Бөтә яңылыҡтар
6 Август 2020, 13:36

АФАРИНДАР

.

Хәйҙәр Тапаҡов
Шаулы ҡала урамында сәләмләү ишеттем:
– Хайдар Нигаматович, здравствуйте!
Ҡараһам – уҡыусым Радмир.
Теге ҡайырылыуымды абайлап яныма йүгерә һалып килеп етте, ихласлап күрешергә ҡулын һондо.
– Радмир, һаумы, нисек йәшәйһең әле, күҙгә-башҡа күренмәгәнеңә лә тиҫтә йыл самаһы үтте.
– Живем хорошо. Женился. Дочка родилась. Работаю главным энергетиком, скоро из Камчатки переведут в Хабаровск.
– Афарин! Ә һин шул һүҙҙе онотманыңмы әле?
– Как могу забыть, это помнят и мои родители, когда вы ставили в дневник “пятерку” всегда рядом написали слово “афарин” с восклицательном знаком, а мы хвастались сверстникам, что это пятерка самая лучшая, самая заслуженная! – Уҡыусым шулай тине лә партмонеһын сығарып шунда соҡона башланы.
– Ни ҡыланаһың тағы, Радмир?
– Возвращаю долг.
– Ниндәй бирәсәк хаҡында һөйләйһең?
– Помните, когда я был еще студентом, срочно возвращался домой, а у меня как назло, не хватало денег на автобус, тогда вы меня здорово выручили!
– Саҡ-саҡ ҡына хәтерләп ҡалғандаймын. Күп йылдар элек булды бит инде ул, күптән оноторға ваҡыт.
– Нет, долг платежом красен, так что возвращаю с процентами!
Аптырап ҡалдым, сөнки уҡыусымдың ныҡышмал, алдына алғанын мотлаҡ урын-еренә еткергән кеше икәнлеген беләм. Урам мөйөшөндә хәйер эстәп ултырған ҡарсыҡ күҙемә салынды.
– Радмир, әйҙә былай итәбеҙ, миңә тигән бирәсәгеңде анау ҡарсыҡтың алдына алып барып һал!
– А я ее и не заметил!
– Күрҙең бит инде хәҙер, бар, бар!
... Командировканан ҡайтып киләм. Автовокзал майҙансығына баҫып та өлгөрмәнем эргәмә тып итеп Радмир ҙа килеп баҫты:
– Домой еду! Нужны деньги!
– Кәрәк булғас, ҡана бирәйем һуң! – Барлы-юҡлы аҡсамды сығарҙым.
Теге эләгә-йығыла күҙҙән юғалды ла бер аҙҙан тышылдап кире килеп етте, ҡулындағы бәлештәрен миңә һондо:
– Пирожки из капусты, когда я уезжал мама пекла, очень вкусные, попробуйте!
– Ҡорһаҡ асҡайны, рәхмәт инде.
– Еще... деньги!
– Быныһы ниндәй аҡса?
– Сдача от покупки билета! – Шулай тине лә уҡыусым баҡыр тиндәрҙе усыма йомдороп ҡуҙғала башлаған автобустың тупһаһына һикереп менде, ҡулын болғаны. – Большое спасибо, до свидания!
Мал эйәһенә оҡшай, шәкерт – һабаҡ биргән мөғәллименә тарта, тиҙәр бит, уҡыусыларым бигерәк ғәҙелдәр шул, хәстәрлеклеләр, йәнә минең ише бер ҡатлылар.
Рәхмәт әйтеүең һәйбәт тә ул, хәҙер мин нисек ҡайтырмын, эш бына нимәлә? Бәлештең береһен упылдап сәйнәп урынымда тапанып тора инем, яныма хәтәр иномарка килеп туҡтап ишеге шар асылып китте:
– Хайдар Нигаматович, здравствуйте! Вы домой! – Руль артында Сибайға эшкә килгән йылда уҡытҡан уҡыусым ултыра.
– Это ты, Роман, здравствуй, да, домой еду. – Ҡулымдағы икенсе бәлеште күрһәттем. – А у меня пирожок, будешь?
– Если домой, то садитесь! Довезу с ветерком! И с удовольствием слопаю пирожок ваш, проголодался!
Подъезд ауыҙына саҡлы килтереп төшөрөп китте, бер тин дә алманы. Хәйер, аҡсаһыҙ йөрөмәйем, кеҫәм төбөндә теге билет алыуҙан ҡалған баҡыр тиндәр сылтырайҙар ине әле.
Алай ҙа кәрәк саҡта йомош һораған, заруратта ярҙам итеп ебәргән, ризыҡтары менән уртаҡлашҡан уҡыусыларым бар. Уларға ҡабатлай барып аңдарына һеңдереп бөткән бер генә һүҙҙе әйтәм гелән – һай, афаринһығыҙ ҙа һуң, балаларым, һеҙ бар саҡта асыҡмаҫмын, сарсамаҫмын, ете юл сатында юғалып та ҡалмаҫмын!
Читайте нас: