Бөтә яңылыҡтар
11 Август 2020, 11:56

Тәбиғәттә әүҙем ялға ни етә!

.

Башҡаларға оҡшамаҫҡа тырышыу, киләсәгеңә кемдер ярҙамында түгел, үҙ аллы юл һалыу – Аҡъяр ауылы егете Рифат Байғужиндың девизы шулайыраҡ яңғырай.
Аҡъяр мәктәбен, артабан И.Тасимов исемендәге Аҡъяр тау колледжын тамамлап, “Бүребай тау-байыҡтырыу кобинаты” йәмғиәтендә эшләгәс, эшҡыуарлыҡ йүнәлешендә үҙен һынап ҡарай. Өс йыл элек Аҡъярҙа тюбингтан шыуыу урынын аса. Ә бына быйыл тауҙарға һыйынып ятҡан Йәнтеш ауылында Һаҡмар буйында “Аманат” исемле ял итеү урынын булдырҙы.
Заманаһы шулай, ниндәй генә йүнәлеш һайлама - ныҡышмалылыҡ, тырышлыҡ, үҙ-үҙеңә ышаныс тойғоһо булырға тейеш. Шул саҡта ғына эшең уң булыр. Рифат Мөхәммәт улы был турала яҡшы белә.
-Кешеләр һәр саҡ һыу эргәһендә ял итергә ярата. Йәй етеү менән район кешеләре генә түгел, Ырымбур яҡтарынан халыҡ күпләп килә. Ғөмүмән, йылғалар һәм күлдәр – халыҡты үҙенә ылыҡтырыу урыны. Кешеләр махсус йыһазландырылған урындарҙа һыу инергә тейеш тип уйлайым.
Урман зонаһында ял итеү урынын булдырыуҙы күптән уйлап йөрөнөм. Быйыл ғына тәүәккәлләп, бер гектар ерҙе рәсмилләштерҙем. Ҡапыл ғына эш башлап ебәреүе еңел булманы. Әммә тырышҡан-булдыра тигәндәй, эш яйлап ырай. Миңә атайым һәм ағайым ярҙам итә. Яңғыҙ ғына эш башлап китеүе ауыр. Район хакимиәтенән 300 мең һум күләмендә дәүләт ярҙамы алдым. Шулай уҡ “Аҡсарлаҡ” лагеры бинаһын ҡуртымға бирҙеләр. Беҙҙең районда туризм үҫешеп етмәгән. Киләсәктә уны үҫтерергә кәрәк,-ти Рифат.
Туристик туҡталҡала тәгәрмәсле мунса, ятып ҡыҙыныу өсөн урындар, велосипедтар, кәмәләр бар. Ғөмүмән, ял итер өсөн бөтә шарттар бар. Шешлек бешереү өсөн мангал һәм ҡаҙан да бирелә. Әйткәндәй, тәгәрмәсле мунсаны йорт һымағ та итеп эшләп була. Бик уңай ҡоролма.
-Ял итеүселәр араһында тыуған көндәрен, юбилейҙарын үткәргәндәр ҙә бар. Бөтәһе лә яҡшы кәйеф менән таралыша,-ти ул.
Быйыл Рифат Байғужин тюбингта шыуыу урынын Йәнтеш ауылында асасаҡ. Сөнки унда шыуырға тауҙар ҙа бейек, һауа ла таҙа. Унда ла Аҡъярҙағы кеүек, ватрушкаларҙы (тауҙан шыуыу өсөн тәгәрмәстәрҙе) прокатҡа бирәсәктәр. Ҡышҡы урмандың матурлығына һоҡланып, тау шыуыу күңелле лә, файҙалы ла.
Рифат киләсәктә үҙ эшен тағы ла киңәйтеү, үҫтереү маҡсаты менән йәшәй. Уға артабан да эштәренең уң булыуын ғына теләргә ҡала.
Читайте нас: