Тарих тәгәрмәсе алға тәгәрәгән һайын арҙаҡлыларҙың исеме баҙыҡлана бара, улар тураһында йышыраҡ яҙалар. Хәйер, батырҙарҙы кемдең белгеһе килмәй?! Мәҫәлән, данлы Ҡарамышевтар нәҫеленән сыҡҡан Гәрәй Ҡарамышев бөтә ғүмерен халҡының яҡты киләсәгенә арнаған.
Гәрәй Батыргәрәй улы 1888 йылдың 8 июлендә Ишембай районының Маҡар ауылында донъяға килгән.
"Яҡташыбыҙ Ҡазан татар уҡытыусылар семинарияһында уҡыған, унан инде Өфө һәм Ырымбур губерналары мәктәптәрендә эшләгән, – тип һөйләй политолог Вадим Әбүзәров. – Малай һәм ҡыҙҙарҙы ауыҙына ғына ҡаратып тыңлатырлыҡ көскә эйә булған. Киң эрудициялы, уҡымышлы булыуы затлы ырыуҙан киләлер".
Гәрәй Ҡарамышев I Бөтә башҡорт хәрби съезында ҡатнашҡан, Башҡорт Хөкүмәтендә ер төҙөлөшө буйынса бүлек начальнигы вазифаһын башҡарған, шул уҡ ваҡытта “Тулҡын” Бөтә башҡорт йәштәр союзы рәйесе лә итеп һайланған. Гәрәй Батыргәрәй улы, бынан тыш, бүтән төрлө юғары урындарҙа ла эшләгән.