Бөтә яңылыҡтар
9 Август 2020, 14:47

ҠАРБУЗЫДЫ НИСЕК ҺАЙЛАРҒА?

.

Иң беренсе сиратта, ҡарбузды бөтөн яҡтан иғтибар менән тикшереп, тотоп ҡарарға кәрәк – ҡарбуз тышында, микробтар һәм бактериялар үтерлек, бер ниндәй ҙә сатнаған, йәмшәйгән, сыйылған, ярыҡ һәм башҡа боҙолған урындар булырға тейеш түгел.
Сағыу һәм төҫлө һыҙыҡтар ҡарбуздың өлгөргәнлеге сифаты булып тора.
Әгәр ҙә ҡарбуз тышын бармаҡ менән һөртөп ҡарағанда, яңы бесән еҫе сыҡһа, ул әле бешмәгән тигәнде аңлата.
Ҡарбуз ҡойроғо кипкән булырға тейеш, сөнки ҡарбуз өлгөргәс, ерҙән дым алыуҙы туҡтата һәм кибә. Әгәр ҡойроғо йәшел икән, тимәк уны бешмәҫ борон өҙөп алғандар.
Бешкән ҡарбузға һуғып ҡараһаң, ул асыҡ һәм яңғырауыҡлы тауыш, ә бешмәгән емеш тоноҡ тауыш бирә.
Ҡарбуздың ергә тейеп ятҡан яғын ҡарау мөһим, уны емештең “сикәһе” тип атайҙар, ул ныҡ һары йәки ҡыҙғылт-һары төҫтә була. Ныҡ асыҡ, ҙур һәм тигеҙ итеп буялған “сикә”, ҡарбуздың баҡсала тейешле кимәлдә ятмауын белдерә.
"Ейәнсура таңдарын"ан.
Читайте нас: