Бөтә яңылыҡтар
14 Август 2020, 12:00

22 МЕҢДӘН АШЫУ ҒАИЛӘ АЛАСАҠ

.

Гульдар Кинзябаева

2020 йылдан “Демография” милли проекты сиктәрендә балаларға айлыҡ түләүҙәр алыусы ғаиләләр һаны арта. Был түләүҙәрҙең ваҡыты һәм мохтажлыҡты билдәләүсе критерийҙарҙың үҙгәреүенә бәйле. . Быға тиклем ата-әсәләр өҫтәмә түләүҙәрҙе балаға 1,5 йәш тулғансы алһа, быйылдан башлап 3 йәшкә тиклем балалар аласаҡ.
Әлегә тиклем түләүҙәр йән башына 1,5 йәшәү минимумы күләмендә килем алғандарға иҫәпләнгән. Быйылдан башлап түләүҙәр ғаилә ағзаларына 2 йәшәү минимумынан аҙыраҡ килем алғандарға ла була. Әлеге көндә республикала беренсе, өсөнсө һәм унан һуңғы балаларға пособиены 22 меңдән ашыу ғаилә ала. Икенсе балаға пособие әсәлек капиталы иҫәбенән түләнә. Шуға күрә уны алыу өсөн Пенсия фонды бүлексәләренә мөрәжәғәт итергә кәрәк. ң
Был пособиелар ғариза бала тыуғандан һуң 6 ай һуҙымында бирелгәндә бала тыуған көндән алып түләнә. Башҡа осраҡтарҙа айлыҡ пособие уны билдәләү тураһында мөрәжәғәт иткән көндән башлап түләнәсәк.
Читайте нас в