Бөтә яңылыҡтар
9 Август 2020, 15:55

ИРЕМ ЯҠШЫ БИТ МИНЕҢ!..

.

Байтаҡ йылдар күрмәй торған һабаҡташымды бер осраттым. Хәҙерге көндә райондарыбыҙҙың береһендә абруйлы табибә булып киткән был танышыма: "Һин һаман да элекке һымаҡ мөләйем, әле булһа йәш сырайлыһың, Гөлнур. Бер ҙә бирешерлек түгелһең, күҙ теймәһен…" - тип теҙеп алып киттем. Һабаҡташым һис кенә лә уйлап тормаҫтан, ошо һүҙҙәрен әйтә һалды: "Ирем яҡшы бит минең…" Артабан нимәләр хаҡында һөйләшкәнебеҙҙе әллә ни иҫләмәйем, әммә уның иң башта әйткән ана шул һүҙҙәре хәтеремдә ныҡ уйылып ҡалды. Ҡатын-ҡыҙҙың үҙ хәләл ефетенә ҡарата әйтелгән ошонан да йылыраҡ, яғымлыраҡ һүҙҙәр булыуы мөмкинме! Уның ғаиләһен, тормош иптәшен бер ҡасан да күргәнем булмауына ҡарамаҫтан, ғаиләһендә тыныслыҡ, татыулыҡ, үҙ-ара мөхәббәт тантана итеүен шунда уҡ күҙ алдына килтерҙем һәм уның өсөн ысын күңелдән шатландым.

Һирәк кенә булһа ла ана шундай ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙҙы осратырға тура килһә, уларға булған бөтә ихтирамым мәртәбәләргә арта. Бынан бер нисә йыл элек бер еңгәмә медицина университетында уҡып йөрөгән кесе ҡыҙҙары тураһында һорау биргәйнем: "Ләйсән тормошҡа сығырға уйламаймы әле, еңгә?" Ҡыҙҙарының: "Атайым кеүек яҡшы кеше тапмаһам, бөтөнләйгә кейәүгә сыҡмаҫмын ул", - тиеүе хаҡында ишеткәс, бөтөнләй "иреп төштөм". Юлиә еңгәнең ошо һүҙҙәрен һәр саҡ туғандарым алдында миҫал итеп һөйләйем. Атаһын - минең ике туған Камил ағайымды шундай юғары баһалаған ҡыҙына, айырыуса, шул баһаны хуплаусы еңгәмә күпме мәртәбәләр рәхмәт һүҙен ҡабатлаһам да аҙ булыр һымаҡ…
Оло үкенескә, барса ғаиләләрҙә лә ундай "һау мөхит" хөкөм һөрмәй шул. Ғаилә именлеге хаҡында һүҙ йөрөткән булып, башлыса ирҙәр "ихатаһына" ғәйеп ташлауҙарға әүәҫтәрҙе лә күрергә тура килә. Бәғзе бер ҡатын-ҡыҙҙарҙың: "Ә-әй, ундай бер ир буламы..." - тип, иренең йә был, йә башҡа етешһеҙлеген асып, һүҙ ҡуйыртыуын күптәрҙең ишеткәне барҙыр, моғайын. "Һөйөклөһө"нөң эш хаҡы кимәле башҡаларҙыҡынан түбән, йә йорт-ҡураһындағы эшенең күршенекегә ҡарағанда насарыраҡ булыуын, йә булмаһа, тағы ла ниндәйҙер етешһеҙлеген табып, туғандарына, әхирәттәренә, хатта үҙ балаларына ла һөйләргә яратҡан гүзәл заттарыбыҙға уларҙың ошо мәсьәләлә бигүк ғәҙел булмауы хаҡында әйтер һүҙем. Беренсенән, был донъяла етешһеҙлеге булмаған бер кешенең дә юҡлығын хәҡиҡәт тип ҡарау кәрәк. Тик бәйғәмбәрҙәр генә һәр яҡтан камил булған. Хатта "һәр йәһәттән килгән", тип һаналған әҙәм балаһының да барыбер ниндәйҙер бер кире яғы була. Минең ныҡлы инаныуымса, күрә белгән, дөрөҫөрәге, күрергә теләгән кеше барыбер башҡаларҙың яҡшы яғын таба ала. Минеңсә, ирҙең янында ла уның ыңғай сифаттарының береһен генә булһа ла күтәрмәләп алырҙай ҡатыны булыуы - оло бәхет. Ҡатын кеше аҙым һайын хәләл ефетен "өйкәп", уны тәнҡитләргә, яманларға тырышып тормаһа, бындай ғаилә һәр саҡ өлгөлө лә була ала. Сөнки ошондай татыу ғаиләлә ир кешенең теге йәки был кәмселеген уның аҡыллы ҡатыны шымартып тора. Бындай осраҡтарҙа ғаилә башлығының ниндәйҙер булһа етешһеҙлеген күрше-тирә лә белмәй. Балалары ла атаһының тыумыштан булған бер аҙ кире яғын тоймай, тик уның яҡшы яҡтарын ғына күреп үҫә. Шуға күрә улар атаһын һәм әсәһен берҙәй ихтирам итеүсән. Хәләл ефетенә зарланырға яратыусы ҡатын хаҡында бер хәҙис тә бар. Бер мәл Ибраһим бәйғәмбәр ғәләйһис-сәләм улына хәл белешергә килә. Ә уның улы Исмәғил был ваҡытта ҡайҙалыр ҡырға киткән була. Бәйғәмбәр килененән хәл-әхүәл һораша. Килене ҡайныһына иренән зарланырға тотона. Ибраһим ғәләйһис-сәләм килененә ҡаршы бер ни ҙә өндәшмәй, тик "Улыма әйт, өй тупһаһын алыштырһын", тигән сәләм тапшырырға ҡуша. Исмәғил ҡайтҡас, ҡатыны ҡайныһының сәләмен еткерә. "Ҡатыныңды айырып, башҡаға өйлән", тип аңлай Исмәғил атаһының был сәләмен, һәм уның бойороғон үтәй. "Ҡатын айырыу - пүстәк кенә нәмә икән", тигәнде аңлатмай, ә ерле-юҡҡа иргә зарланыуҙың бик тә насар булыуы хаҡында был риүәйәт… Бәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләмдең "Ҡатын кешенең ожмахы - иренең аяҡ аҫтында", шулай уҡ, "Ирен һанламаған ҡатын-ҡыҙҙың доғаһы уның баш осонан да юғары күтәрелмәҫ", тип әйткәндәре хаҡында ла беләйек. Шәриғәт ҡанундарында һәр ғаиләлә булырға тейешле үҙ-ара ихтирам хаҡында күп әйтелә. Ҡатын-ҡыҙҙарҙы хөрмәт итеү, уларға бер ҡасан да асыуыңды сығарырға ярамау тураһында бәйғәмбәребеҙҙең ир-аттарға йүнәлтелгән хәҙистәре бихисап. Аллаһ илсеһе ғәләйһис-сәләм шәхсән, үҙе ҡатындарына һәр саҡ яғымлы булыуы менән бөтә ир-ат халҡына үрнәк булып тора.
…Иң башта иҫкә алып киткән һабаҡташым Гөлнурҙың ғаилә хәлен яҡындан белмәйем, әммә уның тормошоноң ал да гөл булыуына һис кенә лә шикләнмәйем. Ә бына атаһы һымаҡ яҡшы кешегә генә кейәүгә сығырға хыялланған Ләйсәнде тәрбиәләп үҫтергән Камил ағайым һәм Юлиә еңгәмдәр менән аралашып йәшәйбеҙ. "Атанан күргән - уҡ юныр, инәнән күргән - тун бесер" тигәндәй, ике ҡыҙы ла әҙәпле, эшсән, кеселекле, туғандарға яҡшы мөнәсәбәтле булып үҫкән. Әйткәндәй, Ләйсән һылыуға килгәндә, уға ысынлап та Күгәрсен районы егете Илмир менән табышып, уның менән тормош ҡорорға Аллаһ Тәғәлә насип иткән. Кейәү - Ләйсәндең коллегаһы, хирург. "Ләйсәндәр нисек йәшәп ята, - тип ҡыҙыҡһынам туғандарымдан. - Кейәү нисек?" "Аллаға шөкөр, кейәүебеҙ - бынамын тигән, минең үҙемә оҡшаған!", - тип ярым шаяртып яуап бирә Камил ағай. Оло ҡыҙҙары Айгөл дә, бер нисә йыл инде, Динар кейәү менән үҙаллы татыу ғаилә ҡороп, балалар үҫтереп, ал да гөл йәшәп ятыуҙары. Әйтергә кәрәк, ҡыҙҙар үҙҙәренең хәләл ефеттәренә ҡарата ифрат та ихтирамлы. Ирҙе һанлау "әлифбаһын", моғайын, әсәләренән күсереп алған улар. Тап бына шундай ғаиләләребеҙ тағы ла күберәк булыуын Аллаһ Тәғәләнән һорайым.

Хөрмәтулла ҠЫУАНДЫҠОВ.

Читайте нас в