теләһәгеҙ, эште һуңға ҡалдырырға ярамай. Иртәрәк башҡарһағыҙ, тиҙерәк нығынып, яңы япраҡтар ебәреп өлгөрәсәк. Ә инде был киләсәк уңышҡа ыңғай йоғонто яһаясаҡ.Ҡайһы бер баҡсасылар, көҙ ултыртыу яҡшымы, әллә яҙмы, тип бәхәс ҡора. Ике осор ҙа уңайлы. Тик мәлен генә һуңлатып ебәрмәгеҙ. Яҙ — апрель айында һәм май башында, көҙ — август-сентябрҙә. Эш ҡасан ултыртыуҙа түгел, ә дөрөҫ һыу һибеүҙә. Үҫенте дымға мохтажлыҡ кисермәҫкә тейеш. Яҙ еңелерәк, сөнки ер ирегән ҡар һыуынан дымлы булып ята. Был осорҙа баҡсасыларға күберәк ерҙе йомшартырға, утарға кәрәк. Тик емеште киләһе йылына ғына йыя аласаҡһығыҙ. Көҙ мәшәҡәттәр әҙерәк, ултыртырға ла һыу һибеүҙе хәстәрләргә ҡала, ләкин ултыртыуҙың мәлен һуҙып ебәрергә ярамай, сөнки үҫенте ныҡлап тамыр ебәреп өлгөрмәһә, ҡышты иҫән-һау сыға алмауы ла бар.
Көҙ ултыртҡан осраҡта ла киләһе йылына мул уңышҡа артыҡ өмөтләнергә ярамай. Еләктәре булыуын-булыр, әммә әллә ни күп күренмәҫ, шуға күрә сәскәләрен өҙөп ташлау хәйерлерәк. Бер-ике еләк ашап ҡыуанғансы, бер йылдан мулыраҡ уңыш алып шатланырһығыҙ. Үҫенте еләккә киткән көсөн япраҡтарын ишәйтеүгә, төбөн ҙурайтыуға ебәрәсәк.
Күп баҡсасылар еләкте күсереп ултыртыу өсөн беренсе мыйыҡтарҙы ғына файҙаланырға була тип уйлай. Был, бер яҡтан, дөрөҫ тә, сөнки тәүгеһе ҙурыраҡ һәм көслөрәк була. Әммә, ауыл хужалығы белгестәре әйтеүенә ҡарағанда, бөтә “мыйыҡ”тар ҙа ултыртыуға яраҡлы. Тик уларҙы ергә күсерерҙән алда, бәлки, айырым стакандарға ҡуйып нығытыу кәрәктер. Иң мөһиме — дөрөҫ тәрбиәләү.
Еләктәрҙе ултыртҡанда нимәнән һаҡ булырға кәрәк? Күп баҡсасыларҙың хатаһы — ергә яңы тиреҫ һалалар. Быны эшләргә ярамай, сөнки тамыры серейәсәк. Икенсе хаталары — еләк үҫентеһенең үҙәген ер менән күмеп ҡуйыу. Был осраҡта яңы шытымдар ебәрә алмаясаҡ, һөҙөмтәлә еләге лә булмаясаҡ. Шул уҡ ваҡытта үҙәген бөтөнләй асыҡ килеш ҡалдырырға ла ярамай. Ул ер менән тигеҙ булырға тейеш.
Читайте нас в