Тау башынан ҡарап торам
Илаһи донъяға һоҡланып.
Шул илаһилыҡтың ҡотҡонайы
Китә күрмәһен, тип уйланып.
Тауҙарҙа, йылға буйҙарында мин яңғыҙ йөрөргә яратам, сөнки кеше менән йөрөһәң, уй уртаҡлана, фекер тарҡала. Үҙем тау ҡыҙырам, үҙем уйланам, баштағы уйҙарҙың осона сығырлыҡ түгел. Бергәләп уйлашһаҡ, асыш-табыштар күберәк булыр кеүек. Шуға, фекерҙәремде һеҙгә лә еткерәм.
Йыл әйләнәһенә күпме Ҡөрьән ашында, байрам табындарында, ауыҙ асыуҙарҙа булабыҙ, тормоштоң бөтә "нөктәләре"н тикшерәбеҙ, илдәге хәл, кешеләр, мәрәкәләр телдән төшмәй. Тик ҡот, ҡотло булһын, ҡотайған, ҡотһоҙ һ.б. кеүек һүҙҙәрҙе бөтөнләй әйтмәйбеҙ икән дәһә! Был минең өсөн һағышлы бер асыш булды. Уйлап ҡараһаң, был һүҙҙәр беҙгә бәләкәй саҡтан таныш, күңелгә һеңгән. Ҡотлобикә, Ҡотлобай исемдәрен әйтеп, иртә менән тауышланһаң, ҡотло донъяңдағы ҡот фәрештәләре ҡаса, тигәнде ишетеп үҫтек. Ашаған һайын табын ҡото - икмәкте алдан ҡуйырға өйрәттеләр, ә хәҙер ҡайһы берҙә икмәкте ауыҙ ҙа итмәйбеҙ. Бына ҡайҙа ул ҡотһоҙлоҡ!
Яңы кейемебеҙҙе өй һайын йөрөп ҡотлаттыҡ, тәңкә баҫһалар, ҡыуаныстан осондоҡ. Белем алғас, аттестат, дипломды ҡотланылар, белемебеҙҙең ҡото башҡаларға ла йоғоуын күргеләре килде. Ғаилә ҡорғанда туйҙы, аҙағыраҡ сабыйлы сәңгелдәкте ҡотлап шатландырҙылар. Яңы өй эшләп сыҡҡас, туғандар-дуҫтар өйҙөң, нигеҙҙең ҡотло булыуына, ҡотайып йәшәүгә, ҡот фәрештәләренең ҡанат елпеп тороуына фатиха бирҙеләр. Килен төшөргәндә "Ҡотло аяғың менән!" тип ҡотлайбыҙ, йортҡа ҡот килтереүенә өмөтләнәбеҙ.
Килен тигәс, иҫкә төштө әле: ҡәйнәм Мәхмүзә Бикмырҙа ҡыҙы аңлы, сәсән телле, һынамсыл әбей ине. Күрәһең, мине лә һынап йөрөгәндер инде, малы ауырыһа, йә һыйыры быҙаулай алмаһа, "Аяғың ҡотло һинең", тип, минән малына "типтертә". Хикмәт, малы йүнәлә, һыйыры быҙаулай - күршеләр аптырай, ҡәйнәм ҡәнәғәт йылмая, ә мин көләм - тапҡандар ҡыҙыҡ, йәнәһе.
Беҙҙең ауылда малдың береһен кәртәбаш тип йөрөттөләр. Шуны тотонһаң, ҡалғандар сикегә, ҡазалай. Әсәйемдең "Кәртәбаш менән ҡот китте", тип уфтаныуы әле лә иҫтә. Ғаиләлә лә ҡотто бер ғаилә ағзаһы тотоп тора, минеңсә. Мәхмүт ағайым үлгәс, бөтә умарталары үлде, баҡсалағы алмағастары ҡороно, малдары бөттө.
Һуғыш йылдарында өләсәйемдең "Йәҙрә тауышынан ҡот фәрештәләре күккә ашты, донъя ҡото түңкәрелә күрмәһен", тип, гел генә ҡайғырыуы күҙ алдында. Һуғыш бөткәс, ул йылмайып "Һуғыш бөттө, ҡот ҡайтыр, әҙәм балалары ҡотайыр, ҡотой-мотой ашауҙан да ҡотолорбоҙ, иншалла", тип, көллөбөҙҙө һөйөндөргәйне.
Баҡһаң, ҡот биреүсе ҡотло таштар ҙа бар икән. Ағиҙелдең беҙ ҡойонған ерендә урындыҡтай ғына таш ятты. Уны бик борондан уҡ ҡотойташ, ҡотло таш, тип йөрөткәндәр. Ыҙғар менән, йә һыҙланып ауырыусылар шунда ултырып йыуынһа, йүнәлә ине. Беҙ ҙә шулай эшләнек. Тимәк, таш - һаулыҡ ҡото биргән.
Егет, ҡыҙҙар буй етһә, ололар ҡотло ҡатын, ҡотло кейәү теләп, доға ҡыла инеләр. Әсәйем "Ҡотло ҡатын ат тотторһа, ҡотһоҙо ут йоттора", "Ҡотло ҡатын юҡтан бар итә, ҡотһоҙо барҙы ла юҡ итә", "Ҡотло ир донъя ҡотайта, ҡотһоҙо ҡоймаһын вата", тип тә өҫтәй. Былары инде егет һәм ҡыҙҙарға ниндәй булырға кәрәк икәненә ишара яһаған.
Электән үк арҙаҡлы шәхестәрҙе, күренекле кешеләрҙе ил ҡото, ҡот таратыусылар тип баһалайҙар, әле лә шулай. Ҡот осоу, ҡот ҡойоу кеүек йолалар бар, уны айырым кешеләр генә башҡара - ҡотто эйәһенә ҡайтара. Донъяһы нурланып тора, ҡот ҡунған, тип тә һөйләшәбеҙ.
Ябай ғына ҡот, ҡотло булһын, ҡотайған тормош насип булһын, һүҙҙәренән күңел үҫә, дәрт арта. Уларҙы йышыраҡ әйтһәк тә зыян юҡ.
Шулай ҙа ҡайһы берҙә күңелгә шомло уй ҙа килеп инә. Хәҙер Башҡортостанға сит ер вәкилдәре йыш килә, төрлө саралар үткәрелә. Килеүселәр башҡорт еренә һоҡланып, ҡыҙығып ҡарай, көнсөл ҡараштар ҙа юҡ түгел. Ана шундай кешеләр ҡотобоҙҙо ҡурҡытмаһа ярай ҙа, тип шикләнәм. Һуңғы йылдарҙа күпме урманды ғәрәсәт ҡырҙы - урман ҡотона күҙ тейҙе. Күпме ағасты ҡырҡалар, ташыйҙар, тәләф итәләр, ҡайһы бер урмандар ҡотһоҙ-шыҡһыҙға әйләнә. Былай барһа, урман ҡото беҙҙе ташлап китмәҫме? Ә бит урман ҡото китһә, донъя ҡото ла китәсәк.
Мин иҫләгәндәрҙән генә лә ҡот, ҡотло, ҡотайған, ҡотһоҙ һүҙҙәренең халыҡ тормошонда киң ҡулланылышы, мәғәнәһенең сикһеҙлеген күрәбеҙ.
Ҡот тураһында ғаиләлә лә, мәктәп уҡыусылары менән дә әңгәмә, фекер алышыу үткәрһәк, ниндәй фәһемле, оло мәғәнәле, файҙалы тормош һабағы булыр ине. Күпме кеше юҡты-барҙы һөйләп, ваҡыт әрәм итеп, ҡотһоҙланып йөрөмәҫ ине, тим.
Әнүәрә ХӘЙБУЛЛИНА.
Әбйәлил районы
Байым ауылы.