Тыл һәм хеҙмәт ветераны Вәғиҙә Ҡырымғужина, оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, бик теремек инәй булып сыҡты. Йомарт һүҙле, сәсән телле ағинәйҙең зиһене шәп, күңеле күтәренке. Нур балҡыған йөҙөнән тормошто һөйөүен, шаян һәм дәртле булыуын төҫмөрләүе ҡыйын түгел. Әле балалары һәм ейән-ейәнсәрҙәре араһында ҡәҙер-хөрмәткә төрөнөп, бәхетле ҡартлығын кисерә.
Ә бит уның тормош юлы еңелдән булмаған, үҙе әйтмешләй, күргән-кисергәндәре үҙе бер китапҡа торошло. Шулай ҙа ғүмер ебен һүткән саҡта әңгәмәсем үҙе күргән ауырлыҡтарға ла, заман михнәттәренә лә зарланмай, киреһенсә, һәр нәмәне шаяртып телгә ала.
Хәйбулла районының Иләс ауылында донъяға килгән Вәғиҙә Дәүләтша ҡыҙы бик иртә етем ҡала. Өс йәшендә – атаһы, алтыһы тулғас, әсәһе вафат була. Ике туған Исмәғил ағаһының ҡатыны, уны етәкләп алып ҡайтып, үҙҙәренең балалары менән үҫтерә. “Уның уландары янында бергә үҫтем, әле уйлайым да еңгәм мине тәрбиәгә алмаһа, ҡайҙа барыр инем икән”, – ти Вәғиҙә инәй.
Етемдең ауыҙы ашҡа тейһә, танауы ҡанай, тигәндәй, ағаһы һәм еңгәһендә оҙаҡ та йәшәп өлгөрмәй, япон һуғышында Исмәғил ағаһы вафат була. Йорт хужаһы булмағас, тормош та еңел бирелмәй: балалар үҙҙәре эшкә сығырға, көндәлек ашар ризығын табырға мәжбүр була. Етеһе лә тулмаған ҡыҙыҡай иген утарға сыға, артабан тиҫтерҙәре менән бесән йыйырға, иген урырға йөрөй. Аяҡтарына кейергә әйбер булмай, урман яғында йәшәүселәр сабата үреп бирәләр ҙә ул, уныһы ла бер-ике көндә ҡойолоп сыға.
– Сабата тип әйтергә оят, тигән булып, ҡыҙҙар менән сыбарлата тип йөрөтә торғайныҡ, – тип кеткелдәп көлөп алды Вәғиҙә инәй. – Эй, ҡыҙым, хәҙер генә һөйләүе ҡыҙыҡ, ә ул ваҡытта ҡыҙғаныс ине. Исмаһам, бер ус бойҙайға ла тейергә хаҡыбыҙ юҡ ине. Шуны ҡырҙа ҡыҙҙырып ашарға ине тип иртән хыялланып барабыҙ, һауытыбыҙ ҙа юҡ. Етмәһә, иген ағыуланған.
Ололар көлтә бәйләй, ә беҙ һынған башаҡтарҙы арттарынан йыйып йөрөйбөҙ. Бесән күбәләһәләр, тырма тотабыҙ. Хатта тырманың һабына ла көсөбөҙ етмәй торғайны. Бар ине заманалар. Гел ҡырҙа йөрөп, ныҡ йонсоп киткәнмен, аҙаҡ мине йәлләнеләрме икән, әллә был бала үлеп ҡалмаһын тинеләрме, бер мәл һыйыр көтөүен көтөргә ҡуштылар. Үҙем кеүек тағы бер ҡыҙ менән таң һарыһынан һыйырҙарҙы алып сығабыҙ, көн буйы шуларҙан бер аҙым ҡалмай, арттарынан эйәреп йөрөйбөҙ.
Икебеҙгә бер телем икмәк бирелә, көн буйына башҡаса тәғәм ризыҡ юҡ. Асбыҙ бит инде, уны ауылды сығып та өлгөрмәй, тәмен еҫкәп барабыҙ ҙа, бүлешеп ашай ҙа ҡуябыҙ. Аҙаҡ тағы ла көн буйы ас йөрөлә. Бергә йөрөгән хеҙмәттәшем әле лә иҫән, Фәтхиә Ҡырымғужина ул. Аҙаҡ гел иҫкә алыр булдыҡ, нисек шул ваҡытта талашып китмәгәнбеҙ икән, өлкәндәргә “асығабыҙ” тип тә өндәшмәнек. Күрәһең, шулай булырға тейеш, тип ҡабул иткәнбеҙҙер.
Артабан Вәғиҙә Ҡырымғужинаға Белорет урманында ағас ҡырҡыусылар менән бергә эшләргә тура килә. Үҫмер ҡыҙҙар йығылған ағастарҙың ботаҡтарын ҡырҡып, ситкә өйөп йөрөй. Бөйөк Ватан һуғышында Исхаҡ һәм Ибраһим исемле ағайҙарынан “ҡара ҡағыҙ” килә. Бар ауырлыҡ һәм ҡайғыларын инәй үҙе сығарған таҡмаҡтары аша баҫа, моңланып та ала. Еңеү хәбәрен дә эш өҫтөндә ишетә, барыһына ла шатлыҡлы хәбәр еткереп, кәнсәгә әҙерләнгән сәй табынында булып, үҙҙәре әйтмешләй, бер туйғансы ашап алғас, һуғыш михнәттәре лә онотолғандай тойола. “Ҡатын-ҡыҙҙарҙан берәүҙәр ҡыуана, икенселәре илай, кемдер йырлап ебәрә лә күҙ йәштәрен тыя алмай һулҡылдай... Ул осорҙо бөгөнгөләй яҡшы хәтерләйем”, – тип үҙенең дә күҙ йәштәренә ирек бирҙе ағинәй.
Вәғиҙә Дәүләтша ҡыҙы Хәмиҙулла исемле егеткә кейәүгә сығып, бик матур ғүмер кисерәләр. Туғыҙ баланы аяҡҡа баҫтырып, бөгөн ейән-ейәнсәрҙәрен һөйөп, бүлә-бүләсәләренә матур тәрбиә өлгөһө лә күрһәтә. Бәхетле инәйҙең 25 ейән-ейәнсәре, ҡырҡтан ашыу бүлә-бүләсәре бар.
– Нисек инде ошо матур тормошҡа ҡыуанмайһың?! Ана, ҡыҙҙарым мине бала кеүек тәрбиәләй, ни ашайым тиһәң дә, ризыҡ бар, нимә кейергә тип аптырайһы түгел. Рәхәтләнеп йәшә лә йәшә, – ти бәхетле өләсәй.
Күңелендә шиғриәткә һөйөү, ижадҡа тартылыу булған инәй, хаҡлы ялға сыҡҡас, хис-тойғоһон ҡағыҙ биттәренә теҙә. Үҙе сығарған шиғыр-таҡмаҡтары һуғыш осорондағы ауыр йылдарҙың бер иҫтәлеге булып һаҡлана. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, байтаҡ шиғырҙары ҡайҙалыр юғалған, ә инде һаҡланып ҡалғандарын ейәнсәре Айгөл, бергә туплап, матур йыйынтыҡ эшләгән.
Өләсәһенән киләсәктә бер иҫтәлек ҡалыр тигән уй менән Айгөл Рәсембәтова, Вәғиҙә инәйҙән үҙе сығарған таҡмаҡтарын һөйләтеп, видеоға төшөрөп, төрлө конкурстарға ла ебәрә. Иң ҡыуаныслыһы – өләсәһе призлы урындар яулай, шунан тағы ла дәртләнеберәк ижад итергә тотона.
Бына шулай быуындар бәйләнеше матур дауам итә, ҡыҙҙарынан ейән-ейәнсәрҙәренә күсә, өләсәйҙәренең ижадына ҡарата һөйөү тәрбиәләнә, рухи байлыҡ күңелдәренә һалына.
Иләс ауылы ағинәйенә һаулыҡ-сәләмәт, күңелендәге ижад осҡондарының һүнмәүен, балалары һәм ейән-ейәнсәрҙәре араһында артабан да бәхетле ғүмер кисереп, уларҙың һөйөү-наҙына төрөнөп йәшәүен теләйбеҙ.