Бөтә яңылыҡтар
9 Август 2020, 14:19

ТЕСТ

.

Хыялланырға яратаһыңмы?
Ҡайһы берәүҙәр хыял ҡанаттарында әллә ҡайҙарға осоп, йыш ҡына уйҙарға батырға әүәҫ. Ә икенселәре улай түгел, күберәк аныҡ, асыҡ хәл-ваҡиғаларға таяныуҙы, теүәллекте хуп күрә. Шуға һуңғыларын - тормошҡа реаль ҡараусылар, тәүгеләрен фантазияға бай заттар рәтенә индерәләр.
Ә һин шуларҙың ҡайһы тѳркѳмѳнә ҡарайһың икән?
1. Һүрәт тѳшѳрѳргә яратаһыңмы?
Эйе - 2, юҡ - 1.
2. Йыш бойоғаһыңмы?
Эйе - 1, юҡ - 2.
3. Нимәлер хаҡында һѳйләгәндә, мауыҡтырғыс булһын ѳсѳн үҙеңдән ѳҫтәп ебәрәһеңме?
Эйе - 2, юҡ - 0.
5. Хәрефтәрҙе һуҙып, иркен итеп яҙаһыңмы?
Эйе - 1, юҡ - 0.
6. Зауыҡ һәм мода буйынса ғына кейенергә тырышаһыңмы?
Эйе - 2, юҡ - 1.
7. Музыка тыңлағанда шул кѳйгә бәйле нәмәләр күҙ алдыңа киләме?
Эйе - 1, юҡ - 0.
8. Дәрестә ялҡып китһәң, дәфтәр битенә бер үк тѳрлѳ фигуралар яһай башлайһыңмы?
Эйе - 0, юҡ - 1.
9. Оҙон-оҙаҡ хаттар яҙырға яратаһыңмы?
Эйе - 2, юҡ - 1.
10. Ғәҙәти булмаған нәмәләр хаҡында тѳштәр күрәһеңме?
Эйе - 1, юҡ - 0.
11. Таныштарыңдан ишеткән йә уҡып белгән, үҙеңде ҡыҙыҡһындырған ерҙәрҙе күҙ алдына килтерә алаһыңмы?
Эйе - 1, юҡ - 0.
12. Кино йәки спектакль ҡарағанда йыш ҡына күңелең нескәреп, күҙеңә йәштәр киләме?
Эйе - 1, юҡ - 0.
1. 14-16 мәрәй.
Һин хыял-фантазияға, хис-тойғоға ғәжәп бай кешеһең. Әгәр урынлы файҙалана белһәң, бынан бүтәндәргә лә, үҙеңә лә шатлыҡ килтерә алаһың.
2. 9-12 мәрәй.
Фантазияға һәләтлеһең. Теләгең булһа, уны тағы ла үҫтерергә, ошо йүнәлештә һѳнәр һайларға мѳмкин. Шулай уҡ ваҡиғалар ағымын аныҡ фекерләп, тормошто ҡәҙимгесә ҡабул итә беләһең.
3. 5-8 мәрәй.
Хыял ҡанаттарында осоу һиңә хас нәмә түгел. Үҙеңә ҡәтғи талаптар ҡуйып, ысынбарлыҡ менән йәшәйһең. Был да насар түгел, сѳнки һәр кемдең үҙ ѳҫтѳнлѳктәре бар. Әйткәнебеҙсә, Хоҙай биргән мѳмкинлектәрҙе дѳрѳҫ ҡуллана, шатлығын татый белергә генә кәрәк.

Нэркэс Валиуллина

Читайте нас в