Уңайлы мәлде көтөп һағалап ятҡан йылан ише, һин дә мин йәшәп ятҡандарҙың бар тормошон ҡыра һуғыр йә араларға ғүмерлек әсе һалыр өсөн аңғармаҫтан килеп саға хыянат. Ағыуынан көслөләр дауа таба, ә көсһөҙҙәр ғүмерлеккә ғәрип күңелле булып ҡала. Хәҙер бәйән ителер тарихтағы ҡатын тәүгеләр рәтенә ҡарай. Ваҡиғалар хаҡында дауаханала ятҡанда бер апай ауыҙынан ишетергә тура килде. Һылыулығын да, ғорур асылын да, йәшәү мәғәнәһен дә һаҡлап ҡалған һоҡланғыс ханым тураһында барыһына ла һөйләгем килде. Яҙмышының ауыр мәлен кисергән башҡа ханымдарға уның тормош һабаҡтары үрнәк булыр, бәлки.
Күңеле толҡаһыҙланды...
Төнгө ҡала йоҡлай. Светофорҙың да һары “күҙҙәре” генә ара-тирә янып ала. Миллионлы ҡаланың бер йортонда тәҙрә яңағына һөйәлеп уйға талған урта йәштәрҙәге сибәр ханым иһә йоҡламай. Тыштағы ҡара көҙҙөң тәбиғәте төҫлө, күңеле толҡаһыҙланып ҡалған уның...
...Иренең нисектер үҙгәреп киткәнен тоя Дилә. Йәштән үҙе өсөн өҙөлөп торғанына күнеккәнлектән, сәйерһенә төштө: ниңә әле эштән ҡайтып ингәнендә үбеп алманы, “сәләм!” тиеү менән сикләнде? Ғәҙәтенсә, эшеңдә нисек, тип тә ҡыҙыҡһынманы. Балалар менән дә һирәк шаяра башланы. Эшендә борсоулыраҡмы икән, тип аптыранды ҡатын. Шулай ҙа һорау биреп йөҙәтмәне, кәрәк тапһа, үҙе һөйләй торған әле.
Бөгөн иһә Дилә көндөҙгө сменанан ҡайтты. Быға шатланды, сөнки Әнүәре оҙайлы командировкаға китә, исмаһам, тегенеһен-быныһын яраштырып, оҙатып ҡалыр. Ире эшләгән фирманың төрлө ҡалаларҙа филиалдары бар, шуға ла ул йыш ҡына өйҙә булмай.
Өйҙәге тынлыҡҡа ғәжәпләнеп, өҫ кейемен систе лә залға уҙҙы. Ире унда ла, үҙҙәренең бүлмәһендә лә булмай сыҡты. Бындағы бушлыҡты Дилә һәр күҙәнәге менән тойҙо, ниңәлер йөрәге тулап китте. Кейемен алмаштырайым тип, шкафты асты ла шаҡ ҡатты: Әнүәрҙең кейемдәре юҡсы! Хәлһеҙләнеп китеп, карауатҡа ултырҙы. Эргәләге тумба өҫтөндә ире ҡулы менән яҙылған ҡағыҙ бите ята, имеш. Был ни хәл? Тертләп, ҡулдарына алды. “Диләкәйем, зинһар, ғәфү ит мине. Был хаҡта күҙҙәреңә тура ҡарап һөйләргә тәүәккәллек итмәнем. Хатта шылтыратырға ла батырсылығым етмәне. Һинән, балаларҙан айырыла алмай оҙаҡ этләндем. Тик һин дөрөҫөн белергә хаҡлы. Фәлән ҡалала мин икенсе берәүҙе осраттым. Һине лә, уны ла ғазаплап ике арала йөрөмәҫкә тип, уның эргәһенә йәшәргә китергә хәл иттем. Борсолма, балаларҙы ҡарашырмын. Һине, үҙең беләһең, ныҡ яраттым. Әле лә, инде яратмайым, тип әйтә алмайым. Рәнйемә, зинһар өсөн. Хуш”.
Бер тынала уҡып сыҡты ла Дилә, күҙе менән уҡығандарға күңеле менән ышана алмай, ултыра бирҙе. Бына һиңә яратышып йәшәгән ире! Ә нисек был турала белгертмәй йөрөй алған!..
Балаларының береһе – институттан, икенсеһе мәктәптән ҡайтыуына тәүге тапҡыр ашарға ла әҙерләмәне. Улар ғәжәпләнде, әммә әсәйҙәренең былай ҙа аҡ ҡына йөҙөнән бөтөнләй төҫ ҡасҡанын күреп, аңланылар: бәй, ғәзизкәйҙәре ауырып киткән бит! Өнһөҙ генә янына килделәр, икеһе ике яҡтан ҡосаҡланылар...
Хыянат
Уйламағанда-көтмәгәндә иренең үҙенә хыянат итеп йөрөгәнен белеү генә түгел, уның бөтөнләй ташлап сығып киткәне Диләнең күңелен аҫтын-өҫкә әйләндерҙе. Юҡ, быуылып иламаны ул, киреһенсә, бәғере ҡатты. Тәүге төндә күҙенә бөтөнләй йоҡо алманы. Ә иртәнгелеккә башын да ҡалҡыта алмай һеңгәҙәп ятты ла ҡуйҙы. Эшенә лә көс-хәл менән шылтыратты. Әсәләренең хәле шәптән түгеллеген күреп, Айгизәһе табипҡа ла шылтыратып өлгөргәйне инде. Төшкә ҡарай участка врачы килеп етте.
– Берәй нимәгә ныҡ бошонғайнығыҙмы әллә? Ҡан баҫымығыҙ ныҡ күтәрелгән бит... – Дилә үҙе генә түгел, табибә лә был хәлгә аптыраны. Ғүмерҙә лә улай булғаны юҡ инесе...
Табибә, оло йәштәрҙәге мөләйем ханым, хәлен аңлағандай, ҡатынға бер килке һынап ҡарап торҙо. Унан йылмайып, күңелен күтәрерҙәй һүҙҙәрен дә тапты.
– Бирешмәгеҙ. Ҡатын-ҡыҙ бит әле беҙ. Әллә нимәне лә күтәрерлек көс бар беҙҙә... – Кәрәкле дарыуҙарҙы яҙып биргәс, хушлашҡанда ҡат-ҡат иҫкәртте. – Зинһар, тыныслыҡ һаҡларға тырышығыҙ. Ҡан баҫымы менән шаярмайҙар...
Белә быныһын Дилә. Үҙе лә табибә бит. Тик бына йөрәк һыҙлауын нисек баҫаһың?! Егерме йыл тиерлек бергә татыу ғүмер кисергән ирең арҡаңа бысаҡ ҡаҙаһын да... Сыҙап ҡара...
Диләнең кәрәк мәлдә үҙен ҡулға ала торған холҡо бар. Ике-өс көн үткәндә, ул ҡабат эшендә ине. Йөҙөнөң бер аҙ һурылғаны, ағарынғаны сырхауына бәйле икәнгә берәү ҙә шикләнмәне. Йөҙөп йөрөп эшенә сумыуға, ире хаҡында онотҡайны, тиерлек.
Сменаһы тамамланып, ҡайтырға сыҡҡас ҡына ысынбарлыҡ хәтеренә төштө уның. Йөрәге түҙгеһеҙ итеп семетте. Был килеш балалар эргәһенә ҡайтып булмаҫ, тынысланырға кәрәк. Шул уйҙар менән йорт эргәһендәге паркка боролдо. Төпкә үтеп китеп, кеше күҙенән ситкәрәк барып ултырҙы. Ошо паркка улар ғаилә менән килергә ярата ине.
Эргәнән көлөшә-көлөшә йәштәр, унан ике яҡтан балаларын етәкләгән пар үтте. Бер-береһенә ҡарап мөләйем йылмайышалар. Уларҙы күҙәтеп ултырған Диләгә кинәт сикһеҙ ауыр булып китте. Үҙе лә һиҙмәҫтән күҙ йәштәренә ирек бирҙе. Бит алмаларын яндырып төшкән һәр тамсы йөрәгенә йыйылған юшҡынды яйлап ҡына кәметә барҙы төҫлө...
Әнүәрҙең ғаиләһенән киткәнен яҡындары ла, хатта иң яҡын әхирәте лә байтаҡ белмәне. Өйөнә килеп-киткән саҡтарында ул гел “командировкала” ине. Берҙән-бер көн әхирәтенә дөрөҫөн һөйләргә мәжбүр булды. Шаҡ ҡатып тыңланы уны дуҫы, ара-тирә:
– Кит инде, юҡты... – тип аптыраны. Һүҙ таба алмай оҙаҡ ҡына ултырғас, дауам итте:
– Һинән дә биҙҙерерлек кем икән һуң ул?!. Ҡатыным, балаларым, тип аһ итеп торған Әнүәр өйҙән сығып китһенсе әле, әйтһәң, әҙәм ышанмаҫ... Гөл кеүек ҡатынынан һыуындымы икән, китсе... Сихырлағандарҙыр!.. Һинсе, нисек йәшәнең шул ғүмер белдермәйенсә?! Йөрәгеңде генә яндырып бөткәнһең икән, ҡыҙый!..
Әлдә генә үҙе кеүек ихлас та, мөләйем дә әхирәте бар әле. Күп тапҡыр һыналған: ауыр саҡта ташламай ул. Әле лә Диләнең күңелен күрергә, дәртләндерергә тотондо ла китте. Икәүләшеп күптән хыялланған бер ниәттәре бар, тик эш, ғаилә мәшәҡәттәренән бушамағас, тормошҡа ашыра алмай йөрөйҙәр ине. Шуны иҫләп, бер көн әхирәте, ниһайәт, аэробикаға йөрөй башларға күндерҙе. Үҙе шаяртҡан була: “Бына, дуҫҡай, Әнүәреңә рәхмәт әйт, ташлап китмәһә, ҡасан ваҡыт табыр инең әле!” Үҙе йән һыҙлауына дусар әхирәте хаҡына етмәгән ваҡытын да еткерергә әҙер ине.
Уйлай китһәң, ошондай ҙа хәлдең, дуҫы әйтмешләй, ыңғай яҡтарын да табып була икән. Дилә эшенән бушаған саҡтарында тағы бер шөғөл тапты: маникюр курсына йөрөй башланы. Өҫтәмә табыш килтереү сығанағы ла булыр. Ҡыҫҡаһы, ҡатындың иҫәңгерәп, үҙен йәлләп ултырырға ваҡыты ҡалманы. Балалары менән бергәләшеп яҡын туғандары эргәһенә йышыраҡ ҡайтып, күңелдәрен бөтәйтеп килергә әүәҫләнделәр. Улары, Диләнең яраһын ҡуҙғатмаҫ өсөн, ғаилә башлығы тураһында ләм-мим өндәшмәүҙе ғәҙәт итте. Хатта, шылтыратамы, ярҙам итәме, тип бик һорағылары килһә лә. Дөрөҫөн белгәс, оло апаһы ғына, кире ҡаҡмаҫлыҡ итеп: “Ҡайтыр бер заман, мин әйтте, тиерһең. Ҡырҡтан уҙған күп ирҙәр шулай шашып ала ул, иҫең китмәһен. Күҙе асылһа, ни ҡылғанына үҙе лә үкенер әле”, – тип ҡуйҙы.
Тетрәнеүҙән тыуған яра
Бер-бер артлы көҙ ҙә, ҡыш та, яҙ ҙа үтте. Йәйгә сыҡҡас иһә, апаһының һүҙен ҡеүәтләп, Әнүәр... кире ҡайтырға рөхсәт һораны. Инде бөтәйә барған күңелен яңынан ҡуҙғатҡанға, Дилә уға башта асыуланды. “Ҡуй, юҡ менән булмайыҡ... Өйрәндек инде һинһеҙ”, – тип ҡырт киҫте. Ғорурлығы ла хыянатты кисермәҫкә өндәне.
Әнүәр, ҡалаға кире ҡайтып, фатир яллап тора башлағайны. Шылтыратып ҡына эш сығара алмаҫын аңлаптыр, бер көн Дилә эштән сығыуға, ҡупшы гөлләмә тотоп, уны көтөп торҙо. Ҡатын ҡаушап китте, әммә үҙен тиҙ ҡулға алды. Ниһайәт, ире менән ултырып һөйләшергә ризалашты. Балаларының, айырыуса үҫмер ҡорона инеп барған улының, атайлы балаларға һағышланып ҡарағаны иҫенә төшөп тик тора ине. Улға атай ифрат кәрәк шул...
Әнүәр Диләләге үҙгәреште тойҙо.
– Һин тағы ла һылыуланыбыраҡ киткәнһең, – тип һоҡланып ҡарап торҙо. Унан, ауырлыҡ менән кәрәкле һүҙҙәрен табып, ваҡыт-ваҡыт туҡталып, теҙеп алып китте:
– Күптән ҡайтыр инем, кире ҡағырһың, тип уйланым... Оят та ине, ни тиһең, дөрөҫө шул... Кисер мине, хаталандым... Яратмағанмын мин уны, күҙем тонған... – Әнүәр һөйләне, ә ҡатыны уның ғазап эҙҙәре ярылып ятҡан йөҙөнә ҡарап тик ултырҙы. Һырҙары ла тәрәнәйеп киткән, өлкәнәйә төшкән. Һәр саҡтағыса, бер нәмәне лә төпсөнөп һорашманы Дилә. Хәйер, бының әһәмиәте лә юҡ төҫлө ине.
Шулай бер нисә күрештеләр, аңлаштылар. Ә бер көндө өйгә икәүләшеп ҡайтып инделәр... Улдары шатлыҡтан ни эшләргә белмәне, тик бына ҡыҙҙары ғына, бер һүҙ ҙә өндәшмәй, бүлмәһенә инеп бикләнде. Атай кеше баҙап ҡалды. Ҡыҙының ишек төбөнә килеп ултырҙы ла сикәһен ыуғыланы. Дилә иһә шул хаҡта уйланды: “Ниһайәт, теүәлләндек. Ихлас күңеле, хәстәре менән атаһы балабыҙҙың күңелен кире яулар, моғайын. Бергә-бергә йәшәүгә етәме ни?!.”
Уйҙары, ваҡыт үтә килә, иҫбатлана барҙы. Ялған һөйөү арҡаһында тарҡалған тиерлек ғаилә яйлап элекке рәүешенә ҡайта башланы. Тик һәр ҡайһыһының йөрәгендә хыянат кисереп тетрәнеүҙән яра барлыҡҡа килде. Уңалды ул, әммә йөйө ҡалды...