Бөтә яңылыҡтар
7 Август 2020, 16:15

Бәлеш

.

- маргарин йәки май - 250г.
- йомортҡа - 2 шт.
- шәкәр ҡомо - 1 стакан
- ҡаймаҡ - 2 аш ҡалағы
- он - 400 г.
- разрыхлитель - 1 сәй ҡалағы
- ҡайнатма, джем - кәрәгенсә

Әҙерләү:

1. Маргаринды шәкәр ҡомо м-н ағарғансы туҡырға, шунда уҡ йомортҡа һәм ҡаймаҡты ҡушырға.
Артабан аҙлап ҡына разрыхлитель ҡушылған ондо һалырға.Ванилин ҡушырға була, мускат, кардамон һ.б. Йомшаҡ ҡына ҡамыр килеп сыға.
2. Ҡамырҙы 1 сәғәткә һыкытҡысҡа һалып торорға. Бер сәғәттән һуң алырға ла 1/4 өлөшкә бүлеп, бәләкәй өлөшөн кире һыкытҡысҡа һалып торорға. Ҡалған ҙур ҡамырҙы табаға йәйеп һалырға, ситтәрен ҡалҡытыбыраҡ итергә.
3. Ҡайнатма менән һылап сығырға һәм өҫөнә һыуытҡыстағы ҡамырҙы ҡырырға.
4. Мейестә 180°- та 35-40 минут тирәһе бешереп алырға.

Тәмле булһын!
Читайте нас: