Бөтә яңылыҡтар
13 Август 2020, 11:43

КИРЕ БАШЛАП КИТЕРГӘ БЕР РЮМКА ЛА ЕТӘ йәки Эскелектән арынып буламы?

.

Кешене тәү күреүҙә үк һынап була, шулай бер көндө редакциябыҙға ағай кеше килеп инде. Хәрәкәтенән, һөйләшеүенән үк уның ижад кешеһе икәне аңлашылды. Ысынлап та, 51 йәшлек Артур ағай (тулы исемен сер итеп ҡалдырҙы) Стәрлетамаҡта мәктәптә белем алғас, Мәскәүҙә художество академияларын тамамлап, сит илдәрҙә уҡып, йәшәп, эшләп өлгөргән кеше булып сыҡты. Шағирҙар шиғырҙарын, йырсылар йырҙарын башҡарып китеүҙәренә күнегеп бөткәнбеҙ, был ағай ҙа картиналар, портреттар тураһында һөйләр тип уйлаған инем. Үҙем дә уның менән был турала һөйләшергә теләр инем, әммә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ул йәмғиәттә булған ҡурҡыныс ауырыу – алкоголизм тураһында һүҙ ҡуҙғатты. Артур ағай, рәссам булараҡ, ижади эҙләнеүҙәр артынан шешә төбөнә барып еткән. Уның был хәлгә тарыуы һәм “һаҙлыҡтан” сыға алыуы хаҡында әңгәмә ҡорҙоҡ.
– Ҡалабыҙҙа эшләп килгән аноним алкоголиктар берләшмәһе хаҡында йыш ишетәбеҙ. Эскелектән бер кешене ҡотҡарып булһа ла бик яҡшы күренеш, ә был клуб ярҙамында күптәр кире аяғына баҫып китә ала. Һеҙ был клубҡа нисек килеп юлыҡтығыҙ?

– Алкоголизм – ул айсбергтың һыу өҫтөндә күренгән өлөшө генә. Быны, ғәҙәттә, яҡын кешеләр аңламай, әрләйҙәр, был темаға ҙур тауыш ҡуптаралар, тик был бер нисек тә ярҙам итмәй, сөнки унан ҡотолоуы бик ауыр. Бер мәл, бар булған проблемаларҙан ҙур йомғаҡ хасил булып, эскелеккә һалышып киттем. Хатта ҡайһы саҡта үлем сигенә барып етә яҙам, ғаиләм, атай-әсәй ҡарай, дауалай, тик был оҙаҡҡа етмәй, хәл ҡабатлана. Шулай бер туҡтап торған мәлдәрҙә, китапханаға барҙым, унда, компьютерға инеп, был мәсьәлә буйынса интернетта эҙләнә башланым. Һәм аноним алкоголиктар төркөмөнә тап булдым. Баҡтиһәң, ул түңәрәк һәр көн һайын кис эшләй, етмәһә, өй эргәһендә генә булып сыҡты. Шулай ике йыл ярым элек Курчатов урамы, 14-се йортта үткән йыйылыштарға йөрөй башланым. Унда мине аңланылар, ҡабул иттеләр, үҙем генә бында йөрөүсе кешеләргә оҙаҡ өйрәндем. Хәҙер күршеләрем танымай, мин шунда йәшәйем, исемем шулай тип әйтһәм, аптырап ҡарайҙар, ул бит һуңғы сиккә еткән эскесе, алдашма тип, ышанмайҙар.

– Һеҙҙең менән булған хәлдәр уйға һала, ә бына башҡалар үҙ тарихы менән һеҙҙең менән бүлешәме, һеҙгә уларҙың һөйләгәндәре ниндәй тәьҫир ҡалдырҙы?

– Ирҙәр араһында бер үк хәл тигәндәй, ә бына ҡатын-ҡыҙҙар был проблема менән төрлөсә осраша. Балаларын тартып алыу һымаҡ хәлдәр тураһында һөйләгәндә бигерәк йәл, тетрәндергес.
– Әле һеҙ Стәрлетамаҡта, ә берәй заман тағы ла сит илгә сығып китһәгеҙ, унда һеҙҙе аңлаусылар табылырмы икән?
– Ҡайһы илгә барһам да бындай төркөмдәрҙе таба алам, үҙем инглиз телен беләм, шуға күрә, аралашып китеүе ҡаршылыҡтар килтермәҫ тип уйлайым. Аноним алкоголиктар йә аноним наркомандар тураһында сит ил кинофильмдары аша тәү тапҡыр таныш булғайным да. Шуға был яҡтан улар алда бара тип иҫәпләйем. Рәсәйҙә лә һәр ҙур ҡалаларҙа аноним алкоголиктар төркөмдәре бар, улар бер-береһенә ярҙам итә ала.

– Эскелектәрен хатта бынан 25-30 йыл элек ташлаған кешеләр ҙә ошо төркөмгә йөрөй, үҙҙәрен аноним алкоголик тип иҫәпләй...

– Алкоголизм менән ауырыусыға яңынан эсеп китергә бер рюмка ла күп, ә эсеп туйыр өсөн мең шешә лә әҙ. Оҙаҡ йылдар эсмәгән кешене тоҡандырыр өсөн бер тамсыһы ла етә, ә бына кире айныуы бик ауыр уларға. Шуға ла был кешеләрҙе аңларға мөмкин, саҡ ҡына ҡаршылыҡтар килеп сыҡһа, эштәре бармаһа, яңынан башлап китеүҙәрен бер кем дә туҡтата алмай. Ә былай беҙ бергә йыйылабыҙ, үҙ проблемаларыбыҙ тураһында һөйләшәбеҙ, бер-беребеҙгә кәңәштәр бирәбеҙ. Һәр мәсьәләне лә хәл итергә була, тик көтөргә һәм уйлап эш итергә кәрәк. Һәр кемдең дә быға түҙемлеге етмәй. Быны үҙем дә тикшереп ҡарағаным бар, мәҫәлән, магазинға инһәң, ишек төбөндә үк спиртлы эсемлектәр кәштә тулып ултыра, ә миңә кәрәк булған икмәк әллә ҡайҙа төптә. “Ауырыу” кеше бындай маркетинг ысулға шунда уҡ “сиртә”. Нимә артынан килгәнеңде онотоп, бер шешә тотоп сығыуың да мөмкин. Ә ғәҙәттә бындай кешеләр айныҡ сағында уңышлылар, күп аҡса эшләйҙәр, аҡса булғанда кире эсә башлау оҙаҡ түгел.

– Алкоголизм тураһында һүрәт төшөргәнегеҙ бармы?

– Әлегә ул турала уйланған юҡ ине. Әммә яман шеш булдырыусы күҙәнәктәр-ҙе төшөрҙөм, улар ҙа, ошо ауырыу кеүек, кешене һиҙҙермәй ашап килә. Ә был күҙәнәктәр микроскоп аҫтында шундай матур, сағыу төҫлө. Был һүрәтте ҡараусылар иң тәүҙә матурлығына хайран ҡала, ә һуңынан нимә икәнен белгәс, ҡурҡып китәләр. Алкоголизм да иң тәүҙә кәйеф сафа ҡороу, байрам, табын кеүек күңелле һүҙҙәр менән бәйле, әммә төбөнә төшөнөп еткәс кенә ҡурҡыныс ауырыу икәнен беләһең. Шуға ла беҙгә килһендәр, исемегеҙҙе әйтергә кәрәкмәй, ябыҡ ойошма түгел, кәрәк булһа тороп сығып китергә мөмкин. Беҙ яңы килгән кешеләргә ярҙамлашып, үҙебеҙгә ярҙам итәбеҙ.
Алкоголизм тураһында күп беләбеҙ, әммә был һүҙ артында тороусы һәр кешенең үҙ трагедияһы. Йәш быуын был хаталарҙы ҡабатламаһын, башҡа еңеллектәргә лә бирешмәһен ине. Сөнки һаулыҡ, ғаилә, ихтирам кеүек төшөнсәләр менән түләргә тура килә.
Эльдар ФӘТТӘХОВ әңгәмәләште.
Автор: Эльдар Фаттахов
Читайте нас: