Бөтә яңылыҡтар
9 Август 2020, 14:45

ЭТ МЕНӘН ЭТ БУЛМА

.

Ҡала ситендә төҙөлә башлаған микрорайонда йәшәйбеҙ. Йәйрәп ятҡан яландың яртыһында яңы урамдар хасил булды, әммә яртыһы һаман да буш әле. Уның ҡарауы, мал көткән кешегә хөрриәт бында. Үлән емерелеп үҫә. Йәй булһа, ошонда көтөү ҡыуалар, шунда уҡ бесәнен дә эшләп алалар. Хас та ауылдағы һымаҡ инде. Урамға сыҡһаң, бер яғыңда йылҡы өйөрө, икенсе яғыңда һыйырҙар үлән уртлай...
Эҫенән йәшенер өсөн бер ҡулына ҡулсатырын тотоп, икенсеһенә гәзит-журнал эләктергән әбей-бабайҙар кәзәләре артынан сабыр ғына эйәреп йөрөй. Ауылда ғына түгел, хәҙер ҡала ерендә лә ит-май, һөт һатып табыш алғандар бихисап шул. Эш, аҡса юҡ тип зарланып ултырмай, нисектер яйын табып йәшәргә тырышҡан кешеләргә һоҡланам ғына. Әлегә иһә һүҙем ул турала түгел.
Ошо яланды мал-тыуар ғына түгел, ә ҡала эсендә йөрөгән берәҙәк эттәр өйөрө лә төйәк итеп ала йәй көндәре. Ҡала урамында яңғыҙ-ярым йөрөгәндәрендә шундай йәлләткес ҡиәфәттә булып, үткән-һүткәндең күҙенә мөлдөрәп кенә ҡарап, аҙыҡ һораған был мәхлүктәр, бергә ҡушылып алһа, уҫаллана ла китә. Кешегә лә, мал-тыуарға ла, хатта машинаға ла ажарланып ташланалар. Урамға сығыуы ла ҡур­ҡыныс улар яланда йөрөгәндә.
Бер ваҡыт шул эттәрҙең йылҡы өйөрөнә һөжүм иткәнен күҙәтергә тура килде улым менән икебеҙгә. Кинәнеп үлән уртлап йөрөгән малдарҙы ян-яғынан ҡамап алып, сыр-сыу ләңкелдәшергә керешкәй­неләр, тегеләр ялан буйлап топтор-топтор сабып сығып киттеләр бит әй! Ҡыуып тотоп ҡара һин елдәй елгән толпарҙарҙы! Ҡыҫҡа ботло сәүектәре иң алда ятып ҡалды. Ҙурыраҡ тоҡомло эттәр тәүҙә ҡалышмай эйәреп маташһа ла, аҙаҡ уларының да хәле бөттө, берәм-һәрәм тороп ҡала башланы. Үҙҙәре һаман туҡтамай өргән була, йәнәһе лә, ҡурҡыттылар инде аттарҙы. Аҙаҡ тағы бергә тупланып, еңеүсе ҡиә­фәтендә ғорур баҫып, оло юл буйын­дағы кафе яғына, юлаусыларҙан ҡалған ҡалдыҡ-боҫтоҡ менән һый­ланырға юлландылар.
– Аттарҙы әйтәм, хәлдәрен бөтө­рөп, ни ҡәҙәрем ерҙе сабып йөрө­гәнсе, әйләнә килеп кенә ҡаты тояҡтары менән берҙе тибеү ҙә етер ине шул эттәргә. Берәүһенә эләкһә, ҡалғандары ла ҡойроҡтарын һыртҡа һалыр ине, моғайын, – тип фекер йөрөттө улым.
– “Эт менән эт булма” тигән бик аҡыллы әйтем бар халыҡта. Әлеге аттар шикелле ҡайһы бер боҙоҡ әҙәмдәрҙән дә йыраҡ тороуың хәйерле. Улар әрләшә тип һүҙ әрәм итергә йә иһә улар һуғыша тип ҡул бысратырға ярамай, улым, – тип яуапланым уға.
Зөлфирә Муллағолова – Сәлихова.
Читайте нас: