Бөтә яңылыҡтар
6 Август 2020, 11:33

ТЫУМА

.

Ҡапҡа асылып, күршеһе Рәхимдең башы күренгәс, күтәрмәлә ултырған Басир, йөҙөн сирылтып, теш араһынан сырт итеп төкөрөп ҡуйҙы. Яратмай ул ошо тиҫтерен. Тыума бит ул. Атаһын күргәне лә, белгәне лә юҡ. Ғүмер буйы яңғыҙ әсәһе менән ауыл халҡының ул-был йомошон башҡарып көн итте. Көтөү көттө, бесән сапты, утын ташыны. Кеше лә үҙен яратып, ҙурлап торҙо.
Басир иһә Рәхимде бала саҡтан һөйһөнмәне. Малай саҡта урамда пыр туҙып һуғышалар ҙа, Басир еңелә башлаһа, күршеһен: “Ә һинең атайың юҡ, ә һинең атайың юҡ!” – тип илатып ҡайтарып ебәрер ине. Уныһы сәғәттәй күренмәй тора ла тағы уйнарға тип йүгереп ки­леп етә. Үҫә төшөп, ҡул араһына ингәс, бөтөнләй Басирҙарҙан ҡайтышма­ны. Атаһы кәртә-ҡура тирәһендәге бөтә эште уға ҡушты. Үҙһүҙле, ҡарышҡыр улы үсектениһә, шул тыуманы саҡыра ла ҡуя. “Кем үҙен эшкә өйрәтһен? Ә ир кеше донъя тотҡаһы булырға тейеш”, – тип өҫтәп тә ебәрә.
Басирҙың уның һайын йәне көйә. Үҙен тиң тотоп, эргәһендә өйрөлөп-сөйрөлөп йөрөгәнен ене һөймәй. Ә атаһының: “Маладис, улым. Эшләгәнең кеше өсөн, өйрәнгәнең үҙең өсөн”, – тип маҡтап, усына аҡса йомдорғанын күрһә, асыуынан шартларҙай була.
Шулай егет ҡорона еттеләр. Басир әллә ни тырышып бер ни ҙә ҡыйратманы. Әҙергә бәҙер йәшәне. Ашайым тиһә – ашы, кейәйем тиһә кейеме булды. Бер ҡаҙаҡ та ҡаҡмай, атай донъяһы ышығында ел-ямғыр теймәй иркә үҫте кинйә малай.
Ә Рәхим һәр эштең рәтен-сиратын белде. Сараһыҙҙан, атайһыҙлыҡтан. Өлөшөнә яҙған яҙмышының әсе һурпаһын татып буй еткерҙе.
Бына әле ошо күршеһен күреп, тағы сырайы һытылды Басирҙың. Түшәктә ауыр хәлдә ятҡан атаһының саҡыртырға ҡушҡанын белеп кенә өндәшмәне. Рәхимдең һаулығын да алмай өйгә ыңғайланы. Атаһы янына ингәс тә ситкәрәк, тәҙрә янынараҡ, барып баҫҡайны ла, ауырыу ҡулы менән иҙәп, эргәһенә саҡырғас, яҡыныраҡ килде. Унда ла, Рәхимдән ерәнгәндәй, башын ситкә борҙо.
Ҡарт башын күтәреберәк шылып ятты ла һүҙ алды:
– Көндәрем һанаулы. Тыуымдан ҡалмаған үлемдән ҡалмаҫ, ти. Мин дә был мәлде көттөм. Һеҙҙе ошолай йыйырымды белеп көттөм.
Басир менән Рәхим бер-береһенә һораулы ҡарашып ҡуйҙы. Йәнәһе, үлергә ятҡан кешенең ниндәй ­һата­шыуы был?
– Басир улым, һиңә йорт һалып, башҡа сығарҙым. Машина алып бирҙем. Туйыңды ҙурлап үткәрҙем. Һинең алдыңда атайлыҡ бурысымды тулыһынса атҡарҙым. Ә бына Рә­хим улым алдында – юҡ. Эйе-эйе, һин дә – минең улым. Хәлемдән килгәнсә көнитмешең­де еңеләйтергә тырыштым. Хоҙай алдында ла, әсәйең алдында ла улым икәнлегеңде таныным. Ләкин мир алдында “атайһыҙ” тигән мөһөрҙән аралай алманым, кисер. Шуның иҫәбенә бөгөнгө һүҙҙәремде ҡабул ит: булған донъямды һиңә васыят итәм. Күреп-белеп торам, һин уны һәйбәт көтәсәкһең. Нигеҙемә серергә юл ҡуймаясаҡһың.
Басирҙың йөҙө тәүҙә ағарҙы, шунан ҡыҙарҙы. Урттары сәйнәлде. Бына бит ниндәй хикмәт: ғүмер буйы “тыума” тип йөрөткән күршеһе уның менән типә-тиң булып баҫып тора. Хатта бер башҡа ҡалҡыуыраҡ та әле.
Бөгөн – һин, иртәгә – ул. Донъя – ҡуласа.
Гөлдәр Биргәнова – Бүләкбаева.
Читайте нас: