Иң элек алманы 15-20 минут быҡтырырға кәрәк. Һуңынан һөҙөп, иләк аша үткәргәндән һуң тағы ла талғын утта ике сәғәт ҡайнатырға. Һуңынан майланған таҡтаға йәиһә духовканың һауытына йоҡа ғына итеп йәйеп ҡуябыҙ ҙа саф һауала ҡояшта киптерәбеҙ. Һалҡын ваҡытта йылы мейестә 100-130 градус эҫелектә 1-1,5 сәғәт киптерергә кәрәк. Әҙер ҡаҡ ҡоро булырға тейеш. Уны төрөп сәй табынына ҡуялар. Ҡаҡты шулай уҡ тәм биреү өсөн сәйгә һалалар, туй сәк-сәген биҙәйҙәр. Ураҙа ваҡытында ҡаҡ менән ауыҙ ҙа асалар. Йәймәне торба һымаҡ итеп төрөп, банкала һаҡлайҙар.