ботинка!
Германияның Дюссельдорф ҡалаһында полиция департаментында хеҙмәт иткән эттәр өсөн махсус ботинка тектерәләр.
Ҡала магазиндарында һыра күп һатыла. Йыш ҡына шешәләр ватылып, быяла ватыҡтары менән тула. Һөҙөмтәлә эттәрҙең аяҡтары йәрәхәтләнә, имеш. Махсус синтетик материалдан тегелгән ботинкаларҙың төҫө полиция кейеменеке кеүек. Шуныһы, аяҡ кейеме бик шәптер ҙә, дүрт аяҡлылар ғына уны бик оҡшатмай икән.
Барыһы ла матур түгел
Күбәләктәрҙең төрлөһө бар: ҙурҙары, бәләкәйҙәре, матурҙары, хатта ҡурҡыныстары. Донъяла иң боронғоһо һәм йәмһеҙе көйә күбәләге иҫәпләнә. Белгестәр фекеренсә, ул бынан 180 миллион йыл элек тә йәшәгән, хәҙер ҙә теңкәне ҡорота.
Папуа-Яңы Гвинеяла йәшәүсе Александра күбәләге – донъяла иң ҙур, һирәк осрай торған бөжәк. Ҡанаттарын йәйгәс, ул 28 сантиметрҙан арта, ауырлығы 25 грамм. Австралияла, Яңы Гвинеяла осраусы Геркулес күбәләгенең дә ҙурлығы шул сама. Төнгө бөжәктәрҙән иң ҙурыһы – Төньяҡ Африка тауҙарында йәшәгән атлас йәки тауис ҡош күҙле күбәләк, ҡанаттарын йәйһә, 30 сантиметрҙан арта. Иң кескәй күбәләктәрҙең ҡанат йәйеме 6 миллиметрҙан артмай. Улар Австралия, Африка, Мадагаскар тропик поясында йәшәй.
Ҡоштар ҙа “мыяу”лай
Ҡытайҙың Нанцзин ҡалаһындағы магазин хужаһы һатып алыусыларҙы йәлеп итеү өсөн тәүҙә майна сыйырсығы һатып алған һәм һөйләшергә өйрәткән.
Унан һуң ике тутыйғош алып ҡайтҡан. Тутыйғоштар бик күп һөйләшкән. Сыйырсыҡҡа был оҡшамаған. Ситлегенә һыя алмайынса бәргеләнгән, тик бер ни ҡыла алмаған. Шунанмы, йорт хужаһының бесәйе мыяулағанда, мырылдағанда тутыйғоштарҙың тынып тороуын шәйләгән сыйырсыҡ, бесәйҙәргә ҡарағанда ла әсерәк мыяуларға өйрәнгән. Тегеләре артыҡ шаулай ҡалһа, быныһы мыяулап ебәрә, имеш.
1000 йәшлек... бәшмәк
Швейцария ғалимдары Еврпопала иң ҙур бәшмәккә юлыҡҡан. Офенласс ҡалаһы янындағы милли парктың 35 гектар ерен биләгән әлеге бәшмәккә 1000 йәш икән.
Уның баллы бәшмәк икәнлеге асыҡланған. Баҡһаң, күп өлөшө ер аҫтында булған бәшмәктең оҙонлоғо 800 метр, киңлеге 500 метр, имеш. Уның шулай оҙаҡ йәшәү сере – ағыулы булыуында.
“Уҡытыусы” тутыйғош
Румынияның Бакэу ҡалаһында йәшәүсе студент Марин Бургеле күптән итальян телен өйрәнергә хыялланған. Зоомагазинда итальян телен белгән ҡош барлығын ишеткәс, дуҫтарынан аҡса һорап, был тутыйғошто алған.
Ярты йыл эсендә ҡош үҙенең хужаһын ярайһы ғына һөйләшергә өйрәткән. Үҙе иһә румынса өйрәнгән, хәҙер биш йөҙләп һүҙ белә икән. Бер үк роман телдәре төркөмөнә ингән румын һәм итальян телдәренең оҡшашлығына ҡарамаҫтан, Лука уларҙы һис бутамай. Марин үҙе “уҡытыусы”һының белеменән ихлас файҙалана. Таныш булмаған итальян һүҙен ишеткәс, һүҙлекте асыр алдынан уның тәржемәһен ҡошонан һорай, ти.